Йыландың аяғы бармы? 17-03-2014, 09:11 / Тәбиғәт-Әсә һулышы

Йыландың аяғы бармы?

Мин ҡәһәрле һуғыш килтергән Аҡ йылан йылында тыуғанмын. Ә 2001 йылда сираттағы Аҡ йылан йылын ҡаршылап, арыу ғына итеп оҙаттым. Әллә ошо билдә аҫтында тыуғанғамылыр, бала саҡтан килгән йылан тураһындағы хәтирәләрҙеғүмер буйы һаҡлайым. Еңеүҙең беренсе йылы булды, буғай. Беҙҙең урамдың үрге осонда йәшәгән әбейҙәр бик татыу йәшәне: шатлыҡтарын да, ҡайғыларын да уртаҡлашып хәл иттеләр. Урманға еләккә, балтырғанға, һарынаға, хатта утын, суғырмаҡҡа (серегән ҡайын ағасының туҙы) бергә йѳрѳнѳләр. Беҙ, балалар ҙа, уларға эйәреп барабыҙ. Һәр беребеҙҙең йѳкмәүе бар....
«Мин тере ҡалдым һәм еңеп сыҡтым» 17-03-2014, 09:05 / Арҙаҡлы яҡташтар

«Мин тере ҡалдым һәм еңеп сыҡтым»

Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдин улы Ямалетдиновтың тыуыуына 5 майҙа 100 йылыуы (ҡәбер ташындағы яҙыу буйынса 5 май, ә хәрби билетында яңы стиль буйынса 20 апрель 1914 йыл) беҙҙең Шығай ауылы, Белорет ере, хатта Башҡортостан ѳсѳн иҫтәлекле кѳн. Белорет ере ѳсѳн тип баҫым яһайым, сѳнки район һәм ҡалабыҙҙың ун ѳс Геройы араһында тик Шаһи Ямалетдинов ҡына Белорет ерендә ерләнгән, ә ҡалғандары иһә дәһшәтле һуғышта башын һала, йә иҫән-һау еңеп ҡайтһалар ҙа, һуңғы тѳйәктәре Белорет еренән ситтә....
Иң яҡшылар иҫәбендә 17-03-2014, 08:57 / Мәғариф

Иң яҡшылар иҫәбендә

Ҡаланың лицей-интернаты ошо кѳндәрҙә ҙур һөйөнөс кисерҙе. Улар Рәсәй кимәлендә «Иң яҡшы 100 мәктәп» исемлегенә индерелде һәм лицей-интернаттың директоры Гѳлнара Зариф ҡыҙы Зәйнетдинова «Йыл директоры – 2013» исеменә лайыҡ булып, миҙал һәм диплом менән бүләкләнде....
Айыҡ йәшәһәк, донъя түңәрәк булыр 17-03-2014, 08:37 / Ауыл тормошо

Айыҡ йәшәһәк, донъя түңәрәк булыр

Белорет районының Рысыҡай ауылы ѳсѳн 2013 йыл һѳҙѳмтәле булды. “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашып, уларға призлы урын бирелмәһә лә, улар үҙҙәре ѳсѳн ҙур уңышҡа иреште: айыҡ тормошҡа ынтылыу һѳҙѳмтәһендә былтыр ауылда бер кеше лә үлмәгән, 17 бала тыуған....
“Бизнес социаль йүнәлешле булырға тейеш”, ти Белорет ҡалаһындағы шәхси эшҡыуар Данис Сәйетмырҙа улы Йыһаншин 17-03-2014, 08:33 / Үрнәк

“Бизнес социаль йүнәлешле булырға тейеш”, ти Белорет ҡалаһындағы шәхси эшҡыуар Данис Сәйетмырҙа улы Йыһаншин

Туҡһанынсы йылдар илебеҙ тарихында һынылыш ваҡыты. Ҡулына 25-се һѳнәрселек училищеһы дипломын алған Данис һѳнәре буйынса ярты йыл ғына эшләп ѳлгѳрә - хәрби хеҙмәткә саҡыралар. 1991-92 йылдарҙағы бола ваҡытында уға Тѳркмәнстанда сик һағы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә тура килә. Данис армияға киткәндә ил СССР тип аталһа, ике йыл һалдат һурпаһын татып ҡайтҡан егетте Рәсәй Федерацияһы тигән ил ҡаршы ала....