ҡала  башлығы  һайланды 22-10-2013, 14:26 / Яңылыҡтар

ҡала башлығы һайланды

Үткән аҙнала хакимиәт йортоноң ҙур залында ҡала Советының ултырышы үтте. Депутаттар ҡала биләмәһе хакимиәтенә контракт буйынса яңы башлыҡ һайлау мәсьәләһен хәл итте. Ултырышта БР Дәүләт Йы-йылышы-Ҡоролтай депутаты, ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын ал-маштырыу буйынса конкурс комиссияһы рәйесе Юрий Щевелев, район Советы рәйесе Евгений Карепанов, Белорет муниципаль районының хакимиәт башлығы Владислав Миронов, район Советы секретары Камил Хөбөтдинов, район хакимиәтенең бүлек һәм идаралыҡ етәкселәре, ойошма һәм предприятие етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты....
5 500 һум штраф! 22-10-2013, 14:26 / Тәртип һағында

5 500 һум штраф!

Район-ара прокуратура “БизнесСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә ҡулланыусылар хоҡуғы тураһында закондарҙың үтәлешен тикшерҙе. Тѳҙѳүсе ойошма ҡаланың Ленин урамындағы күп торлаҡлы йортто 2013 йылдың III кварталында тапшырырға тейеш булһа ла, әлеге ваҡытта йорт файҙаланыуға тапшырылмаған. Тапшырыу ваҡыты үҙгәреүе тураһында ѳлѳшкә инеүселәргә хәбәр ителмәгән. Был факт буйынса район-ара прокуратура юридик шәхескә һәм уның генераль директорына РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 14.8-се статьяһының 1-се бүлеге буйынса (һатыуҙағы тауар тураһында кәрәкле һәм дѳрѳҫ мәғлүмәт алыуҙа...
Социаль туристарҙы күңелле сәйәхәт кѳтә 22-10-2013, 14:24 / Спорт һәм туризм

Социаль туристарҙы күңелле сәйәхәт кѳтә

Башҡортостан Республи-каһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2012-2016 йылдарға иҫәпләнгән “Башҡортостанда эске һәм ситтән килгән туризмды үҫтереү” айырым маҡсатлы оҙайлы программаһына үҙгә-рештәр индерелеүен хәбәр итә. 2013 йылдың 2 октябренән “Социаль туризм” ярҙамсы программаһында ҡатнашыу ѳсѳн яңынан ғаризалар ҡабул ителә башланы. Шулай ҙа, 2011-2012 йылдарҙа булдырылған сират һаҡланып ҡаласаҡ....
Мигранттар яңы танытма алырға тейеш 22-10-2013, 14:21 / Яңылыҡтар

Мигранттар яңы танытма алырға тейеш

Ноябрҙә сит илдән килеүселәр һәм скутерҙа йөрөүселәр яңы водитель танытмаһы алырға тейеш була. Май айында РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына һәм "Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында” Федераль законға индерелгән үҙгәрештәр ноябрҙә үҙ көсөнә инәсәк....
Әсмә инәй  йәки  Сараһыҙҙан ауылын ташлап киткән йѳҙйәшәр инәй хаҡында 22-10-2013, 13:47 / Яҙмыштар

Әсмә инәй йәки Сараһыҙҙан ауылын ташлап киткән йѳҙйәшәр инәй хаҡында

Ауыл йоҡлай. Клубтан йәштәр сыҡты. Кешеләрҙе уятмаҫ ѳсѳн әкрен генә гармун тартып, кѳлѳшә-кѳлѳшә ауылды бер урап сыҡҡас, улар яратҡан урындары - Әсмә инәйҙең ѳйѳ артындағы йомро ағас эскәмйәгә килеп ултырҙы. Ҡайһылары һуң булыуына һылтанып, ҡайта башлай, парлылары иһә таң һыҙылғансы наҙланышып шунда ҡала. Әсмә инәй ҙә кем-кем менән, нисәлә килеп, нисә сәғәткә тиклем ултырыуҙарын ишетеп ята. Уның да йоҡоһо йоҡо түгел, тик һис кенә лә йәштәргә асыуланмай. Таң менән тороп, һыйырын һауып, иртәнге сәйҙән алда ул да ауыл урамын бер ҡыҙырып сыға. Әйтерһең дә, тѳнѳн үткән йәштәр эҙе уға...
Адреслы социаль ярҙам күрһәтелә 22-10-2013, 13:44 / Социаль ѳлкә

Адреслы социаль ярҙам күрһәтелә

Ҡартлыҡ һәм инвалидлыҡ буйынса пенсия алған эшләмәгән пенсионерҙарға 2011 йылдан алып Рәсәй Федерацияһы Пенсия фонды һәм Башҡортостан Республикаһы бюджеты аҡсаһынан торлаҡҡа газ үткәреүгә киткән сығымдарҙы ҡаплауға адреслы социаль ярҙам күрһәтелә....
Тормош  юлын яңғыҙ  үтмәйек 22-10-2013, 13:41 / Яҙмыштар

Тормош юлын яңғыҙ үтмәйек

Был донъяла һәр кемдең күктәр тарафынан яратылған үҙ яртыһы була, тиҙәр. Кеше тыуғанда уҡ ише менән тыуа, тип тә, әйтәләр. Бәлки, ысынлап та, шулайҙыр ҙа, сөнки тормошта һәр нәмәнең һыңары була. Хоҙай бар нәмәне лә парлап яралтҡан. Аҡтың ҡараһы, яҡшылыҡтың яманлығы булған кеүек, әҙәм балаһының да мотлаҡ уға ғына тәғәйен, киләсәктә бергәләп донъя көтөрҙәй, һөйөнөс-көйөнөстәрҙе бергә кисереп, балалар үҫтерерҙәй яртыһы барҙыр. Шуға күрә лә үҫеп, буй еткергәс тә күптәр ошо яртыһын тиҙерәк табырға, уның менән осрашырға, ҡауышырға тырыша. Ләкин табышып, ҡауышыуҙар ҙа һәр кемдеке тѳрлѳсә...
Күҙеңде лә күҙ ҡараһы кеүек һаҡла 22-10-2013, 13:38 / Һаулығың-байлығың

Күҙеңде лә күҙ ҡараһы кеүек һаҡла

Октябрҙең икенсе кесаҙнаһында Бѳтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы инициативаһы буйынса Бѳтә донъя күреү кѳнѳ билдәләнде. Был дата календарҙа һуҡырлыҡ проблемаһына иғтибар бүлеү ѳсѳн билдәләнгән. Уны үткәреүҙә бындай проблемаға бәйле булған тѳрлѳ ойошмалар ҡатнаша....
Прививка ауырыуҙы «ауыҙлыҡлай» 22-10-2013, 13:36 / Һаулығың-байлығың

Прививка ауырыуҙы «ауыҙлыҡлай»

Грипп вирусы ҡуҙғытҡан киҫкен инфекцион сирҙе йыш ҡына башҡа респиратор ауырыуҙар, ҡыҫҡаса ОРВИ, менән бутайҙар. Әлеге кѳндә грипҡа оҡшаш респиратор вирустарҙың 200-ҙән ашыу тѳрѳ билдәле....
15 ҡорбан салынды 22-10-2013, 13:34 / Яңылыҡтар

15 ҡорбан салынды

Октябрьский биҫтәһендәге «Иҙел башы» мәсетенә иртә менән олоһо ла, кесеһе лә ағылды. Мәүлит хәҙрәт Ҡорбан ғәйете уҡығандан һуң вәғәздәр һѳйләне, һәммәһен дә изге байрам менән ҡотлап, сәләмәтлек, ғаилә һәм ил именлеге, иман байлығы теләне....