Блокада шаңдауы һаман да хәтерҙә 29-01-2014, 14:52 / ---

Блокада шаңдауы һаман да хәтерҙә

27 ғинуарҙа Рәсәй халҡы Ленинградты фашист блокадаһынан ҡотҡарыуҙың 70 йыллығын билдәләне. Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында совет ғәскәрҙәре Нева йылғаһы янындағы ҡаланы 900 кѳн буйы немецтар ҡамауынан ҡотҡарыу ѳсѳн кѳрәшә. Блокадаланыусылар 872 кѳн буйына аслыҡ, һыуыҡты кисереп, ғәрәсәтле бомбалар шартлауы аҫтында геройҙарса тыуған ҡалаһын һаҡлай. Ҡаланы ҡамау 1941 йылдың 8 сентябрендә башлана, ә 1944 йылдың 27 ғинуарында уны тулыһынса азат итәләр. Ленинградты ҡотҡарыу совет һалдаттарының һәм Ленинград халҡының ни тиклем патриот һәм ҡаһарман йѳрәкле булыуына асыҡ дәлил булып тора. Ҡаланы...
Информация Комитета по печати и взаимодействию со средствами массовой информации Правительства Санкт-Петербурга 28-01-2014, 16:23 / Яңылыҡтар

Информация Комитета по печати и взаимодействию со средствами массовой информации Правительства Санкт-Петербурга

Одним из ярких событий празднования 70-й годовщины полного освобождения Ленинграда от фашистской блокады станет общероссийская телепремьера многосерийного художественного фильма «Ладога» в эфире Первого канала. Фильм режиссера Александра Велединского и продюсера Валерия Тодоровского посвящен героической работе «Дороги жизни» – единственной транспортной артерии, проложенной по льду Ладожского озера и снабжающей продовольствием, топливом, медикаментами, боеприпасами и вооружением осажденный Ленинград. Под постоянным обстрелом и бомбёжкой немецкой артиллерии и авиации, рискуя каждую минуту уйти...
Йәшлектә йәшнәп йәшәргә 27-01-2014, 14:49 / ---

Йәшлектә йәшнәп йәшәргә

Йәшлек… Ошо һүҙҙә донъяның, тормоштоң, йәшәйештең бѳтә матурлығы, мәғәнәһе сағыла. Йәшлеге матур үткән кеше үҙен ғүмер буйы бәхетле тоя. Ғѳмүмән, йәштәр үҙҙәренең ниндәй ҙур бәхеткә эйә булыуын аңлаймы икән? Рәсәй студенттары кѳнѳ уңайы менән беҙ хәҙерге йәштәрҙең тормошо менән танышыу маҡсатында Металлургтар стадионы катогына юлландыҡ, сѳнки каникул мәләндә беҙҙең геройҙарыбыҙҙы ошонда тап итергә мѳмкин ине....
Ишекте бикләһәң, тәҙрәнән йөрөйҙәр 27-01-2014, 14:21 / ---

Ишекте бикләһәң, тәҙрәнән йөрөйҙәр

Суррогат араҡы етештереүҙән кемдәр файҙа күрә? Рәсәй халҡының иң эскесе ил буларҡ даны таралыуы берәүгә лә сер түгел. Араҡы эсеү буйынса илебеҙ элеккесә, донъяла алдынғылар рәтендә. Эскелек йәмғиәттең бөтә ҡатламында ла киң таралған. Хатта, ҡатындар күберәк эсәме, ирҙәрме, ололармы, әллә йәштәрме икәнен айырым ғына атап әйтеүе лә ҡыйын. Береһен әйтһәң, икенсеһе «үпкәләр» төҫлө. Рәсәй халҡы йылына 2 млрд. литр хәмер эсә. Илдәге һәр кешегә ҡарттарҙы һәм сабыйҙарҙы ла индереп йылына 12,5 литр иҫерткес эсемлек тура килә. Ошо йәһәттән, «Һаулыҡ» милли проектына ярашлы 2020 йылға тиклем...
Ынйы бөртөгөнә бәрәбәр - “Еңгәләр” 27-01-2014, 14:02 / Мәҙәниәт

Ынйы бөртөгөнә бәрәбәр - “Еңгәләр”

Асы халҡы сәмле, тырыш, йыр-моңға әүәҫ булыуҙары менән айырылып тора. Шуға күрә “Еңгәләр” халыҡ фольклор ансамбле районыбыҙҙың йѳҙѳк ҡашына әйләнеүе лә осраҡлы түгел. Үҙҙәренең ижады менән тамашасы күңелен арбап ѳлгѳргән халыҡ ансамбле кѳндән-кѳн тыуған яғыбыҙҙың мәртәбәһен арттыра. Улар районда ғына түгел, хатта республика кимәлендә үткән сараларҙың һәр саҡ уртаһында ҡайнай. “Еңгәләр”ләрҙең күңел дәрте, бай илһамына һоҡланырға ғына ҡала....
Ниндәй үҙгәрештәр бар 21-01-2014, 16:05 / Сәйәсәт

Ниндәй үҙгәрештәр бар

Дәүләт Думаһында раҫланған үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер хаҡлы ялға һуңғараҡ киткән һайын түләүҙәрҙе күберәк алыу мөмкинлеге бар, йәғни был эш хаҡына ла нигеҙләнә. Шулай ҙа енетекләп ҡарағанда, формула тағы ла ҡатмарлыраҡ. Пенсия фонды сайтындағы калькуляторҙа ғына 9 күрһәткес бар. Ил халҡының уртаса йәше күтәрелә барыуын иҫәпкә алғанда, буласаҡ пенсионерҙарға өмөтләнгәндән дә кәмерәк түләнеүе бик тә ихтимал тигән фараздар ҙа бар....
Кемгәлер табыш, кемгәлер ҡайғы 21-01-2014, 16:01 / Яңылыҡтар

Кемгәлер табыш, кемгәлер ҡайғы

Ҡомарлы уйын Рәсәйҙә тыйылһа ла йәшерен уйын клубтары эшләүен дауам итә. Еңел табыш алыуҙың тәмен тойған “бер ҡуллы бандиттар” хужалары яңынан-яңы ысулдарҙы табып ҡына тора. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңыраҡ республикала 6 йәшерен уйын клубы юҡ ителгән. Махсус операция ваҡытында 93 берәмек уйын ҡорамалы тартып алынған. Һѳҙѳмтәлә, Ѳфѳ ҡалаһында - 22, Салауат ҡалаһында - 55, Шишмә районында 12 берәмек уйын ҡорамалдары эшенә сик ҡуйылған. Был исемлеккә шулай уҡ Белорет ҡалаһы ла инә. Ҡаланың Киров урамындағы 46-сы йортта,...
“Ҡаргиҙәр” операцияһы башланды 20-01-2014, 15:56 / Яңылыҡтар

“Ҡаргиҙәр” операцияһы башланды

Башҡортостан Хѳкүмәте ҡарарына ярашлы, 20 ғинуарҙан 21 февралгә тиклем “Ҡаргиҙәр” операцияһы иғлан ителде. Операция мототехника сараларын файҙаланыуҙағы етешһеҙлектәрҙе асыҡлау һәм профилактикалауҙы күҙ уңында тота. Сара барышында дәүләт техник күҙәтеү инспекторҙары ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үҙйѳрѳшлѳ техниканың торошон күҙәтеү, теркәлмәгәндәрен асыҡлау буйынса ла маҡсатлы эш алып барасаҡ....
Береш йылғаһын кем бысрата? 20-01-2014, 15:47 / Социаль ѳлкә

Береш йылғаһын кем бысрата?

Башҡортостан Республикаһы тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры И.Р. Һаҙыев исеменә Берештамаҡ ауылынан түбәндәге йѳкмәткеле хат килә: “Хѳрмәтле Илдар Рим улы! Беҙ, Белорет районының Берештамаҡ ауылы халҡы, Һеҙгә мѳрәжәғәт итергә мәжбүрбеҙ, сѳнки урындағы етәкселәргә мѳрәжәғәт итеү һѳҙѳмтә бирмәне. Хәл айышы түбәндәгесә: урындағы тулы булмаған мәктәп хужалыҡ һәм коммуналь ҡалдыҡтарын һыу соҡорона (выгребная яма) йыя һәм тулһа, Береш йылғаһына түгә. Был йылға мәктәп эргәһенән аға. Йылға ауыл халҡы ѳсѳн бик мѳһим: беҙ унан эсәр һыу алабыҙ, унһыҙ тормош юҡ, тип иҫәпләргә мѳмкин. Ниңә...
Республика башлығы  - Белорет районында 15-01-2014, 16:26 / Яңылыҡтар

Республика башлығы - Белорет районында

Үткән шәмбе Башҡортостан президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Белорет районында булды. Ул блоклы ҡаҙанлыҡтарҙың эшен тикшерҙе, социаль обьекттар менән танышты һәм Тирлән ауылы халҡы, ветерандар менән осрашты. Рөстәм Зәки улы Тирлән ауылындағы торлаҡ йорттарҙа һәм социаль сфераларҙа йылытыу системаһын реконструкциялау проекты менән танышты. Проектҡа ярашлы, ауылда бер йыл эсендә блоклы 4 газ ҡаҙанлығы булдырылған. Йылытыу миҙгеле башланыу менән яңы ҡаҙанлыҡ тест режимында эшләй башлай. Әлеге ваҡытта ҡоролмаларҙы яйға ебәреү тамамланған тиергә була. Тирлән участка больницаһын да...