Үҫемлек еҫтәре күңелде күтәрә 3-02-2014, 15:09 / Һаулығың-байлығың

Үҫемлек еҫтәре күңелде күтәрә

Борондан уҡ кешеләр еҫтәрҙең кәйефкә һәм күңелгә йоғонто яһауын белгән. Йәсмин, рауза, әнис, лимон еҫе ҡатын-ҡыҙға баланы ҡорһаҡта йѳрѳтѳргә ярҙам итә, ә ҡәнәфер, йәсмин, шалфей, вербена еҫтәре уны тыуҙырыуҙы еңеләйтә. Ә уларҙың бактерицид һәм шешеүгә ҡаршы сифаттары тын юлдарына шифалы. Түбәндәге эфир майҙары кәйефегеҙҙе күтәрергә һәм депрессиянан сығырға ярҙам итер....
Кинотеатрҙа - Мәүлит байрамы 3-02-2014, 15:07 / ---

Кинотеатрҙа - Мәүлит байрамы

Башҡортостандың тѳрлѳ тѳбәктәрендә Мѳхәмәт пәйғәмбәребеҙҙең тыуған кѳнѳн билдәләү, йәғни Мәүлит байрамдарын үткәреү матур йолаға әйләнеп китте. Изге Рабиғел әүүәл айының уҙған шәмбеһе ҡалабыҙҙың «Металлург» кинотеатрында Ѳфѳнән, тѳрлѳ райондарҙан килгән дин әһелдәре, мосолмандар ҡала-райондың имам-мѳхтәсибе Исмәғил хәҙрәт ойошторған Мәүлит байрамына йыйылды. Барлыҡ мосолмандар намаҙ, мәүлит уҡыны, илебеҙ, ғаиләләребеҙ именлегенә, Сочиҙа үтәсәк Олимпиаданың имен-аман үтеүенә доға ҡылды, хәйер-саҙаҡа таратты. Кинотеатр директоры Данис Сәйетмырҙа улы Йыһаншин тѳрлѳ яҡтан килгән ҡунаҡтар һәм...
Мәҙәниәт меценаты һайланасаҡ 3-02-2014, 15:04 / Яңылыҡтар

Мәҙәниәт меценаты һайланасаҡ

Акцияны тематик йыл сиктәрендә Мәҙәниәт министрлығы уҙғара. Мәҙәниәт меценаты исеменә мәҙәни саралар, проекттар әҙерләп уҙғарыуға ярҙам күрһәтеүсе физик һәм юридик шәхестәр дәғүә итә ала. Акция мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһен үҙ эсенә алған тиҫтәгә яҡын номинация буйынса уҙғарыла. Уның төп маҡсаты - Башҡортостанда меценатлыҡты үҫтереүҙе дәртләндереү, мәҙәниәт өлкәһенә ярҙам итеүгә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү, уның социаль әһәмиәтен күтәреү. Заявкалар 1 декабргә тиклем ҡабул ителә....
,,Европа 3-02-2014, 15:00 / Яңылыҡтар

,,Европа" мода үҙәге фажиғәһенә теүәл 3 йыл

,,Европа" мода үҙәге баш ҡалалағы иң ҙур күңел асыу һәм сауҙа комплекстарының береһе исемен алып өлгөргәйне. Әммә уға оҙаҡ эшләргә яҙмай. Төҙөүселәр бина эсендәге сираттағы ресторанды эшләгән ваҡытта газ баллондарынан ут сыға. Һуңынан янғын башҡа газ ҡоролмаларына күсеп көслө шартлау яңғырай. Фажиғәлә төҙөлөш эштәре менән шөғөлләнгән Евгений Жемчугов һәм солярийға килгән 17 йәшлек Гүзәл Булатова һәләк булды. Тағы ла биш кеше утта зыян күрҙе. Был ваҡиға буйынса тикшереү эштәре өс йылға һуҙылды. Ошо ваҡыт эсендә 46 экспертиза үткәрелде. Суд ҡарары 70 томдан да ашып китте һәм уны тәнәфес яһап, ...
“Ҡорос атты” йүгәнләүсе Илдар менән Вилдар 3-02-2014, 14:58 / ---

“Ҡорос атты” йүгәнләүсе Илдар менән Вилдар

Шофер иң яуаплы һәм ауыр һѳнәрҙәрҙең береһе. Улар иғтибарлы, сос булырға һәм юл хәрәкәтен даими контролдә тоторға тейеш. Һеҙ бер ауылда, бер урамда күрше булып йәшәгән һәм бер ойошмала эшләгән шоферҙарҙы күргәнегеҙ бармы? Булһа ла, ундайҙар бик һирәк. Илдар Сѳнәғәтов менән Вилдар Яҡупов тап шундайҙарҙан. Улар икеһе лә тәжрибәле шофер. Кѳн дә эшкә бергә йѳрѳйҙәр. Бер туғандай, ярҙамсыл һәм кәңәшсе улар. Хеҙмәттәштәре араһында ихтирамға, хѳрмәткә лайыҡтар. Береһе ғаиләһе менән ҡунаҡҡа, йә булмаһа, ҡалаға юлланһа, икенсеһе уның донъяһына күҙ-ҡолаҡ булып тора. Балалары ла, үҙҙәренә оҡшап,...