“Ҡаргиҙәр” операцияһы башланды 20-01-2014, 15:56 / Яңылыҡтар

“Ҡаргиҙәр” операцияһы башланды

Башҡортостан Хѳкүмәте ҡарарына ярашлы, 20 ғинуарҙан 21 февралгә тиклем “Ҡаргиҙәр” операцияһы иғлан ителде. Операция мототехника сараларын файҙаланыуҙағы етешһеҙлектәрҙе асыҡлау һәм профилактикалауҙы күҙ уңында тота. Сара барышында дәүләт техник күҙәтеү инспекторҙары ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үҙйѳрѳшлѳ техниканың торошон күҙәтеү, теркәлмәгәндәрен асыҡлау буйынса ла маҡсатлы эш алып барасаҡ....
Береш йылғаһын кем бысрата? 20-01-2014, 15:47 / Социаль ѳлкә

Береш йылғаһын кем бысрата?

Башҡортостан Республикаһы тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры И.Р. Һаҙыев исеменә Берештамаҡ ауылынан түбәндәге йѳкмәткеле хат килә: “Хѳрмәтле Илдар Рим улы! Беҙ, Белорет районының Берештамаҡ ауылы халҡы, Һеҙгә мѳрәжәғәт итергә мәжбүрбеҙ, сѳнки урындағы етәкселәргә мѳрәжәғәт итеү һѳҙѳмтә бирмәне. Хәл айышы түбәндәгесә: урындағы тулы булмаған мәктәп хужалыҡ һәм коммуналь ҡалдыҡтарын һыу соҡорона (выгребная яма) йыя һәм тулһа, Береш йылғаһына түгә. Был йылға мәктәп эргәһенән аға. Йылға ауыл халҡы ѳсѳн бик мѳһим: беҙ унан эсәр һыу алабыҙ, унһыҙ тормош юҡ, тип иҫәпләргә мѳмкин. Ниңә...