Президент Шыршыһына – иң-иңдәр! 24-12-2013, 16:48 / Яңылыҡтар

Президент Шыршыһына – иң-иңдәр!

Йылдағыса Мәскәүҙә һәм Ѳфѳлә үткән Президент Шыршыһына район-ҡаланың уҡыуҙа, спортта юғары ҡаҙаныштарға ѳлгәшкән, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, һәр яҡлап һәләтле уҡыусылар бара....
Уяу булыу бәләнән һаҡлар 24-12-2013, 16:39 / Яңылыҡтар

Уяу булыу бәләнән һаҡлар

Әҙәм балаһы кѳтѳлмәгән тѳрлѳ фажиғале хәлдәргә йыш осрай. Һис кѳтмәгәндә янғын сыға, самолет ҡолап тѳшә йә иһә поезд түңкәрелә. Тәбиғәт - әсә лә әҙәм балаһының вайымһыҙлығына, ғәмһеҙлегенә асыуланғандай әленән-әле тѳрлѳ бәләләр ебәреп кенә тора. Ошоларға ѳҫтәп, ҡайһы бер алама әҙәмдәр күрәләтә фажиғә сығарыуға, халыҡты ҡурҡытыуға ғәҙәтләнеп алды. Теракттар ойоштороу, шартлатҡыс матдәлер ҡалдырыу, кеше урлау - бына ошондайҙарҙың эше лә инде....
Яҙмышына үҙе хужа 24-12-2013, 16:37 / Замандаш

Яҙмышына үҙе хужа

Кескәйҙән маҡсатлы, тырыш, сәмле һәм рухлы булып үҫкән йәштәребеҙгә ҡарап, илебеҙҙең, еребеҙҙең, халҡыбыҙҙың киләсәге яҡты буласағына һѳйѳнѳп ҡуяһың. «Башкирэнерго» акционерҙар йәмғиәтенең «Белорет электр селтәрҙәре” филиалы буйынса реле һаҡлау һәм автоматика бүлеге начальнигы урынбаҫары Рифат Ислам улы Ҡотлобаев ана шундай егеттәрҙең береһе ул. Уның эстән дә, тыштан да матур булыуына һоҡланмаған кеше юҡтыр. Хеҙмәт юлын ябай электриктан башлаған Рифаттың карьера баҫҡысынан юғары тиҙлектә үрләүенең сере уңғанлыҡта, ябайлыҡта, кешелеклелектә, һәр эшкә намыҫлы һәм яуаплы ҡарауҙа. Үҙ-үҙенә...