Абҙаҡта - әҙәби "десант"

Абҙаҡта - әҙәби "десант"
Абҙаҡ ауылында яҙыусылар менән осрашыу үткәреү яҡшы йолаға әйләнде. 2015 йылдың октябрендә билдәле яҙыусылар Ҡәҙим Аралбай, Ирек Кинйәбулатов, Әхмәҙин Әфтәх, шулай уҡ уларҙың эҙенә баҫып килгән йәштәр - Венер Исхаҡов, Айгиз Баймѳхәмәтов мәктәптә осрашыуҙа ҡатнашҡайны. Мартта абҙаҡтарҙы әҙәби “десант” тағы ла ҡыуандырҙы: тәүге кѳн ауыл мәҙәниәт йортонда үткән матур осрашыу әҙәбиәткә һыуһаған күңелдәрҙә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Яҙыусылар, шағирҙар сығыш яһаған арала йәш йырсы Айтуған Ғәйзуллин ауыл халҡын үҙенең йырҙары менән әсир итте. Икенсе кѳндѳ мәктәп уҡыусылары фәһемле дәрес алды.
Рәмилә Мусинаның материалын "Урал" гәзитенең 24-се һанында (24.03.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий