Оло ҡорға әҙерләнәбеҙ 17-06-2013, 15:25 / Мәҙәниәт

Оло ҡорға әҙерләнәбеҙ

Быйыл Кирәй-Ҡыпсаҡ ырыуы ҡоро Белорет районы Ѳмѳтбай ауылында 29 июндә үтә. Былтыр Баҡый ауылы халҡы ырыуҙаштарын йыйғайны. Унда ѳмѳтбайҙар ҙа әүҙем ҡатнашты. Ырыуҙар ҡоро үткәреүҙең ыңғай яҡтары күп, йәштәрҙе тарихҡа ылыҡтырыуы менән дә әһәмиәтле....
Сүплектең урыны башҡа 17-06-2013, 15:24 / Тәртип һағында

Сүплектең урыны башҡа

Белорет район-ара прокуратураһы Башҡортостан Республикаһы Экология министрлығы ебәргән мәғлүмәт буйынса экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу законының үтәлешен тикшерҙе....
Эскелек яҡшыға килтермәй 17-06-2013, 15:23 / Тәртип һағында

Эскелек яҡшыға килтермәй

Белорет район-ара прокуратураһы 25 йәшлек Ғарипов Вадимға ҡарата ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Алдан тикшереү версияһы буйынса, ошо йылдың февраль-мартында ул эскән килеш ѳйҙә тауыш сығара, бәлиғ булмаған һеңлеһенә ҡул күтәрә. Уның менән генә туҡтап ҡалмай, һеңлеһе менән әсәһенә бысаҡ менән ташлана, үлтереү менән янай....
Эш хаҡын түләнеләр 17-06-2013, 15:21 / Тәртип һағында

Эш хаҡын түләнеләр

Прокуратура “Белорет паркы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең эш хаҡын түләү йәһәтенән хеҙмәт законын үтәүен тикшерҙе. Һѳҙѳмтәлә ойошма хеҙмәткәрҙәренә бер айҙан ашыу эш хаҡы түләмәүе асыҡланды. 13 кешегә бурыс 76 мең һумдан артып киткән....
Алименттан ҡасма, хурлыҡҡа ҡалырһың 17-06-2013, 15:20 / Тәртип һағында

Алименттан ҡасма, хурлыҡҡа ҡалырһың

41 йәшлек Кузнецов Вячеслав бәлиғ булмаған балаһына алимент түләүҙән ҡасып йѳрѳгән ѳсѳн хѳкѳм ителде. 2008 йылдың февраленән Кузнецовҡа ҡыҙына алимент түләү бурысы йѳкмәтелә. Дүрт йылдан һуң ул балаһына алимент түләмәй башлай, суд приставының енәйәти яуаплылыҡ, эшкә урынлашып, бурысты ҡапларға кәрәклеге тураһында иҫкәртеүҙәренә ҡолаҡ һалмай. Ошо йылдың мартына уның бурысы 70 мең һумдан артып китә....
Корчагинсылар дуҫлығы 17-06-2013, 15:19 / Мәҙәниәт

Корчагинсылар дуҫлығы

Рәүәт ауылында 1972- 1977 йылдарҙа Белорет - Шишмә тимер юлын тѳҙѳүселәрҙең осрашыуы үтте. Бында килгән 10 кешенең 6-һы комсомол йәштәр бригадаһында корчагинсылар рәтендә йѳрѳй. Тимер юлын тапшырыуға 35 йыл үтеп киткән. Элекке корчагинсылар - Инйәрҙән Раҡия Фәйзуллина (Исмәғилева), Бирҙеғолдан Ғәйшәрә Абакумова (Ғәлиастанова), Тимер юл ауылынан Людмила Новикова, Әбйәлил районынан Роберт Йәнбирҙин, Ишембайҙан Рәмилә Вахитова һәм тағы ла буяусылар, ташсылар Рәүәттә йәшәгән Ғәлимә Исмәғилева баҡсаһында осрашып, йәшлек хәтирәләрен иҫкә тѳшѳрҙѳ....
Хәрби хәрәкәттәр ветерандары йыйыны 17-06-2013, 15:17 / Мәҙәниәт

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары йыйыны

3 июндә Белорет автомәктәбендә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың йыйыны уҙҙы. Унда «Афғанстан ветерандары союзы” рәйесе В.М.Әлмәтов, «Башҡортостан Республикаһы хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы» йәмәғәт ойошмаһының ҡала-район буйынса Белорет филиалы рәйесе Б.Б.Фазылов башҡарылған эштәр һәм алда торған бурыстар менән таныштырҙы. ДОСААФ автомәктәбе директоры З.Ш.Ахибзянов был йәмәғәт ойошмалары етәкселәрен йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүҙә бергәләшеп эшләргә саҡырҙы....
Мѳмкинлектәр арта 17-06-2013, 15:13 / Яңылыҡтар

Мѳмкинлектәр арта

Граждандарҙың үтәтеү эше буйынса бурыстары барлығы, уның күләме, реквизиттары тураһында мәғлүмәт алыуын еңеләйтеү маҡсатында Суд приставтарының федераль хеҙмәте (ФССП) Android, iPhone һәм Windows Phone мобиль ҡоролмалары ѳсѳн үтәтеү эше мәғлүмәттәре банкына ҡушымта булдырҙы....
Тәүлек эсендә - ете янғын 17-06-2013, 15:11 / Яңылыҡтар

Тәүлек эсендә - ете янғын

РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хәбәр итеүенсә, республикала тәүлек эсендә ете янғын сыҡҡан....
Экологик эстафета дауам итә 17-06-2013, 15:10 / Экология

Экологик эстафета дауам итә

“Киләсәк быуын ѳсѳн ерҙе һәм һыуҙы һаҡлайыҡ” тип аталған автосәйәхәттең икенсе турын Белорет районы муниципаль район ҡатын-ҡыҙҙар советы уҙғарҙы....