Осһоҙ эшсе килә тип ҡыуанма! 2-12-2013, 15:07 / Сәйәсәт

Осһоҙ эшсе килә тип ҡыуанма!

Быйыл 10 октябрҙә Мәскәүҙең Бирюлево биҫтәһендә Егор Щербаков тигән кешене үлтерәләр. Был енәйәттә мигрант - әзербайжан ғәйепләнә. Тәртип һаҡлау органдарының енәйәтсене ҡулға алырға ашыҡмауы урындағы халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра һәм улар урамдарға сығып, ҙур тәртипһеҙлектәр ойоштора. Мигранттарҙың үҙҙәрен әллә кем итеп тотоуы, баҙарҙарҙы яулап алыуы, урындағы халыҡ һәм закон менән иҫәпләшмәүе кисә йә бѳгѳн килеп тыуған мәсьәлә түгел, ә тиҫтә йылдар дауам иткән хәл. Бирюлеволағы енәйәт халыҡты сығырынан сығарҙы һәм дары менән тулы бер мискәнең шартлауына тиң булды. Ошо ваҡиғаларҙан һуң тәртип...
Хеҙмәт - йәшәү маяғы 2-12-2013, 14:56 / Социаль ѳлкә

Хеҙмәт - йәшәү маяғы

Һаулығы буйынса инвалид булғандарҙың сәләмәт кешенән дә артығыраҡ һоҡланғыс ғүмер кисереүенә күпме тапҡыр шаһит булғаныбыҙ бар. Ә бына 6 йәштән һуҡыр ҡалып, кескәйҙән бәләкәй туғандарын тәрбиәләшеп, бѳтә эшкә ѳйрәнеп үҫкән Әфридә Исхаҡ ҡыҙы АЛАЧЕВАНЫҢтегенгә, бәйләмгә оҫта булыуы, 78 йәштә хорҙа йырлап йѳрѳүе бигерәк тә таң ҡалдырҙы....
Кешеләргә аманатың - Һинең сикһеҙ моңдарыңда 2-12-2013, 14:33 / Мәҙәниәт

Кешеләргә аманатың - Һинең сикһеҙ моңдарыңда

Белорет районы республикала майҙаны буйынса иң ҙуры, иң ҙур йылғалар ҙа ошо ерҙән башлана һәм иң бейек тауҙар ҙа бында булыуы менән билдәле булһа, иң бөйөк шәхестәр ҙә - композиторҙар, бейеүселәр, йырсылар, яҙыусылар, рәссамдар тап ошо Иҙел башы еренән сығыуы үҙе бер мөғжизәгә тиң. Шуларҙың береһе - бөтә ғүмерен башҡорт эстрада сәнғәтенә бағышлаған, сит илдәргә сығып, бөтә Рәсәйҙе арҡыры-буй гиҙеп, төрлө милләт халыҡтарының да күңеленә ғәжәйеп моңо менән юл тапҡан мәшһүр йырсы, Башҡортостандың халыҡ, атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәли Хәмзин. Ул...
Бер йылымдың йәйе 2-12-2013, 14:30 / Яҙмыштар

Бер йылымдың йәйе

Беренсе иҫемдә ҡалырлыҡ күренеш - ейәнсәрем Юлиәнең сығарылыш кисәһе. Ул Рәми Ғарипов исемендәге гимназияны тамамланы. Сығарылыш тантанаһы тамамланғас та, дүрт тѳркѳм класташтар ата-әсәләре менән бергә Ағиҙел буйлап йѳҙѳргә сыҡтыҡ. Миңә Ҡара диңгеҙҙә лә, Илим йылғаһында ла йѳҙѳргә тура килгәйне. Ә бына үҙебеҙҙең тѳп йылғабыҙ Ағиҙелдә беренсе мәртәбә йѳҙѳргә форсат тейҙе. 15-әр минут интервал менән 2-шәр теплоход аҫҡа, 2 теплоход ағымға ҡаршы йѳҙѳп киттек. Балаларҙың шатланыуы, бал ҡорттары һымаҡ геүләүе, музыка тауышы яңғырап торҙо. Кәмәләр уҙыша, ҡаршы осрағандарында кешеләр бер-береһен...
Әсәйҙәр  байрамы 2-12-2013, 14:28 / Мәҙәниәт

Әсәйҙәр байрамы

Ҡаланың 1-се балалар баҡсаһының «Аҡбуҙат» башҡорт балалары тѳркѳмѳ тәрбиәсеһе Миңниса Сабир ҡыҙы Нәбиуллина менән музыка етәксеһе Гүзәл Айрат ҡыҙы Бикбулатова үткәргән «Супер әсәй» конкурсында әсәйҙәр - Рәмилә Мусина, Эльвира Сафиуллина, Эльмира Әхмәтйәнова, Луиза Мѳхѳтдинова, Нәргиз Алтынбаева ҡатнашты....
Батырлыҡ яуҙа ғына һыналмай икән 2-12-2013, 14:24 / Үрнәк

Батырлыҡ яуҙа ғына һыналмай икән

Октябрьский ҡалаһында йәшәгән яҡташыбыҙ Сәлиә Ғәлләм ҡыҙы Мәзитова тыуған ҡалаһы Белоретҡа йыш ҡайта. Сираттағы килгәнендәге мажаранан тот та боевик тѳшѳр. Хас кинолағыса: енәйәтсе, уны баҫтырыу, полиция, «тиҙ ярҙам»... Тѳп ролдә, әлбиттә, 79 йәшлек пенсионер, эпизодик ролдәрҙе башҡарыусылары ла етерлек. Оло йәштәге инәйҙең ҡанға батҡан йѳҙѳ, һынған бармаҡтары... Нишләһен, 5 мең һум аҡса бер ҙә юҡҡа күктән яумай, уның ѳсѳн әллә күпме кѳс түгергә, кѳрәшергә кәрәк. Бер әҙәмгә бүләк итеп булмай ҙа инде....
Аҡса кемгә кәрәкмәй 2-12-2013, 14:21 / Социаль ѳлкә

Аҡса кемгә кәрәкмәй

Аҡса менән эш итмәгән, уның ниндәй кѳскә эйә булғанын аңламаған бер генә кеше лә юҡтыр. Бөгөн шыптырлап торған бәләкәй генә бер ҡағыҙ киҫәге үҙендә ҙур ҡѳҙрәт туплауға ирешкән. Үҙе йәнһеҙ булһа ла, тормошто йәнләндереп, күңелде лә йылытып ебәрә. Ул бѳтәһенә лә кәрәк, барыһы ла уны ярата. Олоһо ла, кесеһе лә аҡсаның көсөн, тормошта тотҡан урынын яҡшы белә. Ҡасандыр, бәхет аҡсала түгел, тип һанағандар ҙа хәҙер был һүҙҙәрҙең заман ҡалыптарына тура килеп етмәүе менән бәхәсләшмәйҙер....
Ҡурсаҡтар  донъяһында 2-12-2013, 10:47 / Мәҙәниәт

Ҡурсаҡтар донъяһында

Өфө ҡалаһынан “Мираҫ” хәйриә фонды ҡалабыҙҙың тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында Ҡурсаҡтар күргәҙмәһен ойошторҙо. Күргәҙмәне асыу тантанаһына йыйылған тамашасылар алдында муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Теләүбаев, музей директоры М.Фәхретдинова, “Мираҫ» хәйриә фондының генераль директоры И.Иманғолов сығыш яһаны....
Тормош - фотохәбәрсе күҙлегенән 2-12-2013, 10:45 / Мәҙәниәт

Тормош - фотохәбәрсе күҙлегенән

Бына 40 йылдан ашыу инде аталы-уллы Панченколар Иҙел башының фо-то йылъяҙмаһын алып бара. Панченко Николай Митрофанович хеҙмәт юлын 1971 йылда «Урал» гәзитендә фотохәбәрсе булып башлай. Бында ике тиҫтәнән артыҡ йыл эшләгәндән һуң, «Белорецкий рабочий» гәзитенә күсә. Хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан Илья ла атаһы юлынан китә. Ул 1994 йылда фотокор вазифаһында «Урал» гәзитендә эш башлай. Йылдар үтеү менән Илья атаһының урынына «Белорецкий рабочий» гәзитенә эшкә тѳшә. Шулай итеп, аталы-уллы Панченколар юғары профессиональ фотохәбәрсе булараҡ районда һәм республикала билдәлелек ала....