Полиция погондарын иң-иңдәр генә йөрөтә 8-11-2013, 10:53 / Яңылыҡтар

Полиция погондарын иң-иңдәр генә йөрөтә

Законға ярашлы ғәҙеллек урынлаштырыу - полиция хеҙмәткәрҙәренең фиҙаҡәр бурысы. Иң яҡшыларға, юғары профессионаллеккә эйә булғандарға дәүләттең һәм халыҡтың хәүефһеҙлеген һаҡлау миссияһы ышанып тапшырыла. Белеүебеҙсә, эске эштәр органдары хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, тәртип, ижтимағи һәм иҡтисади хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, енәйәт асыу һәм тикшереү эшен алып бара. Еңел булмаған мәсьәләләрҙе Белорет полицияһы нисек хәл итә? Хеҙмәткәрҙәр эше нисек ойошторола? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Рәсәй эске эштәр министрлығы “Белорет” муниципаль-ара бүлегенең полиция начальнигы, подполковник Ришат Баймырҙин...