Гәлсәр тауышлы  Динар 17-06-2013, 15:07 / Замандаш

Гәлсәр тауышлы Динар

Динар Дамир улы Ғәниев тураһында район-ҡалала белмәгән кеше юҡтыр. Һәр мәҙәни сараны уның сығышы биҙәй. Быйылғы һабантуйҙа ул “Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” тип билдәләнде....
Ҡурсаулыҡтар ярышты 14-06-2013, 14:33 / Экология

Ҡурсаулыҡтар ярышты

4-5 июндә Башҡортостан Республикаһының айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең дәүләт инспекторҙары иң яҡшы оператив тѳркѳмдѳ билдәләү һәм үҙ белемдәрен камиллаштырыу ѳсѳн бишенсе тапҡыр уҡыу-күнекмә семинарына йыйылды. Сараны Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы менән Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй тәбиғәтте күҙәтеү хеҙмәте ойошторҙо....
БМК акцияға ҡушылды 14-06-2013, 14:32 / Экология

БМК акцияға ҡушылды

Белорет металлургия комбинаты 5 июндә “Тирә-яҡ мѳхиткә ноль насар йоғонто” акцияһына ҡушылды. Был кѳндѳ республика предприятиелары тирә-яҡ мѳхиткә насар йоғонто яһаусы эшмәкәрлеген үҙ ирке менән ҡыҫҡа ваҡытҡа туҡтатып торҙо....
Ғәйеплеләрҙе яза кѳтә 14-06-2013, 14:31 / Экология

Ғәйеплеләрҙе яза кѳтә

Республикабыҙ Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылына әүҙем ҡушылды. Халыҡты тирә-яҡ мѳхиткә, тәбиғәткә һаҡсыл булырға саҡырған мәҡәләләр баҫыла, тѳрлѳ конкурстар ойошторола, ултырыштар үткәрелә. Был эштәрҙең барыһы ла граждандарҙа экологик культура тәрбиәләүгә йүнәлтелгән....
Киләсәк быуын ѳсѳн ерҙе һәм һыуҙы һаҡлайыҡ 14-06-2013, 14:29 / Экология

Киләсәк быуын ѳсѳн ерҙе һәм һыуҙы һаҡлайыҡ

2013 йылды Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылы тип иғлан итеү айҡанлы был йүнәлештә тѳрлѳ саралар, экологик акциялар йыш үтә. Башҡортостанда “Киләсәк быуын ѳсѳн ерҙе һәм һыуҙы һаҡлайыҡ” тип аталған автосәйәхәт тә ошо маҡсаттан ойошторолдо. Акцияның инициаторҙары - республиканың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы һәм БР Йәмәғәт палатаһы. Автосәйәхәт шулай уҡ Бѳтә Рәсәй халыҡ фронтының беренсе ойоштороу съезына ла арналды. Унда 15 автомобиль ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар Ҡырмыҫҡалы, Архангел һәм Белорет райондарының шишмә, күл һәм йылға буйҙарын таҙартты. БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы...
Тәүге шиғриәт фестивале 14-06-2013, 14:16 / Мәктәп. Уҡыусы. Уҡытыусы

Тәүге шиғриәт фестивале

1 июндә Ишембайҙа тыуып үҫкән шағирә Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге призға «Бәпембә» исемле тәүге республика балалар шиғриәте фестивале уҙҙы. Сараға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, Шәйхзада Бабич исемендәге Республика йәштәр премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина, шағирәләр Әлфиә Әсәҙуллина, Фәрзәнә Аҡбулатова, «Аҡбуҙат» журналының баш мѳхәррире Тамара Юлдашева, эшҡыуар Фәниә Йәнбирҙина, Фәүзиә Рәхимғолованың ҡыҙы Лилиә Яхина һәм башҡалар саҡырылғайны....
Беҙ - экологик ғаилә 14-06-2013, 14:15 / Экология

Беҙ - экологик ғаилә

Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылына арналған “Атай, әсәй, мин - экологик ғаилә” конкурсының беренсе этабы тамамланды. Халҡыбыҙҙа, бигерәк тә үҫеп килгән быуында, экологияға һаҡсыл ҡараш, тыуған яҡҡа һѳйѳү тәрбиәләү, тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау эшен алып барған кешеләргә ихтирам уятыу маҡсатын ҡуйған был сараға Сермән балалар йорто ла дәррәү ҡушылды. Һәр бала, һәр хеҙмәткәр был изге эшкә ѳлѳш индерергә тырышты....
Үҙ эшенә  күңелен биргән  белгес 14-06-2013, 14:14 / Замандаш

Үҙ эшенә күңелен биргән белгес

Вәкилә апай Фәттәхованы Инйәр ҡасабаһында һәм яҡын тирәләге ауылдарҙа белмәгән әсә юҡтыр. Вәкилә апай урамда китеп барһа, бала етәкләгән әсәләр йылмайып сәләм биреп үтә. Инде нисәнсе йыл ул Инйәр участка дауаханаһында акушер булып эшләй. Дауаханаға барып инеү менән уның кабинетына сират ҙур, сѳнки ул һәр пациентын яҡты йѳҙ менән ҡаршы ала....
Лайыҡлылар  бүләкләнде 14-06-2013, 14:12 / Һаулығың-байлығың

Лайыҡлылар бүләкләнде

Һѳнәри байрамдары уңайынан ҡаланың музыка мәктәбендә ҡала-район медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡотлау һәм бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Иң изге һәм почетлы һѳнәр эйәләрен муниципаль район Советы рәйесе Е.Я. Карепанов, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.С. Теләүбаев, Белорет район үҙәк клиник дауаханаһының баш табибы Х.М. Мостафин, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Белорет ҡалаһындағы территорияль бүлек начальнигы Л.Б. Гущенский, медицина хеҙмәткәрҙәренең профсоюз етәксеһе В.Г. Нужина ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Оҙаҡ йылдар намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәт иткән бер тѳркѳм...
Матбуғатҡа яҙылайыҡ -                милләтебеҙҙе ҡурсалайыҡ! 14-06-2013, 14:10 / Яңылыҡтар

Матбуғатҡа яҙылайыҡ - милләтебеҙҙе ҡурсалайыҡ!

Халыҡ өсөн тәғәйенләнгән матбуғат баҫмаларының тиражы кәмеүе - һуңғы тиҫтә йылда зыялыларыбыҙҙы иң тәрән уйландырған мәсьәләләрҙең береһе. Үҙгәртеп ҡороу, баҙар иҡтисадына күсеү осоронда әкренләп башланған һәм әле үҙен айырыуса ныҡ һиҙҙергән был кире күренеш милли гәзит-журналдарға, шул иҫәптән беҙҙең башҡорт баҫмаларына ла, ҡағылмай ҡалманы. Хаҡтар артыуына, финанс көрсөгөнә һәм башҡа ҡыйынлыҡтарға һылтанып тормай, күптәр матбуғатҡа тоғролоҡ һаҡлай, редакциялар ҙа, үҙ сиратында, уҡыусыларына һәйбәт ял сәғәттәре бүләк итергә, яңылыҡтарҙы ваҡытында тулы күләмдә еткерергә, проблемаларҙы...