Юлдар  яныра 22-10-2013, 11:15 / Ауыл тормошо

Юлдар яныра

Һуңғы йылдарҙа Ѳфѳ - Белорет - Магнитогорск юлының торошо күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Быйыл, ниһайәт, боҙ урынан ҡуҙғалды: Ѳфѳ - Инйәр - Белорет юлына ла капиталь ремонт башланды. Ошо хаҡта Белорет юл ремонтлау - тѳҙѳү идаралығының прорабы Евгений Александрович Никитин менән әңгәмәләштек....
ЮЛДАР КҮҢЕЛДЕ БАЙЫТА 15-10-2013, 15:21 / Замандаш

ЮЛДАР КҮҢЕЛДЕ БАЙЫТА

Манышты, Сәфәрғол, Түбәнге Телмәй, Кәрпәсте һәм Александровка ауылдарына почта ташыусы Альбина Мәүлит ҡыҙы ИҘРИСОВА 20 йыл почтальон булып эшләү осоронда һәр ағасты, һәр боролошто һәм ташты яттан белеп бѳткән. 1987 йылда операторға уҡып сыҡҡан ҡыҙ Инйәрҙә, Белоретта оператор ҙа, 9-сы бүлексәнең начальнигы ла була....
Үҙаллылыҡ йылына - 23 йыл! 10-10-2013, 11:31 / Яңылыҡтар

Үҙаллылыҡ йылына - 23 йыл!

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияны ҡабул итеүҙең 23 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Р.Х. Марданов, муниципаль район Советы рәйесе Е.Я. Карепанов, муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов, Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры Ғ.Б. Аҫылғужин, педагогия колледжы студенткаһы Р.Д. Солтанова ҡатнашты һәм сығыш яһаны....
Ҡотлайбыҙ! 10-10-2013, 11:28 / ---

Ҡотлайбыҙ!

Башҡортостан Республи-каһының Белорет районы муниципаль районының һәм Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе буйынса Башҡортостан Рес-публикаһы үҙйѳрѳшлѳ машина, башҡа тѳр техника торошон техник яҡтан күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһының бүлек мѳдире - Зәбир Мѳхәррәм улы Казин оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне ѳсѳн һәм дәүләт техника күҙәтеүе органдарының 55 йыллығы уңайынан Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде....
Белорет   яңырыу юлында 10-10-2013, 11:25 / Яңылыҡтар

Белорет яңырыу юлында

1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителә. Был Рәсәй Федерацияһы составында республиканың социаль-иҡтисади үҫеше ѳҫтѳнлѳктәрен билдәләү, тѳбәк закондар системаһын формалаштырыу мѳмкинлеген тыуҙырҙы. Бѳгѳн иһә Башҡортостан тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яулай. Бының ѳсѳн бѳтә шарттар ҙа - бай тәбиғәт сығанаҡтары, үҙенсәлекле географияһы, иҡтисади мѳмкинлектәре, ә иң мѳһиме - талантлы һәм эшһѳйәр халҡы бар. Яғыулыҡ, химия һәм нефтехимия ѳлкәһе, машиналар эшләү, үҫешкән ауыл хужалығының ҡеүәтле етештереү потенциалы республиканы Рәсәйҙең...
Мәктәп   яңы тѳҫ ала 10-10-2013, 11:22 / Яңылыҡтар

Мәктәп яңы тѳҫ ала

[left]Ҡаланың Нижнее селение биҫтәһендәге 16-сы мәктәптә капиталь ремонт бара. Мәктәпкә бындай ҙур ремонт илле ѳс йылға беренсе тапҡыр яһала. Бының ѳсѳн ѳс миллиондан ашыу аҡса бүленгән....
Катя еңгә 1-10-2013, 13:58 / ---

Катя еңгә

“Иң мөһиме - изгелек һәм ябайлыҡ. Кешелек сифаттарының иң ҡәҙерлеһен шулар тип һанайым”, - ти Екатерина Васильевна....
Йыл да осрашабыҙ 1-10-2013, 13:56 / ---

Йыл да осрашабыҙ

Оло йәштәгеләр кѳнѳн йыл һайын мәктәп ашханаһында үткәрәбеҙ. Иң тәүҙә аят уҡыла, бер йыл эсендә беҙҙе ташлап киткән ҡәрҙәштәребеҙҙе иҫкә алабыҙ. Һуңынан 1 октябрҙең ниндәй әһәмиәтле кѳн булыуы тураһында һѳйләйбеҙ....
Акцияға ҡушыл, изгелек күрһәт! 1-10-2013, 13:55 / ---

Акцияға ҡушыл, изгелек күрһәт!

Үткән аҙнала Үҙән балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә ярҙам күрһәтеү ѳсѳн ҡалала хәйриә акцияһы уҙғарылды. Уны Йәштәрҙең ял итеү үҙәге, “LOOK” компанияһы, “Металлург” кинотеатры, “Заварка” реклама агентлығы ойошторҙо. "Берҙәм Рәсәй" партияһының инициативаһы менән ойошторолған сара Рәсәйҙең бѳтә ҡалаларында уҙа. Унан беҙҙекеләр ҙә ситтә ҡалманы....
Балға  хаҡ  тѳшкән 1-10-2013, 13:54 / ---

Балға хаҡ тѳшкән

Ял кѳндәрендә ҡаланың автовокзал янындағы майҙанында ауыл хужалығы йәрминкәһе булды. Йәрминкәлә ит, йәшелсә-емеш, балыҡ, дарыу үләндәре, ғѳмүмән, ҡышҡылыҡҡа кәрәкле аҙыҡ-түлек алырға мѳмкин ине....