Парфюм яратыусы егетте  нимә көтә… 19-08-2013, 14:17 / Тәртип һағында

Парфюм яратыусы егетте нимә көтә…

“Бум-Парфюм” магазинына ғәҙәттә ҡатын-ҡыҙҙар йыш йөрөй. Йәш ҡыҙ менән магазинға 22 йәшлек егет тә инә. Ҡиммәтле ирҙәр парфюмын һайлай һәм уны яҡынданыраҡ күрһәтеүҙәрен һорай. Һатыусы башҡа клиенттарҙың үтенестәрен башҡарғансы, егет хушбуйлы флаконды һиҙҙермәй генә алып сығып та китә. Һатыусы әйберҙең урланыуын ваҡытында һиҙеп ҡала һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Оперативниктар парфюм яратыусы егетте тиҙ арала ҡулға ала. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған....
“Ағас ташыу»  операцияһы дауам итә 19-08-2013, 14:12 / ---

“Ағас ташыу» операцияһы дауам итә

Башҡортостанда 29 июлдән «Ағас ташыу» операцияһы башланды. Белорет, Бѳрйән, Әбйәлил, Йылайыр, Баймаҡ райондарында хоҡуҡ тәртибен һаҡлаусылар был эшкә ныҡлап тотондо. Операция ваҡытында урман юлынан, трассаларҙан кѳн әйләнәһенә патруль һағы ѳҙѳлмәй. Ошо арала ғына бер нисә йѳҙ автомобиль тикшерелгән. Республиканың Урман хужалығы министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, үткән йыл менән сағыштырғанда, быйыл һуңғы 7 ай эсендә законһыҙ рәүештә урман ҡырҡыуҙар 1,5 тапҡырға кәмегән....
Сәскә күңелле Фариза апай 19-08-2013, 14:05 / Үрнәк

Сәскә күңелле Фариза апай

Тәбиғәт яратҡан, мѳғжизәгә ғашиҡ булып, уның һәр бер сәскәһен, гѳлѳн наҙлап, ҡәҙерләп үҫтергән заттарға һоҡланып та, хайран ҡалып та ҡарайбыҙ. Аҙнағолда йәшәүсе Фариза Ҡорбанғәле ҡыҙы Нәбиуллина ла йыл һайын күҙ яуын алырҙай матур баҡса үҫтереп, тырышлығы, уңғанлығы менән йәштәргә үрнәк күрһәтә....
Белоретта – яңы мәсет 19-08-2013, 13:55 / Иман

Белоретта – яңы мәсет

Ҡаланың Октябрьский биҫтәһе халҡы ошо көндәрҙә оло ҡыуаныс кисерҙе. Ураҙа ғәйетен яңы мәсет бинаһында тыңлап һөйөндө улар. Рәсми рәүештә асылыуға ла күп ҡалманы: йылылыҡ үткәреп, бер аҙ эске эштәрҙе тамамларға ғына ҡалған....