Гәзит аша хеҙмәттәшлек итәйек! 25-06-2013, 11:34 / Иман

Гәзит аша хеҙмәттәшлек итәйек!

Мѳхтәрәм ғәзиз дин ҡәрҙәштәребеҙ! Һѳйѳклѳ пәйғәмбәребеҙ Мѳхәммәт (с.ғ.в) үҙенең бер хәҙисендә: «Дин - ул нәсихәт»,- тигән. Уны таратырға, халыҡҡа тѳрлѳ саралар менән еткерергә тырышырға кәрәк....
Ҡарар  үҙгәрешһеҙ ҡалды 25-06-2013, 11:33 / Тәртип һағында

Ҡарар үҙгәрешһеҙ ҡалды

Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының балалар бүлегендә фажиғәле хәл була. Медицина хеҙмәткәрҙәренең ғәйебе менән стационарҙың анестезиология һәм реанимация бүлегендә имсәк бала үлә. Был факт буйынса тикшереү алып барыла һәм медицина хеҙмәткәрҙәре ғәйепле тип табыла. Уларға дисциплинар яза бирелә....
Азапкин яланы   дуҫтарын йыйҙы 25-06-2013, 11:31 / Мәҙәниәт

Азапкин яланы дуҫтарын йыйҙы

Белорет районы һәм ҡалаһы мәктәптәре уҡыусыларының йәйәүлеләр туризмы буйынса сираттағы 59-сы туристик слеты булып үтте. Йыл һайын ойошторолған, матур традицияға әйләнгән слеттың маҡсаты - балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу, техник һәм тактик оҫталыҡты күрһәтеү, сәләмәт йәшәү рәүешенә иғтибарҙы арттырыу, ҡала, район мәктәптәренең иң көслө командаларын һайлап алыу....
Үҙебеҙҙе үҙебеҙ хәстәрләйек 25-06-2013, 11:30 / Экология

Үҙебеҙҙе үҙебеҙ хәстәрләйек

2013 йылдың Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителеүе бик актуаль булды, сѳнки һуңғы йылдарҙа тәбиғәтте ныҡ бысратабыҙ, уның тураһында хәстәрлек күрмәйбеҙ. Шуға ла Иҙел буйы сүп-сарға күмелә, йылғалар һайыға, шишмәләр ҡорой, йылға ярҙары емерелә. Бѳтәһенә лә беҙ, йәғни кеше ғәйепле....
Йырлы бала саҡ 25-06-2013, 11:29 / Мәҙәниәт

Йырлы бала саҡ

Балаларҙың кѳтѳп алған йәйге каникулы тѳрлѳ саралар менән күңелле дауам итә. Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында “Йәйғор” тип аталған йәйге лагерға йѳрѳүсе 60 уҡыусы 21 кѳндѳ лә иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрҙе. Әйткәндәй, балаларҙың ялы федераль бюджет иҫәбенә ойошторолдо....
Йѳйәктә хәйриә акцияһы 25-06-2013, 11:27 / Яңылыҡтар

Йѳйәктә хәйриә акцияһы

Йѳйәк мәҙәниәт йортонда Нефтекама дәүләт филармонияһының “Ҡәрҙәштәр” тѳркѳмѳ артистары Ғәбдѳктә һыу баҫыуҙан зыян күреүселәргә ярҙам итеү маҡсатында хәйриә акцияһы үткәрҙе....
Белоретта - «Хәүефһеҙлек мәктәбе» 25-06-2013, 11:26 / Спорт һәм туризм

Белоретта - «Хәүефһеҙлек мәктәбе»

Белорет районында 24-28 июндә «Арский ташы» ял итеү базаһынан ярты саҡрым алыҫлыҡта «Хәүефһеҙлек мәктәбе» тѳбәк -ара ярыштары үтә. Был сараны Рәсәй Федерацияһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы менән Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы ойоштора....
Сермәндәр  яугирҙәрен   иҫкә алды 25-06-2013, 11:24 / Яңылыҡтар

Сермәндәр яугирҙәрен иҫкә алды

Сермән ауылында Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған митинг үтте. Ауылдың ветерандар советы ойошмаһы инициативаһы менән был сара өсөнсө йыл уҙғарыла....
Ҡурсаулыҡта  янғын 21-06-2013, 15:02 / Экология

Ҡурсаулыҡта янғын

Дүшәмбе Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында “Айгир” станцияһы эргәһендәге урманда янғын сыҡты. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре 1,5 га майҙанды ялмап алған ут менән 20 сәғәткә яҡын кѳрәште. Утты икенсе кѳнѳнә генә һүндерә алдылар....
Аңлатыу эшен башланыҡ 21-06-2013, 15:01 / Сәйәсәт

Аңлатыу эшен башланыҡ

Белоретта ла ҡала Советы депутаттарын һайлау 8 сентябрҙә үтәсәк, тине территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Надежда Горбатова. - Әлеге ваҡытта хоҡуҡи мәғлүмәт әҙерләнә, тиҙҙән уны район хакимиәтенең сайтына ҡуясаҡбыҙ. Унда һайлауға ҡағылышлы бѳтә мәғлүмәт буласаҡ. Кәрәкле документ ѳлгѳләре, аңлатмалар, комментарийҙар һайлаусыларға ла, буласаҡ кандидаттарға ла файҙалы булыр. 20 депутат мандатына дәғүә итәсәк кандидаттарҙан документтар ҡабул итергә әҙербеҙ. Белорет ҡалаһында 50 меңдән ашыу кеше йәшәй. Һайлау кѳнѳ улар ѳсѳн 28 участкала һайлау комиссияһы эшләйәсәк....