Буяҙарҙа тормош мәғәнәһе таба 9-12-2013, 11:17 / Мәҙәниәт

Буяҙарҙа тормош мәғәнәһе таба

Был донъяға һәр әҙәм балаһы үҙенә генә тәғәйен тәҡдир, өлөш менән тыуа. Иҫ белгәс тә кеше күңелендә хыялдар, теләктәр моронлай башлай. Үҫә төшкән һайын улар нығына һәм әҙәм балаһы шуларҙы ғәмәлгә ашырыу ниәтендә мөмкинлектәрен һынап, һәләтен, Хоҙай тарафынан бирелгән талантын аса. Эйе, ныҡыштар, тырыштар ҡуйған маҡсаттарына ирешеп, хыялдарын бойомға ашырып, тормошта лайыҡлы урынын таба. Тирә-яғыбыҙға күҙ һалһаҡ, ундайҙар арабыҙҙа бихисап. Әйтәйек, яҡташыбыҙ Байбордин Юрий Константинович рәссам, скульптор, көслө педагог булараҡ бөтә Рәсәйҙә дан алған, исеме сит ил офоҡтарын яулаған...
Батырҙар үлмәй 9-12-2013, 11:12 / Арҙаҡлы яҡташтар

Батырҙар үлмәй

Герой. Батыр. Ҡыйыу. Ҡаһарман... Кемдәр улар? Ҡайҙа тыуғандар һәм үҫкәндәр? Ниндәй батырлыҡ күрһәткәндәр һәм ниндәй награда алғандар икән? Наградалар һәм геройҙар тураһында ҡайһы ваҡыт бәхәстәр ҙә килеп сыға. Кемдер, мәҫәлән, ҡапыл ктмәгәндә осраҡлы ғына бер күренекле ҡылығы ѳсѳн орден алһа, ә кемдер ысын батырлығы ѳсѳн ҡыҙыу һуғыштың аҙағынаса билдәләнмәй ҡала. Ә бына 1942 йылда үҙ теләге менән һуғышҡа 18-20 йәшлек 48 Белорет ҡыҙының китеүе һәм Сталинград ҡан ҡойошонда ҡатнашып, тағы ла ѳс йыл һуғышып Берлинға барып етеүе геройлыҡ түгелме ни? Ә наградалар менән был ҡыҙҙарҙы артыҡ...
«Саф күңелең һаман иҫтә» тип аталды яҙыусы Зөлфәр Хисмәтуллиндың хәтер кисәһе 9-12-2013, 11:09 / Арҙаҡлы яҡташтар

«Саф күңелең һаман иҫтә» тип аталды яҙыусы Зөлфәр Хисмәтуллиндың хәтер кисәһе

Ошо көндәрҙә Сермән ауылының Яныбай Хамматов исемендәге модель китапханаһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яугир-яҙыусы Зөлфәр Фазылетдин улы Хисмәтуллиндың ижадына арналёан, хәтер кисәһе үтте. Унда Өфө ҡунаҡтары - филология фәндәре докторы, яҙыусы, профессор, ғалим Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы Сабир Нәғим улы Шәрипов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы Радик Закирйән улы Хәкимйәнов,...