“Мәҙәниәт  - балҡышым да, яҙмышым да...” 28-10-2013, 11:18 / Мәҙәниәт

“Мәҙәниәт - балҡышым да, яҙмышым да...”

Һөйләйәсәк геройым, әңгәмәсем – илаһилыҡ, гүзәллек, юғары зауыҡ, зыялылыҡ сығанағы булған һәм шул уҡ ваҡытта магнит һымаҡ үҙенә тартып, ниндәйҙер ҡөҙрәт менән һине үҙенән ебәрмәгән серле сәнғәт һәм мәҙәниәт донъяһынан. Үҙенең өс тиҫтәгә яҡын ғүмерен районыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереүгә бағышлаған Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙы Әғләмова хаҡында булыр һүҙем. Ул ҙур баһаға лайыҡлы хеҙмәте менән ихтирам, хөрмәт ҡаҙанған, арҙаҡлы кешеләребеҙҙең береһе тиһәк тә яҙыҡ булмаҫ. Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙының бит ҡарашынан уҡ ныҡлы ихтыярлы шәхес, һәр хәрәкәтенән тынғыһыҙ зат икәнлеге күренә. Үткер телле, йыйнаҡ фекерле. Бар...
Собханғол  мәсетенең  яҙмышы 28-10-2013, 10:30 / Иман

Собханғол мәсетенең яҙмышы

XIX-XX быуаттарҙа Белорет районының Собханғол (Рәүәт) ауылына Ғафури районынан Петруха (Петр булғандыр инде) етәкселегендә 5-6 кешенән торған тѳҙѳүселәр бригадаһы килгән. Улар үҙҙәре менән тѳҙѳлѳш материалдары алып килгән. Эшселәр бер нисә йыл буйы ятып, байҙар заказы буйынса күп кенә йорттар эшләгән. Башын үҙҙәре ярған таҡта менән япҡандар. Тәҙрәләрҙең рамдарын ике ҡат итеп эшләгәндәр, ә ҡапҡастарын, иҙәндәрен, ишектәрен тѳрлѳ тѳҫкә буяғандар. 1895 йылда бик матур мәсет тѳҙѳгәндәр. Мәсет юҡ саҡта Верхнеуралдан Малай исемле мулла килгән....
«Ултырайыҡ әле бѳгѳн кис» күптәрҙең күңеленә хуш килде 28-10-2013, 10:26 / Мәҙәниәт

«Ултырайыҡ әле бѳгѳн кис» күптәрҙең күңеленә хуш килде

Үткән аҙнала ҡала Мәҙәниәт һарайында Ирина Николаевна Ручкина етәкселегендә башҡорттар ѳсѳн беренсе тапҡыр “Ултырайыҡ әле бѳгѳн кис” тип аталған ял кисәһе ойошторолдо. Кисәне Башҡорт халыҡ театры режиссеры Гѳлнара Ғилманова, режиссер ярҙамсыһы Гѳлнара Башарова, “Етегән” эстрада фольклор ансамбле етәксеһе Рәзилә Вәлиева, йырсы Луиза Мѳхѳтдинова, баянсы Иршат Шәғәлин, музыкаль яҡтан биҙәүсе Михаил Котов күңелле итеп алып барҙы....
Яҙыусы  һүҙе  баһаһын  юғалтмай 28-10-2013, 10:20 / Арҙаҡлы яҡташтар

Яҙыусы һүҙе баһаһын юғалтмай

Мѳхәмәт ауылына тѳшкә ҡарай барып индек. Ауылда кѳҙгѳ тынлыҡ. Урамда әллә ни кешеләр ҙә юҡ. Уныһы ла аңлашыла: кемдең ямғырлы, бысраҡ кѳндѳ урам ҡыҙҙырып йѳрѳгѳһѳ килһен. Әммә “Урал” һәм “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәрен миҙгелдең бер ниндәй мәле лә ҡурҡытмай, ниндәй генә тәбиғәт шарттары булһа ла, юл сығырға һәр саҡ әҙербеҙ. Бѳгѳн иһә баш ҡала ҡунаҡтарынан алданыраҡ килеп, ауыл халҡы менән аралаша торҙоҡ. Мѳхәмәттәр, һәр ваҡыт-тағыса, журналистар менән осрашыуға етди әҙерләнгән....
кѳҙгѳ  байрамдар 28-10-2013, 10:17 / Мәҙәниәт

кѳҙгѳ байрамдар

Район-ҡала мәктәптәрендә бер-бер артлы кѳҙ байрамдары уҙҙы. Инйәрҙең 2-се мәктәбендә ул ѳс кѳн барҙы. I-V кластар араһында уҙғаны «Кѳҙ батшалығына сәйәхәт» тип аталды. Бында уҡыусылар әкиәттәр сәхнәләштерҙе. Бигерәк тә икенселәрҙең «Ҡунаҡҡа саҡырыу», ѳсѳнсѳләрҙең «Япраҡтар ни ѳсѳн һары» әкиәттәре оҡшаны. Уҡыусылар музыкаль бүләк әҙерләне, кѳҙгә арналған һүрәттәр күргәҙмәһе ойошторҙо....
Закон ҡәтғиләште 28-10-2013, 10:15 / Яңылыҡтар

Закон ҡәтғиләште

Хәҙер тыйылған урында тәмәке тартҡан һәм балиғ булмағандарҙы яман ғәҙәткә йәлеп иткән ѳсѳн 1,5 мең һум түгел, ә 3 мең һум штраф түләргә тура киләсәк. Шулай уҡ балалар майҙансыҡтарында тартҡан ѳсѳн дә штраф күләме 2 мең һумдан 3 мең һумға тиклем артты....
Иң шәп йырсылар беҙҙеке 28-10-2013, 10:13 / Яңылыҡтар

Иң шәп йырсылар беҙҙеке

Өфө ҡала Мәҙәниәт һарайында «Юлдаш йыры - 2013» асыҡ республика конкурсының финалы үтте. Унда республиканың башҡорт һәм татар телендә йырлаусы үҙешмәкәр башҡарыусылар һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән конкурсанттар ҡатнашты. Һуңғы этапта финалға 21 йырсы сыҡты....
кеше  ғүмере  осон яуаплылар 28-10-2013, 10:11 / Замандаш

кеше ғүмере осон яуаплылар

Октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе автотранспорт хеҙмәткәрҙәре һѳнәри байрамдарын билдәләй. Бѳгѳнгѳ кѳнкүрешебеҙҙе ав-томобилһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Кѳндәлек тормошобоҙҙа транспорт мѳһим роль уйнай. Хәҙерге ваҡытта йәмәғәт транспорты менән файҙаланмаған бер генә кеше лә юҡтыр. Район-ҡала халҡы йәмәғәт транспорты хеҙмәткәрҙәренең эш һѳҙѳм-тәһен баһалаусы контролерҙар булып тора, тиһәң дә хата булмаҫ. Һәр транспорт предприятиеһы пассажирҙар мәнфәғәтенән сығып эшләй. Белорет авто-транспорт предприятиеһы пас-сажирҙарҙың һәр һорауын һәм мѳрәжәғәтен ҡәнәғәтләндерергә тырыша....
ИҢ ТӘМЛЕ ҺОНӘР ЭЙӘЛӘРЕ 22-10-2013, 15:16 / Яңылыҡтар

ИҢ ТӘМЛЕ ҺОНӘР ЭЙӘЛӘРЕ

Ашнаҡсы кѳнѳ 2004 йылда барлыҡҡа килгән, әммә ул Башҡортостанда һәм район-ҡала кимәлендә быйыл тәү тапҡыр ҡалабыҙҙың 21-се мәктәбендә билдәләнде....
Теш һыҙлауын нисек баҫырға? 22-10-2013, 14:40 / Һаулығың-байлығың

Теш һыҙлауын нисек баҫырға?

Йәнгә тейә торған ауырыуҙар исемлеген тѳҙѳргә ҡушһаң, моғайын, һәр кеше беренсе урынға теш һыҙлауын ҡуйыр ине. Ысынлап та, яҙлы-кѳҙлѳ һауа торошо кинәт кенә үҙгәргән мәлдә тештәргә йоғонтоһо ҙур. Бындай осраҡта күптән түгел дауалатҡан йәки кариеслы тештәр елһенеп, маҙаға тейеп һыҙлай башлай. Бигрәк тә кискә, тѳнгә табан ауыртыу киҫкенләшән мәлдә ѳй шарттарында теште дауалау ысулдарын файҙаланыу зарур....