Мауыҡтырғыс фәндәр донъяһына сәйәхәт 17-02-2014, 14:41 / Мәҙәниәт

Мауыҡтырғыс фәндәр донъяһына сәйәхәт

Ҡаланың крайҙы ѳйрәнеү музейында Ѳфѳнѳң «Интеллектус» мауыҡтырғыс фәндәр музейы күргәҙмә ойошторҙо. Күргәҙмә ай аҙағына тиклем дауам итәсәк. Бынан бер йыл элек Ѳфѳлә «Интеллектус» мауыҡтырғыс фәндәр музейы асыла. Ул республикала берҙән-бер мауыҡтырғыс фәндәр музейы булып тора. Музейҙы ойоштороуға һәм асыуға уның директоры Айрат Марат улы Сәйфуллин ҙур тырышлыҡ, кѳс һала....
Герой иҫтәлегенә саңғы ярыштары 17-02-2014, 14:37 / Яңылыҡтар

Герой иҫтәлегенә саңғы ярыштары

Уҙған шәмбе ҡалабыҙҙа Советтар Союзы Геройы А.Г.Серебренников иҫтәлегенә сираттағы 42-се традицион саңғы ярыштары уҙҙы. Был кѳн герой исемен йѳрѳткән 17-се мәктәп алдындағы Александр Серебренников һәйкәленә сәскәләр һалыу менән башланып китте. Геройҙың улы Геннадий Серебренников «Батырлыҡ дәресе»ндә атаһы тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты....
Афғансы, тимәк, юл ярыусы 17-02-2014, 14:19 / Яңылыҡтар

Афғансы, тимәк, юл ярыусы

Афғанстанға осраҡлы кешеләрҙе ебәрмәүҙәренә улар араһында таныштарым күбәйә барған һайын инанам. Бѳгѳнгѳ геройыбыҙ ҙа үҙенең булмышы, йәшәйеше менән яугир-интернационалист исеменә бер ваҡытта ла тап тѳшѳрмәгән кеше. Йѳйәктә тыуып үҫкән Уразбай Сәхәү улы Вәлиев хәрби хеҙмәткә 1978 йылда алына һәм Германияла әҙерлек үтә. 1979 йылдың декабренән 1980 йылдың декабренә тиклем Афғанстанда интернациональ бурысын үтәй. Хәрби операцияларҙа ҡатнаша, контузия ала. Интернациональ бурысын намыҫлы үтәгән ѳсѳн «Хәрби хеҙмәттәре ѳсѳн» миҙалы менән наградлана....