Маҡсатлы программалар ысынбарлыҡмы әллә хыял ғынамы? 9-01-2014, 09:39 / Бурыстар, үтәлештәр

Маҡсатлы программалар ысынбарлыҡмы әллә хыял ғынамы?

Рәсәйҙә ауыл хужалығын үҫтереү һәр саҡ мѳһим мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала, сѳнки дәүләтебеҙҙең хәүефһеҙлеге лә, үҙаллылығы ла туран-тура ошо тармаҡҡа бәйле тип һанала. Шуға ла Рәсәй Хѳкүмәте уға айырыуса ҙур иғтибар бүлергә тырыша. Агросәнәғәт комплексын үҫтереү проектының мѳһим йүнәлештәренең береһе булып - малсылыҡ, ҡошсолоҡ, балыҡсылыҡ, умартасылыҡ һәм башҡаларҙы үҫтереү тора....
Хеҙмәт уңыштарға илтә 9-01-2014, 09:35 / Замандаш

Хеҙмәт уңыштарға илтә

“Ерҙе файҙаланыу” муниципаль унитар предприятиеһының директоры Хафиз Мѳжәүир улы Иҙрисовтың тѳрлѳ урындарҙа етәксе вазифаһын үтәүенә 27 йыл. Хафиз Мѳжәүир улы 1959 йылдың 2 ғинуарында Исмаҡай ауылында тыуа. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң, Учалы СПТУ-һының Үҙән филиалына уҡырға юллана. Һѳнәрселек училищеһы дипломын кеҫәһенә һалған йәш егет хеҙмәт юлын Әүжән леспромхозында ябай эшсе булып башлай. 1977-1979 йылдарҙа Совет Армияһының сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Белорет металлургия комбинатының 3-сѳ цехында канатсы ярҙамсыһы булып эшләй....
Абҙаҡтар 40 мең һумға лайыҡ булды 9-01-2014, 09:31 / Ауыл тормошо

Абҙаҡтар 40 мең һумға лайыҡ булды

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте йортонда “Айыҡ ауыл – 2013” конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәрҙе Иглин районында тәбрикләнеләр. Эскелеккә ҡаршы кѳрәш акцияһы март айында башланып, был проектҡа республикабыҙҙың 40 районынан 85 ауыл ҡушылғайны. Гәзитебеҙҙең 26 ноябрендәге һанында Әбйәлил, Иглин, Бүздәк райондарының Рәхмәт, Үктәй һәм Ҡараерек ауылдары «Айыҡ ауыл» акцияһында еңеп сығып, 200 мең һум, бынан тыш тѳрлѳ номинацияларҙа еңгән 10 ауылдың 40 мең һум аҡсаға лайыҡ булыуын яҙып сыҡҡайныҡ инде. Комиссия ағзалары проектта ҡатнашҡан һәр бер ауылға тиерлек барып, эш барышы менән...
«Бәхет» сертификаттары тапшырылды 9-01-2014, 09:25 / Бурыстар, үтәлештәр

«Бәхет» сертификаттары тапшырылды

Муниципаль район хакимиәтендә 2011-2015 йылдарға иҫәпләнгән «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» ярҙамсы программаһына ярашлы торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләүҙәр алыуға сертификаттар тапшырылды. Тантаналы сара барышында муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Геннадьевич Миронов был шатлыҡҡа эйә булыусы ғаиләләрҙе ҡотланы һәм районда республика программаһының уңышлы ғәмәлгә ашырылыуын билдәләне....