Республика башлығы  - Белорет районында 15-01-2014, 16:26 / Яңылыҡтар

Республика башлығы - Белорет районында

Үткән шәмбе Башҡортостан президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Белорет районында булды. Ул блоклы ҡаҙанлыҡтарҙың эшен тикшерҙе, социаль обьекттар менән танышты һәм Тирлән ауылы халҡы, ветерандар менән осрашты. Рөстәм Зәки улы Тирлән ауылындағы торлаҡ йорттарҙа һәм социаль сфераларҙа йылытыу системаһын реконструкциялау проекты менән танышты. Проектҡа ярашлы, ауылда бер йыл эсендә блоклы 4 газ ҡаҙанлығы булдырылған. Йылытыу миҙгеле башланыу менән яңы ҡаҙанлыҡ тест режимында эшләй башлай. Әлеге ваҡытта ҡоролмаларҙы яйға ебәреү тамамланған тиергә була. Тирлән участка больницаһын да...
2014 йыл нисек буласаҡ? 15-01-2014, 15:28 / Яңылыҡтар

2014 йыл нисек буласаҡ?

Был хаҡта күрәҙәселәр нимә юрай 13-нән 14 ғинуарға ҡарай Иҫке Яңы йыл билдәләнә. Уны билдәләү йолаһы Юлиан календары (иҫкесә) менән Григориан календарының (хәҙергесә) айырмаһы арҡаһында килеп сыға. Календарҙарҙың айырмаһы 13 кѳн. 1699 йылда Петер I ҡарары буйынса Яңы йыл 14 ғинуарҙан 1 ғинуарға күсерелә. Шул мәлдән алып Яңы йылды яңыса һәм иҫкесә байрам итә башлағандар. Борондан ҡалған ғәҙәт буйынса кеше фәҡәт ошо иҫкесә Яңы йылды ҡаршылаған һуң ғына тѳрлѳ юрауҙарға ҡолаҡ һалыр булған. Бына бѳгѳн беҙҙә тѳклѳ аяғыбыҙ менән иҫкесә Яңы йылға аяҡ баҫтыҡ. Ә 2014 йылға нимә юрайҙар һуң? Бер...
Ҡылған эшең – кешегә, килгән сауабы – үҙеңә! 15-01-2014, 15:08 / Ауыл тормошо

Ҡылған эшең – кешегә, килгән сауабы – үҙеңә!

Йыш ҡына, рухи мѳхиттән ситләшеп, үҙ донъяһына ғына бикләнеп йәшәүселәр күбәйҙе тип зарланырға яратабыҙ. Кешеләр матди байлыҡты рухиһынан ѳҫтѳнѳрәк күрә, гәзит алдырмай, театрға йѳрѳмәй, эргә-тирәһендәге хәл-ваҡиғаларға илтифатһыҙ ҡала тиебеҙ. Бының шулай булыуын иһә тормошобоҙҙоң уғата ҡырыҫ, ауыр булыуына япһарырға тырышабыҙ. Әйтерһең дә тормош элек еңел булған, олораҡ быуын бер хәсрәтһеҙ йәшәгән. Шулай ҙа кемдең кемлеге ауыр саҡта нығыраҡ беленәлер. Бының нәҡ шулай булыуын тормош үҙе үк раҫлап тора. Баҡһаң, кешеләрҙе вайымһыҙлыҡта ғәйепләһәк тә, арабыҙҙа шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы ғына...