Балаларға бүләк 3-06-2013, 15:48 / Мәҙәниәт

Балаларға бүләк

Сосновка ауыл хакимиәте урындағы эшҡыуарҙар, ауылының төҙөклөгө өсөн битараф булмаған ауылдаштары менән берлектә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә ҡарата кескәй дуҫтарына оло бүләк - балалар спорт майҙансығын файҙаланыуға тапшырҙы....
Район ҡатын-ҡыҙҙар советтары араһында   “Башҡортостан ҡыҙы” журналына яҙылыусылар ѳсѳн   конкурс тураһында положение 3-06-2013, 15:46 / Яңылыҡтар

Район ҡатын-ҡыҙҙар советтары араһында “Башҡортостан ҡыҙы” журналына яҙылыусылар ѳсѳн конкурс тураһында положение

1. Конкурстың маҡсаты һәм бурыстары: - гәзит-журналдарға яҙылыусылар һанын арттырыу; - “Башҡортостан ҡыҙы” журналына яҙылыусыларҙы дәртләндереү; - “Башҡортостан ҡыҙы” журналын популярлаштырыу. 2. Дѳйѳм положениелар....
Хәйерле «Ҡуңыр буға»! 3-06-2013, 15:45 / Яңылыҡтар

Хәйерле «Ҡуңыр буға»!

Белоретта кѳнсығыш һәм тѳньяҡ-кѳнсығыш райондары ижадсыларын берләштергән «Ҡуңыр буға» йәмәғәт ойошмаһы барлыҡҡа килде. Белорет, Учалы, Әбйәлил ижадсылары уҙған аҙнала был ойошманың бурыстарын, маҡсатын һәм Уставын ҡабул итеүгә бәйле ҡорға йыйылды. Йәмәғәт башланғысындағы ижади берекмәнең тѳп маҡсаты - үрҙә әйтелгән райондарҙың ижадсыларын бергә туплау һәм үҫеп килгән талантлы балаларға ярҙам итеү. Йәмәғәт ойошмаһының етәксеһе итеп яҙыусы һәм шағир М.Б. Ямалетдинов, уның урынбаҫары итеп шағир М.З. Кәримов һайланды....
Енәйәтселәр язаһыҙ ҡалмаҫ 3-06-2013, 15:44 / Тәртип һағында

Енәйәтселәр язаһыҙ ҡалмаҫ

Дауаханала эшләүсе 33 йәшлек ҡатын уғры ҡорбанына әйләнде. Башҡа санитаркалар кеүек, ул да әйберҙәрен, сумкаһын айырым бүлмәлә ҡалдырып йөрөй. Сумкаһының кеҫәһендә йөрөткән алтын балдағының юғалыуын күргәс тә полицияға мөрәжәғәт итә. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре оператив-эҙләү саралары үткәргән ваҡытта бурҙы асыҡлай: ул ошонда уҡ эшләүсе 26 йәшлек санитарка булып сыға. Эшкә әҙерләнгән ваҡытта хеҙмәттәшенең сумкаһындағы ҡиммәтле балдаҡты күреп ҡала һәм уға “айыу майы” һөртә. Һуңынан балдаҡты ломбардҡа тапшыра. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған....
«Беҙ наркоманияға ҡаршы!» 3-06-2013, 15:42 / Мәҙәниәт

«Беҙ наркоманияға ҡаршы!»

Ҡаланың Металлургтар майҙанында йәштәрҙең Халыҡ-ара наркоманияға һәм наркобизнесҡа ҡаршы кѳрәшенә арналған «Йәштәр наркотиктарға ҡаршы!» акцияһы үтте. Унда ҡаланың юғары һәм махсус урта белем биреү йорттарының студенттары, Йәштәрҙең ял итеү үҙәгенең ижади коллективтары, ҡаланың спорт секцияларында шөғөлләнеүсе балалар ҡатнашты....
Ѳҙѳлмәһен аралар 3-06-2013, 15:40 / Ауыл тормошо

Ѳҙѳлмәһен аралар

Күрше Әбйәлил районынан ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең беҙҙең яҡтарға килеүе яҡшы йолаға әйләнде. Яңыраҡ ете кешенән торған делегация Сермән ауыл хакимиәтендә булды. Ҡунаҡтарҙы Иҙел ауылына боролған юл сатында ҡурай уйнап ҡаршыланылар. Сермән ауылы хакимиәте башлығы бер ыңғайҙа яңы тѳҙѳлә башлаған ауылды күрһәтеп үтте. Артабан Сермән ауылына йүнәлделәр. Айытбай Зәбир улы тәүҙә яңы мәсет тѳҙѳлѳшѳ менән таныштырҙы. Ҡунаҡтар тѳҙѳлѳшкә ярҙам булһын тип аҡса бирҙе....