Һағындырыр һандуғасы 18-11-2013, 16:31 / Арҙаҡлы яҡташтар

Һағындырыр һандуғасы

Сосновка ауылы китапханаһында талантлы уҡытыусы-остаз, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, рәссам, әүҙем йәмәғәтсе Нурислам Шәйхуловтың хәтер кисәһе уҙғарылды. Мәҙәниәт һәм китапхана йорто мөдирҙәре Земфира Аҙнабаева, Ғилә Фәтҡуллина, хеҙмәткәрҙәр ауылдың абруйлы оло кешеләрен, әҙиптең балаларын, туғандарын, уҡыусыларын башҡорт ҡунаҡсыллығы менән ихлас ҡаршыланы. Кисәгә килеүселәр, уҡыусы балалар Нурислам Шәйхуловтың төрлө йылдарҙа баҫылып сыҡҡан китаптарын, гәзит биттәрендә донъя күргән мәҡәләләрен, яҙған картиналарын яңынан ҡарап сыҡты. Гөлсөм Нурислам ҡыҙы Мостафина (Шәйхулова) хәтер...