Социаль пенсия артты 22-04-2014, 14:34 / Социаль ѳлкә

Социаль пенсия артты

Рәсәй Федерацияһы Хѳкүмәтенең 2014 йылдың 22 мартындағы “2014 йылдың 1 апреленән индексациялау коэффицентын раҫлау тураһында”ғы ҡарары менән социаль пенсияларҙы индексациялау коэффиценты 1,171 дәүмәлендә ҡаралды....
Эскән һыуға тѳкѳрмәйек! 22-04-2014, 14:32 / Экология

Эскән һыуға тѳкѳрмәйек!

Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының яҙғы ташҡын ваҡытында экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү тураһындағы бойороғона ярашлы, йылға, күл, һыу ятҡылыҡтарының яр буйҙары тикшерелә. Эскән һыуыңа тѳкѳрмә, тигән халыҡ әйтеме бар. Кешелек был һүҙҙәргә әллә ни әһәмиәт бирмәй. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән рейдҡа сыҡҡанда быға беҙ тағы ла шаһит булдыҡ....
Экологик ѳмәләр башланды 22-04-2014, 14:27 / Экология

Экологик ѳмәләр башланды

18 апрелдә район-ҡала предприятиелары, учреждениелары, ойошмалары һәм территориаль үҙидаралыҡтар экологик ѳмәгә сыҡты. Елена Николаевна Кузьмина, «Белорет электр селтәрҙәре» йәмғиәтенең административ-хужалыҡ бүлек начальнигы: - Үҙебеҙгә беркетелгән территторияны кѳҙҙән үк һәйбәт итеп таҙартып ҡуйғас, яҙғыһын сүп-сар күп булманы. Ѳмәгә сығыу ѳсѳн бѳтә предприятие, учреждениелар ҙа кеше бүлде. Үҙебеҙҙә техника булғас, еңелерәк. 25 кеше тимер юлды аша сығыу урынына тиклем территорияны таҙартып, сүп-сарҙы самосвалға тейәп, сығарып та ҡуйҙы. Киләһе ѳмәлә, әгәр ямғырҙар яумаһа, буяу, аҡлау...
Предприятие ярҙамға мохтаж 22-04-2014, 14:25 / Иҡтисад

Предприятие ярҙамға мохтаж

Һуҡырҙар йәмғиәтендә уҙған отчет йыйылышында муниципаль район Советы һәм хакимиәте, предприятие һәм ойошма, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ етәкселәре ҡатнашты. Бындағы тѳп һорау - Һуҡырҙар йәмғиәтенең производство-кѳнкүреш инфраструктураһындағы етешһеҙлектәрҙе бѳтѳрѳү. Күҙҙәре күрмәгән инвалидтарға йәшәү һәм эшләү шарттарын булдырыуҙа ҡайһы бер етешһеҙлектәр асыҡланған....
Иҙел башында халыҡ кәсептәре тергеҙелә 22-04-2014, 14:23 / ---

Иҙел башында халыҡ кәсептәре тергеҙелә

Мәҙәниәт йылына арнап, Белорет муниципаль районы “Иҙел башы оҫталары” фестиваль-конкурсы иғлан итте. Сара район биләмәһендә йәшәгән халыҡтың традицияларын һаҡлау, уның милли-мәҙәни мираҫына һаҡсыл ҡараш, хѳрмәт тәрбиәләү, элекке халыҡ кәсептәрен һәм һѳнәрҙәрен популярлаштырыу йәһәтенән уҙғарыла. Уны райондың телекомпанияһы һәм мәҙәниәт идаралығы ойоштора. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың иҫәбе һәм йәш айырмаһы сикләнмәгән. Конкурс талаптарына ярашлы, улар йола формаһында ниндәйҙер бер халыҡ кәсебен, милли аш-һыу әҙерләүҙе һәм йыр-бейеү йә иһә сәхнә күренеше күрһәтергә тейеш. Сығыштарҙың...
“Йондоҙ”ҙоң йондоҙло сәғәте 22-04-2014, 14:20 / Мәҙәниәт

“Йондоҙ”ҙоң йондоҙло сәғәте

Учалы ҡалаһында Урал аръяғы райондары һәм ҡалаларының хореография буйынса тѳбәк-ара конкурсы уҙғарылды. Унда Учалы районы һәм ҡалаһы, Әбйәлил, Белорет, Бѳрйән райондары, Межгорье ҡалаһының музыка мәктәптәре ҡатнашты....
“Шүрәле иле” - беҙҙә ҡунаҡта 21-04-2014, 14:17 / Мәҙәниәт

“Шүрәле иле” - беҙҙә ҡунаҡта

“Тап Ҡазан артында барҙыр бер ауыл. Ҡырлай, тиҙәр. Кѳй ѳсѳн тауыҡтары йырлай, тиҙәр...” тип башлана бѳйѳк татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың “Шүрәле” әҫәре. Халыҡсан әҫәрҙәре менән бѳтә донъяла танылыу яулаған шағирҙың тыуыуына быйыл 128 йыл. Шул айҡанлы Башҡортостандың Н.Латфуллин исемендәге хәҙерге заман сәнғәте дәүләт музейы, Татарстандың һүрәтләү сәнғәте дәүләт музейы һәм Мәскәүҙәге Марджани фонды тарафынан “Шүрәле иле” картиналар күргәҙмәһе ойошторола....
Картуф - икенсе икмәк 21-04-2014, 14:16 / Ауыл тормошо

Картуф - икенсе икмәк

Картуф сәсеү ваҡыты ла яҡынлаша. Шуға ла икенсе икмәгебеҙҙе сәсеү серҙәре тураһында һѳйләп үтмәксемен. Тәү башлап ерҙе - тупраҡты әҙерләйҙәр. Әгәр ҙә ерҙе күк сәскәле сырмалсыҡ үлән баҫа икән, тупраҡ артыҡ кислоталы һәм унда ҙур уңыш алыуы икеле. Тупраҡтың әселеген бик ябай ысул менән белергә була. Баҡсағыҙҙа биш нѳктәнән берәр аш ҡалағы тупраҡ алып, һыуҙа иҙәһең, шуға лакмус ҡағыҙы тѳшѳрәһең. Әгәр ҡағыҙҙың тѳҫѳ үҙгәрһә, тупраҡ әсе була. Тупраҡтың әселеген бѳтѳрѳү ѳсѳн ергә ағас, торф кѳлѳ, йәки известь оно (пушонка) һибәләр. Пушонканы Пугачев карьерынан алырға була. Бер стакан кѳл 1...
Ауылға иғтибар кәрәк 21-04-2014, 11:28 / Сәйәсәт

Ауылға иғтибар кәрәк

Үткән аҙнала Волгоград ҡалаһында, “Берҙәм Рәсәй” партияһының тәҡдиме буйынса, Рәсәй ауыл биләмәләре депутаттарының форумы үтте. Башҡортостан делегацияһы етәксеһе булып “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе рәйесе Рәмзил Ишһарин барҙы. Съезға илебеҙҙең һәр төбәгенән 1900-ҙән ашыу кеше йыйылған. Уларҙың күпселеген ауыл биләмәһе башлыҡтары, депутаттары, ауыл хужалығы етәкселәре тәшкил иткән. Делегаттар белдереүенсә, форумда ауылдар йылдар буйы хәл итә алмаған проблемалар күтәрелгән. Тәү сиратта, ауыл хужалығы продукцияһының үтә арзан булыуы. Делегаттар: “Һөттөң...
“Халыҡ  менән бергә булғанда ғына эш бара” 21-04-2014, 11:24 / Социаль ѳлкә

“Халыҡ менән бергә булғанда ғына эш бара”

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2012 йылдың июнендә Муниципаль үҙидаралыҡ хеҙмәткәрҙәре кѳнѳн билдәләү тураһында Указға ҡул ҡуя. Законды тормошҡа ашырыу маҡсатында, Башҡортостан Республикаһы Президенты Рѳстәм Хәмитов 2013 йылдың 2 апрелендә “2013 йылда Урындағы үҙидара кѳнѳнә арналған сараларҙы Башҡортостан Республикаһында үткәреү тураһында”ғы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Бойороҡҡа ярашлы, байрам муниципаль башланғыстарҙа, республика кимәлендә үткәрелә. Шулай итеп, ике йыл рәттән муниципаль үҙидаралыҡ хеҙмәткәрҙәре һѳнәри байрамдарын билдәләй. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 895 муниципаль үҙидаралыҡ...