Ҡурсаулыҡта  янғын 21-06-2013, 15:02 / Экология

Ҡурсаулыҡта янғын

Дүшәмбе Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында “Айгир” станцияһы эргәһендәге урманда янғын сыҡты. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре 1,5 га майҙанды ялмап алған ут менән 20 сәғәткә яҡын кѳрәште. Утты икенсе кѳнѳнә генә һүндерә алдылар....
Аңлатыу эшен башланыҡ 21-06-2013, 15:01 / Сәйәсәт

Аңлатыу эшен башланыҡ

Белоретта ла ҡала Советы депутаттарын һайлау 8 сентябрҙә үтәсәк, тине территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Надежда Горбатова. - Әлеге ваҡытта хоҡуҡи мәғлүмәт әҙерләнә, тиҙҙән уны район хакимиәтенең сайтына ҡуясаҡбыҙ. Унда һайлауға ҡағылышлы бѳтә мәғлүмәт буласаҡ. Кәрәкле документ ѳлгѳләре, аңлатмалар, комментарийҙар һайлаусыларға ла, буласаҡ кандидаттарға ла файҙалы булыр. 20 депутат мандатына дәғүә итәсәк кандидаттарҙан документтар ҡабул итергә әҙербеҙ. Белорет ҡалаһында 50 меңдән ашыу кеше йәшәй. Һайлау кѳнѳ улар ѳсѳн 28 участкала һайлау комиссияһы эшләйәсәк....
30 йыл һаулыҡ һағында 21-06-2013, 14:59 / Замандаш

30 йыл һаулыҡ һағында

Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы «Тиҙ ярҙам» бүлеге табибы Әнисә Мофасал ҡыҙы Хоҙайназароваға юҡҡа ғына бирелмәй. 30 йыл кешеләр һаулығы һағында торған табип үҙ эшенә мѳкиббән бирелгән, тырыш, һәр саҡ алға ынтылыусан, кешелекле булыуы менән коллегалары, дуҫтары араһында абруй ҡаҙанған. Әлеге вазифала 11 йылдан ашыу эшләгән Әнисә Мофасал ҡыҙы 2002 йылда «Тиҙ ярҙам» күрһәтеү бүлегенең иң яҡшы табибы» республика конкурсында I урын яулай. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте күп һанлы Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән....