Яңы ғүмер бында башлана 5-02-2014, 15:51 / Һаулығың-байлығың

Яңы ғүмер бында башлана

Белорет ҡалаһында яңы технологиялар буйынса эшләгән заманса бала табыу йорто асылыуға биш йыл тулды. Бында Белорет районынан тыш Учалы, Бѳрйән, Әбйәлил райондарының һәм Межгорье ҡалаһының ҡатын-ҡыҙҙары әсә булыу бәхетенә ирешә. Биш йыл эсендә бала табыу йортонда 11 мең ҡатын бала тапҡан, шуларҙың 33 проценты күрше райондан килгән. Бала табыу йорто базаһында район-ара перинаталь үҙәк булдырылған. Ошо йәһәттән йѳклѳлѳк осорон күҙәтеү, түлһеҙлекте дауалау һәм диагностикалау, бала табыусы һәм бала тапҡан ҡатындарҙы, яңы тыуған сабыйҙарҙы реабилитациялау уңышлы алып барыла. Патологиялары...