Әҙ ашаһаң – оҙаҡ йәшәрһең 12-02-2014, 10:03 / Һаулығың-байлығың

Әҙ ашаһаң – оҙаҡ йәшәрһең

«Кешегә йәшәү өсөн аҙыҡты әҙ генә ашау ҙа етә. Ашҡаҙанығыҙҙың өстән бер өлөшөн – аш, икенсеһен – һыу, ә ҡалған өлөшөн һауа менән тултырһағыҙ ҙа етә», - тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт. Пәйғәмбәребеҙ диетаһы - иң отошло «Модалы» диеталар тотор алдынан пәйғәмбәребеҙҙең был һүҙҙәрен һәр мосолман хәтеренә төшөрөргә тейеш. Ҡайһы берәүҙәр, бындай диеталарҙы шәхси мәнфәғәттәрен ҡайғыртып, аҡса эшләү өсөн генә уйлап сығара. Ә пәйғәмбәребеҙ әйткәндәрҙе иҫтә тотһаҡ, үҙебеҙҙе һәр саҡ яҡшы тоясаҡбыҙ, ғүмеребеҙҙе оҙонайтырбыҙ....
Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай 12-02-2014, 09:59 / Ауыл тормошо

Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай

Ауыл Советы депутаттары һайлауҙарынан һуң бер нисә ауыл хакимиәтендә йәштәр башлыҡ итеп һайланды. Йәш булһалар ҙа, улар һынатмай, бар күңелдәрен һалып, дәртләнеп эшкә тотондо. Уларҙың халыҡты борсоған мәсьәләрҙе тормошҡа ашырырға тырышыуы ошо хаҡта һѳйләй. Яңыраҡ Аҙналы ауылынан Динар Ғариповтың мѳхәрририәткә килеп, ауылдарындағы яңылыҡтар менән уртаҡлашыуы ла дәлилләй....
“Тирмәкәй”ҙә – Олимпиада! 12-02-2014, 09:56 / Спорт һәм туризм

“Тирмәкәй”ҙә – Олимпиада!

Сочиҙа XXII ҡышҡы Олимпия уйындарының башланыуын бѳтә Донъя менән тулҡынланып кѳтѳп алдыҡ. Хатта ҡаланың 25-се “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы ла был оло ваҡиғанан ситтә ҡалманы. Үткән аҙнаның дүшәмбеһендә улар үҙҙәрендә тәрбиәләнеүсе кескәйҙәр ѳсѳн “Сочиҙағы Олимпия уйындарын ҡаршылап” тигән лозунг аҫтында спорт уйындары аҙналығын асып ебәрҙе. Уны балалар баҡсаһының физкультура буйынса инструктор Динә Әхмәтнур ҡыҙы Әҙелмурҙина ойошторҙо....
Етемдәргә – фатир асҡысы 12-02-2014, 09:48 / Яңылыҡтар

Етемдәргә – фатир асҡысы

Муниципаль район Советының һуңғы сессияһында Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рѳстәм Хәбиб улы Марданов етем балаларға фатир асҡыстары тапшырҙы....
Уҡырға яратыусы Сибәғәтовтар 10-02-2014, 16:49 / Яңылыҡтар

Уҡырға яратыусы Сибәғәтовтар

Һуңғы йылдарҙа гәзит-журнал, китап уҡыусылар кәмене тип барабыҙ. Халыҡ театрға, концерттарға йѳрѳмәй, рухи ҡиммәттәр менән ҡыҙыҡһынмай, тип тә һѳйләйбеҙ. Шулай ҙа ташҡа баҫылғанды һанлағандар, уҡымайса бер кѳн дә тора алмағандар ҙа етерлек икән әле арабыҙҙа. Шундайҙарҙың береһе - Аҙнағол ауылында йәшәгән Вәсилә Мансур ҡыҙы Сибәғәтова....
Арабыҙҙа йыр-моң яратыусылар күп әле 10-02-2014, 09:41 / ---

Арабыҙҙа йыр-моң яратыусылар күп әле

Нимә генә тиһәк тә эргә-тирәбеҙҙә тормошто, кешеләрҙе яратҡандар, күңелебеҙҙе ҡыуандырған күренештәр бик күп әле. Бары тик уларҙы ваҡытында күрә һәм баһалай белергә генә кәрәк икән. Шундайҙарҙың изге эштәрен, матур ғәҙәттәрен күреп һоҡланаһың һәм ошо хаҡта башҡаларға ла һѳйләргә ашығаһың. Бүтәндәр ҙә уларҙың матур ғәҙәттәрен күрһен, үрнәк алһын, тип уйлайһың....
Гонаһ шомо 10-02-2014, 09:36 / Яҙмыштар

Гонаһ шомо

Ҡатын, ишекте асып, дөм ҡараңғы бүлмәгә инә. Сәйер тынлыҡ күңеленә шом һала. Ҡапыл ғына берәҙәк бесәйҙәрҙең сайылдашҡаны, ҡомаҡтарҙың тыптырлашып йүгерешкәне ишетелеп ҡала. Күңелен хәүеф солғап ала. Күҙгә төртһәң дә күренмәҫ ҡараңғылыҡта яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡҡан ҡатын, кире сығырға теләп, ишек тотҡаһын эҙләп һәрмәнә башлай. Тик унда тотҡаның әҫәре лә юҡ. Ҡулы ҡағылған һалҡын таш стеналар ҡатындың тынын ҡыҫа, быуа. Тәҡдирем ошолор инде тип бөгөлөп төшкәндә, ҡапыл бала илаған тауыш уны һиҫкәндереп ебәрә. Йөрәгенең күкрәгенән сыға яҙып дарҫлап тибеүенән уянып китә Зәлифә. Үҙенең бөтә тәненә тир...
Күпме яҙһалар ҙа түләйбеҙ шул... 10-02-2014, 09:32 / Хоҡуғыңды беләһеңме?

Күпме яҙһалар ҙа түләйбеҙ шул...

Яңы йыл башынан электр энергияһына, газға, нефть продукттарына хаҡ артыуына хәҙер ѳйрәнеп тә бѳттѳк. Алып һатарҙар ҙа уларҙан ҡалышмай, тѳрлѳ кѳнкүреш тауарҙарына ла, аҙыҡ-түлеккә лә нисек теләй шулай хаҡ ҡуя. Хаҡтарҙы контролдә тотоусы булмағас ни һәр кем үҙенсә эш итә. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр ѳсѳн түләүҙәр менән дә шул уҡ хәл. Үҙебеҙ кѳнѳ-тѳнѳ телевизор, гәзит-журналдар аша коммуналь хеҙмәт ѳсѳн хаҡты күп алалар, халыҡты алдайҙар, тигән сығыштарҙы тыңлайбыҙ, зарланабыҙ. Ә шуға ҡарамаҫтан, квитанцияла күпме хаҡ күрһәтелһә лә, уны бер тикшереүһеҙ түләргә ашығабыҙ....
Яңы ғүмер бында башлана 5-02-2014, 15:51 / Һаулығың-байлығың

Яңы ғүмер бында башлана

Белорет ҡалаһында яңы технологиялар буйынса эшләгән заманса бала табыу йорто асылыуға биш йыл тулды. Бында Белорет районынан тыш Учалы, Бѳрйән, Әбйәлил райондарының һәм Межгорье ҡалаһының ҡатын-ҡыҙҙары әсә булыу бәхетенә ирешә. Биш йыл эсендә бала табыу йортонда 11 мең ҡатын бала тапҡан, шуларҙың 33 проценты күрше райондан килгән. Бала табыу йорто базаһында район-ара перинаталь үҙәк булдырылған. Ошо йәһәттән йѳклѳлѳк осорон күҙәтеү, түлһеҙлекте дауалау һәм диагностикалау, бала табыусы һәм бала тапҡан ҡатындарҙы, яңы тыуған сабыйҙарҙы реабилитациялау уңышлы алып барыла. Патологиялары...
Үҫемлек еҫтәре күңелде күтәрә 3-02-2014, 15:09 / Һаулығың-байлығың

Үҫемлек еҫтәре күңелде күтәрә

Борондан уҡ кешеләр еҫтәрҙең кәйефкә һәм күңелгә йоғонто яһауын белгән. Йәсмин, рауза, әнис, лимон еҫе ҡатын-ҡыҙға баланы ҡорһаҡта йѳрѳтѳргә ярҙам итә, ә ҡәнәфер, йәсмин, шалфей, вербена еҫтәре уны тыуҙырыуҙы еңеләйтә. Ә уларҙың бактерицид һәм шешеүгә ҡаршы сифаттары тын юлдарына шифалы. Түбәндәге эфир майҙары кәйефегеҙҙе күтәрергә һәм депрессиянан сығырға ярҙам итер....