Икеләтә шатлыҡ 14-06-2013, 14:08 / Ауыл тормошо

Икеләтә шатлыҡ

Сермән ауылының “Урал” производство-крәҫтиән союзы яҙғы сәсеү эштәрен тамамлауҙы, быйыл ѳсѳнсѳ йыл рәттән ҡорбан салдырып, ҙурлап билдәләй. Быйылғы байрам хужалыҡ эшселәре ѳсѳн икеләтә шатлыҡлы булды - “Урал” ПКС-ы 500 ферма республика маҡсатлы програмаһында ҡатнашыуға хоҡуҡ алды. ПКС рәйесе Хәлитов Рәүеф Тайфур улы әйтеүенсә, Республика бюджетынан бүленгән аҡса Сермән фермаһын яңыртыуға, яңы ҡорамалдар, йыһаздар алыуға тотоноласаҡ....
Белореттар Рәсәй кѳнѳн байрам итте 14-06-2013, 14:05 / ---

Белореттар Рәсәй кѳнѳн байрам итте

Рәсәй кѳнѳ Белореттар бик матур үтте. Был кѳндѳ ҡаланың Металлургтар майҙанында спорт саралары һәм концерт ойошторолдо. Сәғәт 11-ҙә спорт һѳйѳүселәр велосипедтарҙа, ролерҙарҙа һәм роликтарҙа уҙышыу ѳсѳн үҙәк майҙанға йыйылды. Кѳндѳң аяҙ, ҡояшлы булыуы, матур кѳйҙәр ағылыуы байрам кәйефен тағы ла күтәреп ебәрҙе. Байрам сараһы велоспортсыларҙың уҙышы менән башланып китте. Ярышта Учалы районынан килгән ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Улар, үҙәк майҙандан старт алды һәм йәш категорияһына ҡарап, К.Маркс-Пушкин-Ленин-Точисский урамдары буйлап, биш йә ун түңәрәк яһаны. Ярышта ҡатнашыусыларҙың иң...
Нурала балалар байрамы 11-06-2013, 08:50 / ---

Нурала балалар байрамы

Беҙҙең ауылда 1 июндә балалар ѳсѳн матур байрам ойошторолдо. Ауылыбыҙҙа балалар майҙансығы тѳҙѳлѳүен ишеткәс, ауыл хакимиәте башлығы булып эшләй башлаған Азат Фәрит улы Шәнгәрәевкә ярҙамға ашыҡтыҡ. Эшҡыуар В. Ялалов таҡта алып килде, В. Сәғәҙәтов ҡом менән ярҙам итте. Бына ир-егеттәр әүҙем эш башланы, ә ҡатын-ҡыҙҙар буяу менән мәшғүл булды. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тиҙәр бит. Шулай уҡ депутатыбыҙ М.Журавский һәр яҡлап та ярҙам итте. Шулай итеп, 1 июндә иң кесе ҡыҙ бала менән хакимиәт башлығы ал таҫманы киҫте....
Һабантуй йәме -тирмәләр 10-06-2013, 09:13 / Мәҙәниәт

Һабантуй йәме -тирмәләр

Быйылғы һабантуйҙа ла ялан буйлап теҙелгән сағыу тирмәләр яланға байрам йәме өҫтәп, әллә ҡайҙан уҡ үҙенә саҡырып ултырҙы. Бер рәткә теҙелгән тирмәләр буйлап йөрөгәндә үткәндәргә, тарихҡа тағы ла бер байҡау яһамайынса ҡалмайһың. Шуға күрә оло байрамға йыйылған ҡунаҡтарҙы ла нәҡ ошонда, тирмәләрҙә ҡаршылап, ата-бабаларыбыҙҙың боронғо тормошо, ғөрөф-ғәҙәте менән таныштырып, милли аш-һыуы менән һыйлайҙар һәм йола байрамдары күрһәтәләр. Боронғолоғо менән үҙенә ылыҡтырған тирмәләр оло йыйынға йыйылыусы район халҡын ғына түгел, ә сит тарафтарҙан килгән ҡунаҡтарҙа, башҡа милләт вәкилдәрендә лә...
Батырҙар һәм етеҙҙәр маҡсатына етерҙәр 10-06-2013, 09:07 / Мәҙәниәт

Батырҙар һәм етеҙҙәр маҡсатына етерҙәр

Һабантуйҙа ѳлкәндәр ҙә, балалар ҙа тѳрлѳ спорт ярыштарында һәм уйындарҙа ҡатнашырға ашҡынып тора. Йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге менән Йәштәрҙең ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре был юлы балалар ѳсѳн бәйле аяҡтар, йомортҡа, тоҡ менән йүгереү, арҡан тартыу, әтәстәр булып һуғышыу кеүек спорт уйындары ойоштороп, һәммәһен дә бүләктәр менән ҡыуандырҙы....
“Арбузик” быйыл да   һынатманы 10-06-2013, 09:05 / Мәҙәниәт

“Арбузик” быйыл да һынатманы

Ат сабышы һабантуйҙың тѳп биҙәктәренең береһе. Күптәр нәҡ тик ат сабышына тамаша ҡылыр ѳсѳн байрамға килә. Бәйге иғлан ителгәнгә тиклем үк халыҡ аттар сабышасаҡ яланға тартылды. Ат сабышы барышын муниципаль район хакимиәтенең йәштәр, физкультура һәм спорт бүлеге начальнигы Светлана Полина һәм ҡала Советы депутаты Рафаэль Фарвазов яҡтыртты. Бәйгене һәр йылдағыса ауыл хужалығы бүлеге һәм ветеринария хеҙмәте ойошторҙо....
Хеҙмәт алдынғылары 10-06-2013, 09:02 / Яңылыҡтар

Хеҙмәт алдынғылары

1. Яҙғы баҫыу эштәре һѳҙѳмтәләре буйынса иң яҡшы хужалыҡ: «Урал» производство-крәҫтиән союзы, рәйесе Хәлитов Рәүф Тайфур улы. 2. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса иң яҡшы фермер хужалығы: Шәхси эшҡыуар Тимирғәлиева Наталья Ивановна. 3. Иң яҡшы малсы: Сѳнәғәтов Хәлит Ниязбай улы, Р.Г. Мѳхәмәтдинов крәҫтиән-фермер хужалығы малсыһы....
ИЛГӘ  ЫРЫҪ,  ЕРГӘ  ҠОТ  ѲЛӘШЕП, ҺАБАНТУЙҘАР  ГѲРЛӘЙ  ИЛЕМДӘ! 10-06-2013, 09:01 / ---

ИЛГӘ ЫРЫҪ, ЕРГӘ ҠОТ ѲЛӘШЕП, ҺАБАНТУЙҘАР ГѲРЛӘЙ ИЛЕМДӘ!

Башҡортостан - башҡорт иле, Торна булып сыңрар ил Кѳндѳң һалҡынса булыуына ҡарамаҫтан, халыҡ һабантуй яланына ашыҡты. Тиҙ арала ялан шат, күңелле тауыштар менән тулды. Һабантуй байрамы республикала иғлан ителгән Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылына арналды. Яҙ һәм хеҙмәт байрамы - һабантуй бик матур һәм сағыу театрлаштырылған тамаша менән башланып китте....
Сысҡан араһы шәжәрәһе 10-06-2013, 08:58 / Шәжәрә

Сысҡан араһы шәжәрәһе

“Урал” гәзите биттәрендә шәжәрәләр тураһында материалдар баҫылып тора. Бер нисә йыл Учалы районынан берәү үҙенең тамырҙары тураһында яҙғайны. Фәрит Шәйәхмәтовтың шәжәрәһе тулы мәғәнәгә эйә. Улар тѳҙѳгән шәжәрәгә ҡарап, шуны әйткем килә: ике шәжәрә лә Хоҙайбирҙе, Ҡолмандан башланып китә. Элек башҡорт ерҙәре бик ҙур булған, шуға күрә Хоҙайбирҙе менән Ҡолман күп ерҙәрҙе биләгән, күрәһең. Ҡолмандың улы Ғәбдѳк Инйәрҙең түбәнге ағымына китеп, матур тәбиғәтле, тауҙар араһына килеп туҡтай һәм Сысҡан ауылына нигеҙ һалған. Әлеге кѳндә Сысҡан ауылы Ғәбдѳк исеме менән йѳрѳй. Ғәбдѳктѳң улы Рахманғол...
Әсәйҙе юғалтыу  ауыр ҡайғы 10-06-2013, 08:55 / Яҙмыштар

Әсәйҙе юғалтыу ауыр ҡайғы

Әсәйҙәрҙең бѳйѳклѳгѳн йәшәй-йәшәй аңлайһың, тиҙәр. Үҙем күптән ѳләсәй булһам да, әсәйемдең вафатына 38 йыл үтһә лә, изге кешем һис хәтерҙән сыҡмай. Әсәйем - Әсмә менән атайым - Сәйфулла Фәттәх улы 43 йыл ғүмер кисерҙеләр. Әсәйем 61 йәшендә генә, беҙҙе тәрән ҡайғыларға һалып, гүр эйәһе булды. Заманындағы аслыҡ, яланғаслыҡ, һуғыш йылдары һаулығына йоғонто яһаған, күрәһең. Минең һәм ҡустымдың балаларын күреп үлһәм, мәңге үкенмәҫмен тигән хыялы тормошҡа ашманы....