9 сентябрь - Бѳтә донъя матурлыҡ кѳнѳ 6-09-2013, 14:54 / ---

9 сентябрь - Бѳтә донъя матурлыҡ кѳнѳ

Матурлыҡ. Ниндәй киң тѳшѳнсә ул. Уны һәр кем үҙенсә аңлай, ҡабул итә. Матурлыҡ бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Тап ошо тѳшѳнсә кешене илһамландыра, бейеклектәргә әйҙәй. Матурлыҡҡа ынтылып, матурлыҡ тыуҙырып йәшәүселәр ысын мәғәнәһендә бәхетле кешеләр. Ҡалабыҙҙа йәшәгән Диана Салауат ҡыҙы Склокина (Риянова) үҙен тап шундайҙар рәтенә индерә....
«Белорецкгаз» хеҙмәткәрҙәре - ѳмәлә 6-09-2013, 14:52 / ---

«Белорецкгаз» хеҙмәткәрҙәре - ѳмәлә

Уҙған шәмбе «ГазСервис» йәмғиәте «Белорецкгаз» филиалының 300 хеҙмәткәре, шул иҫәптән филиалдың Асҡар, Бѳрйән, Күсем эксплуатация хеҙмәттәре, Инйәр, Әүжән, Тирлән газ участкалары эшселәре, Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылына ярашлы, «Газпром» йәмғиәте ойошторған «Йәшел Рәсәй» Бѳтә Рәсәй экологик ѳмә» акцияһында ҡатнашты. Улар ҡала пляжынан алып «Парус» ял итеү базаһына тиклем Ағиҙел ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты һәм 20 тонна кѳнкүреш ҡалдыҡтарын сығарҙы. Ошондай акцияларға район-ҡаланың башҡа предприятиелары ла ҡушылһа, тирә-яғыбыҙ тағы ла йәмләнеп, йәшелләнеп китер ине. Л. Семинихина....
Инйәрҙәргә икмәк оҡшар 6-09-2013, 14:42 / ---

Инйәрҙәргә икмәк оҡшар

Үткән аҙнала Инйәрҙә яңы икмәкхана асылды. Инйәрҙә икмәкхана ѳс йыл элек ябылғайны. Ситтән алып киленгән икмәктең етмәгән саҡтары ла булды. Урындағы хакимиәткә был проблеманы хәл итеүҙә «Тимер юл сауҙа компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Һамар филиалы ярҙам итте. Яңы икмәкхана ауыл уртаһында, Энергетиктар урамындағы элекке сауҙа үҙәге һәм кафе бинаһында урынлашты. [right][/right]...
«Рәсәй почтаһы»нда   ыңғай үҙгәрештәр 6-09-2013, 14:24 / ---

«Рәсәй почтаһы»нда ыңғай үҙгәрештәр

«Рәсәй почтаһы» - ул дәүләт менән халыҡ араһында бәйләнеште булдырыусы компания. Уның потенциалы ҙур, әммә әлеге ваҡытта ул тулыһынса ҡулланылмай. Элекке сис-теманан ҡотолоп, почта сервисының кимәлен заман стандарттарына ярашлы итеп күтәрергә һәм юғары сифатлы хеҙмәтләндереү булдырылырға тейеш. [right][/right]...