Әсәй, бәхил бул... 10-06-2013, 08:54 / Яҙмыштар

Әсәй, бәхил бул...

“Әсәй, бәхил бул!” - тип ҡысҡырыуына тертләп уянды Әнисә. Был ниндәй ҡурҡыныс тѳш булды һуң? Ул ипләп кенә карауатынан тѳштѳ лә урамға сыҡты. Нисә йыл йәшәһә лә, был яҡтарға ѳйрәнә алманы. Тыуған яғының сатлама һыуыҡтарын, ап-аҡ, ынйы бѳртѳктәре кеүек йымылдаған йомшаҡ ҡарҙарын һағына. Бѳгѳн айырыуса күңеле болоҡһой. Инде нисә йылдар иренең ѳсѳнсѳ бисәһе булып йәшәһә лә, күңелендә тыныслыҡ таба алманы. Йѳрѳй торғас, Юлай менән никахлашыуына бѳгѳн 15 йыл булыуы келт итеп иҫенә тѳштѳ....
Зыяратҡа ҡапҡа эшләтте 10-06-2013, 08:52 / Яңылыҡтар

Зыяратҡа ҡапҡа эшләтте

25 майҙа Уҫманғәле ауылы зыяраты ҡапҡаһын яңырттылар. Был изге эштә Уҫманғәле ауылы килене, былтыр һәләк булып ҡалған полиция подполковнигы Ғәлим Зәйнәғәле улы Мырҙағәлиндың тормош иптәше Миләүшә Гайдар ҡыҙы ҙур ѳлѳш индерә: үҙ аҡсаһына матур итеп зыярат ҡапҡалары эшләтеп ҡуйҙыра....
Әзекәйҙән     ҡыуаныслы  хәбәрҙәр 10-06-2013, 08:28 / Мәҙәниәт

Әзекәйҙән ҡыуаныслы хәбәрҙәр

Районыбыҙҙа балалар майҙансығы асыу, ысынлап та, матур традицияға әйләнде. Ауыл балаларының буш ваҡытын күңелле һәм файҙалы уҙғарыу ѳсѳн ауыл хакимиәте башлыҡтары ҙур тырышлыҡ һала. Ошо аҙнала Әзекәй ауылында мәктәп бинаһы янында асылған балалар майҙансығы ла ошо хаҡта асыҡ һѳйләй....
Мал-тыуарың теүәл булһын, тиһәң... 10-06-2013, 08:26 / Тәртип һағында

Мал-тыуарың теүәл булһын, тиһәң...

Көндәр йылыныу менән районыбыҙҙа ҡарауһыҙ мал урам буйлап йөрөй башлай. Һыйыр, аттар юлға сығып, юл хәрәкәтен хәүеф аҫтына ҡуя. Хужалары малының тапалып ҡуйыуы, йә уны урлап алып китеүҙәре ихтималлығы тураһында уйламай, хәстәрлек күрмәй....
Башҡортостанда   “Мәк-2013” операцияһы башланды 10-06-2013, 08:22 / Тәртип һағында

Башҡортостанда “Мәк-2013” операцияһы башланды

Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә бәйле енәйәттәрҙе иҫкәртеү, туҡтатыу һәм асыу маҡсатында 2013 йылдың 27 майынан 20 октябргә тиклем “Мәк” ведомство-ара комплекслы оператив-профилактик операцияһы үткәрелә....
Гражданлыҡ алыу мәсьәләләре борсой 10-06-2013, 08:18 / Тәртип һағында

Гражданлыҡ алыу мәсьәләләре борсой

29 майҙа муниципаль район хакимиәтендә Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы Борис Миҙхәт улы Ғѳзәиров район-ҡала халҡын ҡабул итте. Тәүге булып Белорет миграция хеҙмәте хеҙмәткәре Белорет миграция бүлегендәге эш шарттарының насар булыуы, бланкаларҙың етешмәүе, ҡайһы бер аппаратураның эшләмәүенә зарланды. Борис Миҙхәт улы был етешһеҙлектәрҙе бѳтѳрѳү буйынса саралар күрелеүе, ошо йәһәттән Белорет миграция хеҙмәтенең начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Илдар Ишбулат улы Аҡкучуковты тәғәйенләүҙәре тураһында белдерҙе....
Изгелекле  Маһинур 10-06-2013, 08:16 / Социаль ѳлкә

Изгелекле Маһинур

Дини йолаларыбыҙҙы, ғѳрѳф-ғәҙәттәребеҙҙе үтәп йәшәгән ғаиләләр ныҡлы була. Октябрьский биҫтәһендә үҙ йорттарында йәшәүсе Маһинур һәм Рәфис Шаһыбаловтар ана шундайҙарҙан....
Предприятиелар - экология яҡлы 3-06-2013, 15:52 / Яңылыҡтар

Предприятиелар - экология яҡлы

5 июндә республика предприятиелары тирә-яҡ мѳхиткә насар йоғонто яһаусы эшмәкәрлеген үҙ ирке менән ҡыҫҡа ваҡытҡа туҡтатып торасаҡ. “Тирә-яҡ мѳхиткә ноль насар йоғонто” акцияһының маҡсаты - йәмәғәтселеккә предприятиеларҙың тәбиғәт ресурстарына һаҡсыл ҡараш мәсьәләһенә экологик яуаплы мѳнәсәбәтен күрһәтеү. Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы юридик шәхестәрҙе һәм шәхси эшҡыуарҙарҙы, технологик процесс эшмәкәрлектәрен туҡтатырға мѳмкинлек биргән осраҡта, акцияға ҡушылырға саҡыра....
Күмәкләгән  яу ҡайтарған 3-06-2013, 15:51 / Яңылыҡтар

Күмәкләгән яу ҡайтарған

Ауылда халыҡты ойоштороусы, алға әйҙәүсе, матур эҙ ҡалдырыусылар бар. Шундайҙар иҫәбенә Мѳхәмәт ауылының старостаһы Рафаил Рафиҡ улы Хәлитовты, депутат Рәфҡәт Закир улы Нәжметдиновты һәм башҡа ауылдаштарҙы индерергә мѳмкин....
Күңел йылыһын ѳләштеләр 3-06-2013, 15:49 / Мәрхәмәт

Күңел йылыһын ѳләштеләр

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау кѳнѳ алдынан Белорет район-ара прокуратураһы, Суд приставтарының Белорет район-ара бүлеге, Белорет урмансылығы хеҙмәткәрҙәре Сермән, Үҙән балалар йорттары, Белорет приюты һәм ҡаланың махсуслаштырылған балалар йортонда булды һәм, тәрбиәләнеүселәрҙе байрам менән ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы. Был мәрхәмәтлек акцияһында республиканың Архангел, Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат ҡала-район прокуратуралары хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты, бүләктәр алыу ѳсѳн аҡса күсерҙе....