Сәскә күңелле Фариза апай 19-08-2013, 14:05 / Үрнәк

Сәскә күңелле Фариза апай

Тәбиғәт яратҡан, мѳғжизәгә ғашиҡ булып, уның һәр бер сәскәһен, гѳлѳн наҙлап, ҡәҙерләп үҫтергән заттарға һоҡланып та, хайран ҡалып та ҡарайбыҙ. Аҙнағолда йәшәүсе Фариза Ҡорбанғәле ҡыҙы Нәбиуллина ла йыл һайын күҙ яуын алырҙай матур баҡса үҫтереп, тырышлығы, уңғанлығы менән йәштәргә үрнәк күрһәтә....
Белоретта – яңы мәсет 19-08-2013, 13:55 / Иман

Белоретта – яңы мәсет

Ҡаланың Октябрьский биҫтәһе халҡы ошо көндәрҙә оло ҡыуаныс кисерҙе. Ураҙа ғәйетен яңы мәсет бинаһында тыңлап һөйөндө улар. Рәсми рәүештә асылыуға ла күп ҡалманы: йылылыҡ үткәреп, бер аҙ эске эштәрҙе тамамларға ғына ҡалған....
Йәш рәссамдың күргәҙмәһе 15-08-2013, 14:13 / Замандаш

Йәш рәссамдың күргәҙмәһе

Бына икенсе ай инде Асы ауылындағы Арыҫлан Мѳбәрәков исемендәге музейҙа йәш рәссам Динә Әхиәр ҡыҙы Саҙретдинованың картиналар күргәҙмәһе бара, ул август аҙағына тиклем дауам итәсәк....
Иң ҙур баһа – халыҡ рәхмәте 15-08-2013, 14:03 / ---

Иң ҙур баһа – халыҡ рәхмәте

Белорет - билдәле шәхестәрҙе күп үҫтергән ер. Улар араһында Рафаэль Ибраһим улы Байдәүләтов тѳбәкте үҫтереүгә тос ѳлѳш индергән шәхестәребеҙҙең береһе. Билдәле яҡташыбыҙ 16 августа 70 йәшлек юбилейын билдәләй....
Сермән яңырыу юлында 15-08-2013, 13:50 / ---

Сермән яңырыу юлында

Һуңғы ваҡытта Сермән ауылының үҫеүе, тѳҙѳкләндерелеүе, матурайыуы халыҡтың кѳнкүреше ѳсѳн уңайлы шарттар булдырылыуы күҙгә ташлана. Был йәһәттән, әлбиттә, ауыл хакимиәте лә халыҡ мәнфәғәте ѳсѳн тырыша, сермәндәр ҙә үҙ йорттарын матурлауға күп кѳс ҡала....
Алтын ҡуллы Вәсил 13-08-2013, 10:32 / ---

Алтын ҡуллы Вәсил

Тимер юл ауылында йәшәүсе Вәсил Мырҙабаевтың умарта-сылыҡ менән шѳғѳлләнә башлауы осраҡлы түгел. Бал ҡортондай уңған, тырыш, нәзәкәтле, матур күңелле Вәсил кескәйҙән тирә-яҡ мѳхитте, ҡоштарҙы, бѳжәктәрҙе, хайуандарҙы күҙәтергә ярата. Бигерәк тә уны бал ҡорттары йәшәгән бәләкәй генә ѳй - умарта ҡыҙыҡһындыра. Үҫеп еткәс, мотлаҡ ҡортсолоҡ менән шѳғѳлләнергә хыялланған егет, ниһайәт, үҙ маҡсатына ирешергә тора. Бының ѳсѳн ул тәүҙә балта оҫтаһы һѳнәрен үҙләштерә һәм тиҙ арала туғандары, дуҫтары, таныштары араһында танылыу яулай. Бѳгѳнгѳ кѳндә ул ағастан һырлап кѳнкүреш кәрәк-яраҡтары, тәҙрә...
Ташkын  килтергән  зыян 13-08-2013, 10:26 / Яңылыҡтар

Ташkын килтергән зыян

Һуңғы ваҡытта тәбиғәт тә үҙенең кѳсѳн күрһәтер булып китте. Бер нисә йыл ҡоролоҡ ыҙалатты, ә хәҙер ямғырҙар интектерә. Быйылғы Йылан йылы боронғо һынамыштарға тап килә - ул әсе елле һәм ямғырлы. Августағы ҡойма ямғырҙар Мѳхәмәт, Яңы Абҙаҡ ауылдарына ла хәүеф тыуҙырҙы. Унда булған хәл-ваҡиғалар тураһында Абҙаҡ ауылы хакимиәте башлығы Байрас Фазылов түбәндәгеләрҙе һѳйләне:...
Уңғанлыҡ уңышҡа илтә 13-08-2013, 08:57 / Замандаш

Уңғанлыҡ уңышҡа илтә

Инйәр урмансылығында 29 йыл бухгалтер булып эшләгән Әдилә Мѳхтәр ҡыҙы Сәмситдинова Башҡортостан Республикаһының Почет гра-мотаһы менән бүләкләнде. Дәрт-дарманы ташып торған яҡты йѳҙлѳ, асыҡ, киң күңелле, изге йѳрәкле уңған ханымды һәр кем тик яҡшы яҡтан ғына белә. Маныштыла тыуып үҫкән ҡыҙ бухгалтер һѳнәренә эйә булғас та Инйәр урман хужалығында эш башлай һәм әлеге кѳнгә тиклем ошо коллективта намыҫлы хеҙмәте менән абруй һәм хѳрмәт ҡаҙана. Һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылған хеҙмәткәр тәү тапҡыр компьютерҙар килтерелгәс тә һис ауырһынып тормай, ихласлап компьютер серҙәренә тѳшѳнә....
Бѳгѳн - Ҡәҙер кисе 2-08-2013, 16:09 / ---

Бѳгѳн - Ҡәҙер кисе

Рамазан айында бик мѳбәрәк бер кис бар. Ул “Ҡәҙер кисе”. Ҡәҙер кисе йыл да бер кѳнгә тура килмәй. Ҡәҙере булғанға уны Аллаһы Тәғәлә йыл да күсерә. Быйыл Рамазан - айының 26-һына, йәғни августың 3-нә тура килә....
Кәртәлегә бүреләр һѳжүм иткән... 2-08-2013, 16:07 / ---

Кәртәлегә бүреләр һѳжүм иткән...

Халыҡ уларҙан нисек ҡотолоу сараһын эҙләй Һуңғы осорҙа Интернет селтәре “чупакабра” тигән бығаса билдәле булмаған йән эйәһенең ҡыҙырыуы, ваҡ малға һөжүм итеүе тураһындағы хәбәрҙәр менән тулды. Интернетта ҡайһы бер осраҡтарҙа әҙәм ышанмаҫлыҡ юҡ-бар яҙыуҙарына беҙ күнегеп тә бөтөп барабыҙ инде. Ә бына киң мәғлүмәт сараларының да был теманы күтәреүе халыҡ күңеленә шом һала. Етмәһә, һуңғы ваҡытта ауылдарҙан малының күпләп тамаҡланыуы, ҡырылыуы хаҡында хәбәрҙәр ишетелеп тора. Урындағы халыҡ малға тейеүселәрҙе берәҙәк эттәр йәки бүреләр, ти торғайны. Хәҙер улар теленә билдәһеҙ “чупакабра”...