Блокада шаңдауы һаман да хәтерҙә 29-01-2014, 14:52 / ---

Блокада шаңдауы һаман да хәтерҙә

27 ғинуарҙа Рәсәй халҡы Ленинградты фашист блокадаһынан ҡотҡарыуҙың 70 йыллығын билдәләне. Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында совет ғәскәрҙәре Нева йылғаһы янындағы ҡаланы 900 кѳн буйы немецтар ҡамауынан ҡотҡарыу ѳсѳн кѳрәшә. Блокадаланыусылар 872 кѳн буйына аслыҡ, һыуыҡты кисереп, ғәрәсәтле бомбалар шартлауы аҫтында геройҙарса тыуған ҡалаһын һаҡлай. Ҡаланы ҡамау 1941 йылдың 8 сентябрендә башлана, ә 1944 йылдың 27 ғинуарында уны тулыһынса азат итәләр. Ленинградты ҡотҡарыу совет һалдаттарының һәм Ленинград халҡының ни тиклем патриот һәм ҡаһарман йѳрәкле булыуына асыҡ дәлил булып тора. Ҡаланы...