Алтын ҡуллы Вәсил 13-08-2013, 10:32 / ---

Алтын ҡуллы Вәсил

Тимер юл ауылында йәшәүсе Вәсил Мырҙабаевтың умарта-сылыҡ менән шѳғѳлләнә башлауы осраҡлы түгел. Бал ҡортондай уңған, тырыш, нәзәкәтле, матур күңелле Вәсил кескәйҙән тирә-яҡ мѳхитте, ҡоштарҙы, бѳжәктәрҙе, хайуандарҙы күҙәтергә ярата. Бигерәк тә уны бал ҡорттары йәшәгән бәләкәй генә ѳй - умарта ҡыҙыҡһындыра. Үҫеп еткәс, мотлаҡ ҡортсолоҡ менән шѳғѳлләнергә хыялланған егет, ниһайәт, үҙ маҡсатына ирешергә тора. Бының ѳсѳн ул тәүҙә балта оҫтаһы һѳнәрен үҙләштерә һәм тиҙ арала туғандары, дуҫтары, таныштары араһында танылыу яулай. Бѳгѳнгѳ кѳндә ул ағастан һырлап кѳнкүреш кәрәк-яраҡтары, тәҙрә...
Ташkын  килтергән  зыян 13-08-2013, 10:26 / Яңылыҡтар

Ташkын килтергән зыян

Һуңғы ваҡытта тәбиғәт тә үҙенең кѳсѳн күрһәтер булып китте. Бер нисә йыл ҡоролоҡ ыҙалатты, ә хәҙер ямғырҙар интектерә. Быйылғы Йылан йылы боронғо һынамыштарға тап килә - ул әсе елле һәм ямғырлы. Августағы ҡойма ямғырҙар Мѳхәмәт, Яңы Абҙаҡ ауылдарына ла хәүеф тыуҙырҙы. Унда булған хәл-ваҡиғалар тураһында Абҙаҡ ауылы хакимиәте башлығы Байрас Фазылов түбәндәгеләрҙе һѳйләне:...
Уңғанлыҡ уңышҡа илтә 13-08-2013, 08:57 / Замандаш

Уңғанлыҡ уңышҡа илтә

Инйәр урмансылығында 29 йыл бухгалтер булып эшләгән Әдилә Мѳхтәр ҡыҙы Сәмситдинова Башҡортостан Республикаһының Почет гра-мотаһы менән бүләкләнде. Дәрт-дарманы ташып торған яҡты йѳҙлѳ, асыҡ, киң күңелле, изге йѳрәкле уңған ханымды һәр кем тик яҡшы яҡтан ғына белә. Маныштыла тыуып үҫкән ҡыҙ бухгалтер һѳнәренә эйә булғас та Инйәр урман хужалығында эш башлай һәм әлеге кѳнгә тиклем ошо коллективта намыҫлы хеҙмәте менән абруй һәм хѳрмәт ҡаҙана. Һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылған хеҙмәткәр тәү тапҡыр компьютерҙар килтерелгәс тә һис ауырһынып тормай, ихласлап компьютер серҙәренә тѳшѳнә....