Еңеп ҡайтты әүжәндәр 12-02-2014, 10:08 / Мәҙәниәт

Еңеп ҡайтты әүжәндәр

Әүжән художество мәктәбе уҡыусылары Гүзәл Мирза ҡыҙы Серегина етәкселегендә “Таланттар палитраһы” Халыҡ-ара конкурс-фестиваленең Ѳфѳлә уҙғарылған I этабында ҡатнашып, еңеү менән ҡайттылар....
Исмаҡайҙа - “Яныбай Хамматов һабаҡтары” 12-02-2014, 10:05 / Мәҙәниәт

Исмаҡайҙа - “Яныбай Хамматов һабаҡтары”

Күренекле яҙыусы, яҡташыбыҙ Яныбай Хаммат улы Хамматовтың исеме һәр кемгә яҡшы таныш. Инде бер нисә быуын уның романдарын уҡып үҫә. Белорет районында барған ваҡиғаларҙы һүрәтләүе менән уның әҫәрҙәре райондаштарында тағы ла кѳслѳрәк ҡыҙыҡһыныу уятты. Биш романды берләштергән - “Бѳртѳкләп йыйыла алтын” пенталогияһы XX быуат башынан беҙҙең кѳндәргә тиклем Башҡортостандың алтын сығарыу тарихын сағылдыра, эшселәр тормошон, хеҙмәтен һүрәтләй. Был хеҙмәте ѳсѳн уға 1994 йылда Башҡортостан Республикаһының Салуат Юлаев исемендәге премия бирелә. Районда яҡташыбыҙҙың исемен мәңлеләштереү маҡсатында күп...
Әҙ ашаһаң – оҙаҡ йәшәрһең 12-02-2014, 10:03 / Һаулығың-байлығың

Әҙ ашаһаң – оҙаҡ йәшәрһең

«Кешегә йәшәү өсөн аҙыҡты әҙ генә ашау ҙа етә. Ашҡаҙанығыҙҙың өстән бер өлөшөн – аш, икенсеһен – һыу, ә ҡалған өлөшөн һауа менән тултырһағыҙ ҙа етә», - тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт. Пәйғәмбәребеҙ диетаһы - иң отошло «Модалы» диеталар тотор алдынан пәйғәмбәребеҙҙең был һүҙҙәрен һәр мосолман хәтеренә төшөрөргә тейеш. Ҡайһы берәүҙәр, бындай диеталарҙы шәхси мәнфәғәттәрен ҡайғыртып, аҡса эшләү өсөн генә уйлап сығара. Ә пәйғәмбәребеҙ әйткәндәрҙе иҫтә тотһаҡ, үҙебеҙҙе һәр саҡ яҡшы тоясаҡбыҙ, ғүмеребеҙҙе оҙонайтырбыҙ....
Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай 12-02-2014, 09:59 / Ауыл тормошо

Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай

Ауыл Советы депутаттары һайлауҙарынан һуң бер нисә ауыл хакимиәтендә йәштәр башлыҡ итеп һайланды. Йәш булһалар ҙа, улар һынатмай, бар күңелдәрен һалып, дәртләнеп эшкә тотондо. Уларҙың халыҡты борсоған мәсьәләрҙе тормошҡа ашырырға тырышыуы ошо хаҡта һѳйләй. Яңыраҡ Аҙналы ауылынан Динар Ғариповтың мѳхәрририәткә килеп, ауылдарындағы яңылыҡтар менән уртаҡлашыуы ла дәлилләй....
“Тирмәкәй”ҙә – Олимпиада! 12-02-2014, 09:56 / Спорт һәм туризм

“Тирмәкәй”ҙә – Олимпиада!

Сочиҙа XXII ҡышҡы Олимпия уйындарының башланыуын бѳтә Донъя менән тулҡынланып кѳтѳп алдыҡ. Хатта ҡаланың 25-се “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы ла был оло ваҡиғанан ситтә ҡалманы. Үткән аҙнаның дүшәмбеһендә улар үҙҙәрендә тәрбиәләнеүсе кескәйҙәр ѳсѳн “Сочиҙағы Олимпия уйындарын ҡаршылап” тигән лозунг аҫтында спорт уйындары аҙналығын асып ебәрҙе. Уны балалар баҡсаһының физкультура буйынса инструктор Динә Әхмәтнур ҡыҙы Әҙелмурҙина ойошторҙо....
Етемдәргә – фатир асҡысы 12-02-2014, 09:48 / Яңылыҡтар

Етемдәргә – фатир асҡысы

Муниципаль район Советының һуңғы сессияһында Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рѳстәм Хәбиб улы Марданов етем балаларға фатир асҡыстары тапшырҙы....