Егеттәр китә әрмегә 12-11-2013, 16:16 / Яңылыҡтар

Егеттәр китә әрмегә

Районда хәрби хеҙмәткә яраҡлы егеттәрҙе армия сафына оҙатыу дауам итә. Быйылғы көҙгө саҡырылышта Рәсәй Ҡораллы Көстәр рәтен Белорет, Бөрйән райондарының һәм Белорет ҡалаһының хәрби комиссариатынан 211 егет тулыландырасаҡ....
Банктың киләсәге ѳмѳтлѳ 12-11-2013, 16:14 / Замандаш

Банктың киләсәге ѳмѳтлѳ

1841 йылда Рәсәй императоры Николай I, халыҡ үҙ аҡсаһын ышаныслы һәм файҙалы итеп һаҡлай алһын өсөн, һаҡлыҡ кассалары булдырырға тигән ҡарар сығара. Был ҡарар тиҙ арала тормошҡа ашырыла һәм Һаҡлыҡ банкы Рәсәй финанс системаһының мөһим ѳлѳшѳнә әйләнә. Уның структуралары әллә нисә тапҡыр үҙгәрһә лә, ышаныслы һәм универсаль булыуы менән бөгөнгә тиклем халыҡ араһында абруйын юғалтмай. Ә инде 1998 йылдың 10 ноябренән алып, Рәсәй Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй башлай. Әлеге ваҡытта ил территорияһында иң эре һаналған Һаҡлыҡ банкыһының яҡынса 20 мең бүлексәһе бар....
Дәүләт-конфессия мѳнәсәбәте һорауҙары ҡаралды 12-11-2013, 11:12 / Иман

Дәүләт-конфессия мѳнәсәбәте һорауҙары ҡаралды

Үткән аҙнала хакимиәт йортонда дәүләт-конфессия мѳнәсәбәте һорауҙары буйынса комиссия ултырышы булды. Унда комиссия ағзалары, ойошма етәкселәре, ауыл хакимиәте башлыҡтары һәм дин әһелдәре ҡатнашты. Хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев йыйылышты асып, комиссия ағзалары менән таныштырҙы һәм дәүләт менән дини ойошмалар араһындағы мөнәсәбәт мәсьәләһен күтәрҙе. “Жәмиғ” мәсетенең имам хатибы Исмәғил хәҙрәткә һүҙ бирелде. Ул тәүҙә район-ҡала буйынса дини эшмәкәрлеккә күҙәтеү яһаны. Милләт-ара нигеҙҙәге низағтарға юл ҡуймаҫҡа, экстремистарҙан һаҡ булырға өндәне. Шулай уҡ ауыл...