Науруз байрамы гѳрләне 25-03-2014, 11:24 / Мәҙәниәт

Науруз байрамы гѳрләне

Ошо кѳндәрҙә мосолман халыҡтары матур байрамды билдәләп үтте. Ул Науруз байрамы. Был байрам Урта Азияла, йәғни фарсы, таджик халыҡтарында килеп сыға. Наурузды март айында кѳн менән тѳн тигеҙләнгән ваҡытта байрам итәләр. Шулай итеп йылдар үтеү менән был яҙ байрамын беҙҙең халыҡта ла үткәрә башлайҙар. Үткән аҙнала асылар Наурузды матур итеп ойоштороп, балаларға һәм ауыл халҡына оло байрам эшләнеләр....
“Сәләмәтлегегеҙ үҙегеҙҙең ҡулда”, -  ти Республиканың клиник туберкулезға ҡаршы диспансерының Белорет филиалы фтизиатры Геннадий Пиндюрин 25-03-2014, 11:18 / Һаулығың-байлығың

“Сәләмәтлегегеҙ үҙегеҙҙең ҡулда”, - ти Республиканың клиник туберкулезға ҡаршы диспансерының Белорет филиалы фтизиатры Геннадий Пиндюрин

Үҙе һайлаған һѳнәргә тоғро ҡалып, бѳтә ғүмерен шуға бағышлаған кешеләр һәр кемдә лә ихтирам һәм һоҡланыу тойғоһо уяталыр. Яҙмышын медицина ѳлкәһенә бәйләп, 53 йыл хеҙмәтен район халҡының сәләмәтлеген ҡайғыртыуға арнаған врач-фтизиатр Геннадий Федорович Пиндюринды белмәгән кешенең үҙе юҡтыр....
Яҡшылыҡ нуры сәсә 24-03-2014, 11:27 / Үрнәк

Яҡшылыҡ нуры сәсә

Люциә Фәйзрахман ҡыҙы Нурмѳхәмәтова “Урал” гәзитенең даими авторҙарының береһе. Ул гәзит уҡыусыға яҡшылыҡҡа, изгелеккә, кешелеклеккә, намыҫҡа саҡырған тәрбиәүи мәҡәләләре, лайыҡлы тормош юлы үткән замандаштары һәм матур йәшәгән кешеләр тураһында яҙыусы булараҡ таныш....
“Халыҡтар дуҫлығы” фестивале үтте 24-03-2014, 10:16 / Мәҙәниәт

“Халыҡтар дуҫлығы” фестивале үтте

Үткән аҙнала ҡаланың 25-се башҡорт балалар баҡсаһында мәҙәниәт йылына арналған “Халыҡтар дуҫлығы” фестивале булып үтте. Унда ҡаланың 29-сы, 24-се, 9-сы, 15-се, 19-сы һәм Ломовка ҡасабаһы балалар баҡсалары ҡатнашты. Фестивалдә балалар башҡорт, рус, татар, украин, марый, казак милләттәренең мәҙәни культураһын сағылдырып, ҡала-районыбыҙҙа йәшәүсе халыҡтар дуҫлығын тағы бер ҡабат иҫбатланы....
Һаумы, һаумы, әкиәт! 24-03-2014, 10:04 / Яңылыҡтар

Һаумы, һаумы, әкиәт!

Әкиәтселәрҙе, сәсәндәрҙе тәрбиәләү, донъя халыҡтарының әкиәттәрен һаҡлау һәм таратыу, уҡыусының шағирлыҡ һәм импровизаторлыҡ һәләтен үҫтереү, мәҙәни фекерҙе, хәтерҙе, тауышты камиллаштырыу маҡсатында, мәктәптәрҙә “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсын ойоштороу яҡшы йолаға әйләнде. Быйыл был сара 18 мартта муниципаль район мәғариф идаралығында үтте. Унда район-ҡаланан 18 мәктәп ҡатнашты....
Оло өйгә ни кәрәк, кесеһенә шул кәрәк 24-03-2014, 10:02 / Яңылыҡтар

Оло өйгә ни кәрәк, кесеһенә шул кәрәк

Һәр йыл һайын яҙ айҙарында ауыл хакимиәте башлыҡтары башҡарылған эштәре, ҡаҙаныштары хаҡында халыҡ алдында отчет яһай, киләсәккә пландары һәм бурыстары менән таныштыра. Ошондай йыйылыштарҙың береһе Инйәр ауыл хакимиәтенә ҡараған Ноҡат, Манышты, Уҫманғәле, Инйәр ауылдарында үтте. Унда муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И. С. Теләүбаев, Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғ. Ғ. Мѳфтәхетдинов, Инйәр участка дауаханаһының баш врачы З. З. Суфьянов, мәктәп директорҙары, ДРСУ, БашрРэс, “Инйәр урманы”, Инйәр “ПУЖКХ”-һы, Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, мәғариф идаралығы,...
Киләсәккә юл ярып 19-03-2014, 09:34 / Мәғариф

Киләсәккә юл ярып

Ошо кѳндәрҙә Инйәр ауылының мәҙәниәт үҙәгендә тантаналы сара үтте. Байрам Балалар сәнғәт мәктәбенең 25 йыллыҡ юбилейына арналды. Юбилейҙа мәртәбәле ҡунаҡтар – Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы исеменән йырсы Нәркәс Сиражетдинова, муниципаль райондың мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әғләмова, ҡала-райондың ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Валентина Ульянова, ҡаланың музыка мәктәбе директоры Ирек Исҡужин, ҡаланың художество мәктәбе директоры Татьяна Лазарева , Инйәр ауылы хакимиәте башлығы Ғайса Мѳфтәхетдинов һәм тантанаға саҡырылған элекке хеҙмәткәрҙәр, сығарылыш...
Ҡатайҙар ҡайҙан килгән? 19-03-2014, 09:25 / Ауылым – тыуған тѳйәгем

Ҡатайҙар ҡайҙан килгән?

Ҡатай ырыуынан тиһәң, кешеләрҙә һәр саҡ тиерлек һорау тыуа: ”Ә “ҡатай” менән “ҡытай” араһында бәйләнеш бармы?” - тигән. “Туранан-тура бәйләнеш бар”, - тип әйтер инем. Ҡатайҙар боронғо ҡәбиләләрҙең береһе. Үҙәк Азиянан, Ҡытай һәм Монголия яҡтарынан ҡатмарлы һәм оҙон юлдар үтеп килгән беҙҙең боронғо ата-бабаларыҙ - Кидандар....
Асыла – Мәүлит байрамы 19-03-2014, 09:22 / Иман

Асыла – Мәүлит байрамы

Үткән шәмбе Асы ауылында Мәүлит байрамы уҙҙы. Байрамда ауыл халҡынан тыш, райондың башҡа ауылдрында йәшәүселәр, күрше Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан, Өфө ҡалаһынан бик күп дин әһелдәре, ислам диненә битараф булмаған кешеләр йыйылды....
Эшҡыуарҙарға яңы тәҡдим 19-03-2014, 09:18 / Яңылыҡтар

Эшҡыуарҙарға яңы тәҡдим

Муниципаль район хакимиәтендә Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы “Сауҙаны үҫтереү һәм урындағы тауар етештереүселәргә ярҙам итеү” темаһына “түңәрәк ѳҫтәл” уҙғарҙы. Унда урындағы эшҡыуарҙар, муниципаль район хакимиәте вәкилдәре, матбуғат сараһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Әңгәмәне Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе Виталий Владимирович Черевков алып барҙы. Бындай саралар республиканың күп кенә райондарында үткән дә инде....