Тәбиғәт менән гармонияла 17-09-2013, 09:42 / ---

Тәбиғәт менән гармонияла

Йылдар дауамында Йәш натуралистар станцияһында яңы уҡыу йылы башында «Асыҡ ишектәр» кѳнѳ уҙғарыла. Бында теләге булған һәр кем килеп уҡыу-методик базаһы һәм кѳҙгѳ уңышҡа арналған «Йәш натуралист - 2013» күргәҙмәһе менән таныша, шулай уҡ тѳрлѳ берекмәләргә яҙыла. Экскурсияға килгәндәр сағыу тәбиғәт донъяһы - ҙур аквариум, тѳрлѳ тутыйғоштар, ташбаҡалар һәм башҡа йәнлектәр менән таныша. [right][/right]...
Атлай Зѳбәй мәңгелеккә 11-09-2013, 15:23 / ---

Атлай Зѳбәй мәңгелеккә

Яҙыусы һәм ғалим Жәлил Кейекбаевтың «Зѳбәй Үтәғолов» тигән очерк-повесы 1944 йылда, ҡаһарман яҡташтарыбыҙ - башҡорт Зѳбәй Үтәғолов, мари Тимеркәй Ҡобаҡаев (Ҡалтасы районы) һәм улар менән бергә батырҙарса һәләк булған йәнә 11 гвардеецҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүгә бер йыл тулыуға, донъя күрә. Китапта Зѳбәй Үтәғоловтың Белорет районында үҫеүе, Маҡар эшсе-крәҫтиән мәктәбендә, аҙаҡ Башҡорт педагогия институтында уҡыуы, Салауат һәм Мәләүез райондарында мәктәптә эшләүе, фронттағы батырлығы тасуирлана....
Ер шарын сүп-сарҙан һаҡлайыҡ! 11-09-2013, 15:21 / ---

Ер шарын сүп-сарҙан һаҡлайыҡ!

Ҡый, сүп-сарҙың ни-мә икәнен аңлатып тороу кәрәмәйҙер. Һәр беребеҙ унан тиҙерәк ҡотолорға тырыша. Сүп-сарҙың 90 проценты полигондарға, дѳрѳҫѳрәге, - ҡулайлаштырылмаған сүп-лектәргә сығарыла....
Ете халыҡтың телен, ете тѳрлѳ фәнде ѳйрән 11-09-2013, 15:20 / ---

Ете халыҡтың телен, ете тѳрлѳ фәнде ѳйрән

Республикабыҙҙа бик күп милләт вәкилдәре йәшәй. Уларҙың һәр береһенең мәнфәғәте күҙ уңында тотолоп, үҙ-ара тиң һәм татыу йәшәүе өсөн тигеҙ шарттар булдырылған. Был йәһәттән Башҡортостаныбыҙ күп кенә тѳбәктәр ѳсѳн ѳлгѳ булып тора. Республикабыҙҙа һәр кемгә үҙ телендә иркен аралашыу, боронғо йолаларын тергеҙеү һәм балаларын атай-олатайҙары рухында тәрбиәләү мөмкинлеге бирелгән....
Ҡаһармандар әүҙем булды 9-09-2013, 15:30 / ---

Ҡаһармандар әүҙем булды

Ҡаһарман ауылы халҡы, һәр ваҡыттағыса, һайлауҙа әүҙем ҡатнаша. Был юлы ла иртәнге сәғәт 8-ҙән үк, һайлау участкаһы асылыу менән, тәүгеләрҙән булып Шәйдулла Баййегетов килә һәм үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәй. Әүҙем һайлаусыға бүләк тапшыралар. Шулай уҡ икенсе булып һайлаған Сәғәҙей Ғәйнуллин да бүләк алып ҡыуанды....
Яңы юлдар ҡыуандыра 9-09-2013, 15:28 / Яңылыҡтар

Яңы юлдар ҡыуандыра

2013-14 йылдарҙа ҡала юлдарына тулыһынса капиталь ремонт эшләү планы бѳгѳнгѳ кѳндә үтәлеү ѳҫтѳндә. Ҡала кѳнѳнә ҡарата Ғафури һәм Косоротов урамында яңы юлдар файҙаланыуға тапшырылһа, үткән йомала муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов Овчаренко, Пушкин, Октябрҙең 50 йыллығы урамдарындағы тѳҙѳкләндерелгән юлдарҙы ҡабул итте һәм К. Маркс урамындағы юлда башланған ремонт барышын ҡарап, тәҡдимдәрен, кәңәштәрен еткерҙе. «2013 йылда тѳҙѳкләндерергә планлаштырылған майҙандарҙа капиталь ремонт әүҙем бара, ә ҡайһы бер урамдарҙа юлдар тапшырылды ла инде. Ремонт ҡаланың үҙәк урамдарынан...
Ваҡытында түләгән хәйерле 9-09-2013, 15:26 / ---

Ваҡытында түләгән хәйерле

2013 йылда күсемһеҙ милеге, шул иҫәптән, ер участкаһы һәм транспорты булған физик шәхестәр 2012 йыл ѳсѳн милек һалымы түләргә тейеш. Әлеге ваҡытта һалым инспекцияһы белдереү ҡағыҙҙарын ебәреп бѳттѳ. Шуға бәйле һалым түләүселәрҙә бик күп һорауҙар тыуҙы. Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 20-се район-ара һалым инспекцияһының иҫәп һәм һалым түләүселәр менән эшләү бүлеге начальнигы Валентина ЧУЛЮКИНАНЫ ҡайһы берҙәренә яуап бирҙе....
9 сентябрь - Бѳтә донъя матурлыҡ кѳнѳ 6-09-2013, 14:54 / ---

9 сентябрь - Бѳтә донъя матурлыҡ кѳнѳ

Матурлыҡ. Ниндәй киң тѳшѳнсә ул. Уны һәр кем үҙенсә аңлай, ҡабул итә. Матурлыҡ бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Тап ошо тѳшѳнсә кешене илһамландыра, бейеклектәргә әйҙәй. Матурлыҡҡа ынтылып, матурлыҡ тыуҙырып йәшәүселәр ысын мәғәнәһендә бәхетле кешеләр. Ҡалабыҙҙа йәшәгән Диана Салауат ҡыҙы Склокина (Риянова) үҙен тап шундайҙар рәтенә индерә....
«Белорецкгаз» хеҙмәткәрҙәре - ѳмәлә 6-09-2013, 14:52 / ---

«Белорецкгаз» хеҙмәткәрҙәре - ѳмәлә

Уҙған шәмбе «ГазСервис» йәмғиәте «Белорецкгаз» филиалының 300 хеҙмәткәре, шул иҫәптән филиалдың Асҡар, Бѳрйән, Күсем эксплуатация хеҙмәттәре, Инйәр, Әүжән, Тирлән газ участкалары эшселәре, Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылына ярашлы, «Газпром» йәмғиәте ойошторған «Йәшел Рәсәй» Бѳтә Рәсәй экологик ѳмә» акцияһында ҡатнашты. Улар ҡала пляжынан алып «Парус» ял итеү базаһына тиклем Ағиҙел ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты һәм 20 тонна кѳнкүреш ҡалдыҡтарын сығарҙы. Ошондай акцияларға район-ҡаланың башҡа предприятиелары ла ҡушылһа, тирә-яғыбыҙ тағы ла йәмләнеп, йәшелләнеп китер ине. Л. Семинихина....
Инйәрҙәргә икмәк оҡшар 6-09-2013, 14:42 / ---

Инйәрҙәргә икмәк оҡшар

Үткән аҙнала Инйәрҙә яңы икмәкхана асылды. Инйәрҙә икмәкхана ѳс йыл элек ябылғайны. Ситтән алып киленгән икмәктең етмәгән саҡтары ла булды. Урындағы хакимиәткә был проблеманы хәл итеүҙә «Тимер юл сауҙа компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Һамар филиалы ярҙам итте. Яңы икмәкхана ауыл уртаһында, Энергетиктар урамындағы элекке сауҙа үҙәге һәм кафе бинаһында урынлашты. [right][/right]...