Каникулдар нисек үтте? 1-04-2014, 15:26 / Мәғариф

Каникулдар нисек үтте?

Иң ҡыҫҡа яҙғы каникул да уҡыусылар ѳсѳн мауыҡтырғыс һәм фәһемле үтте. Шығай 9 йыллыҡ мәктәбе директоры урынбаҫары Мәүсилә Мѳстәбай ҡыҙы Эниева белдереүенсә, V –VI класс уҡыусылары рус теле буйынса ҡала олимпиадаһына йѳрѳгән. 27 мартта 20-се мәктәптә үткән шиғыр һѳйләү конкурсында I –IX класс уҡыусылары ҡатнашҡан. Шулай уҡ уҡыусылар мәҙәниәт йортонда Науруз байрамын да күңелле үткәргән. Ә 28 мартта Сибайҙан килгән цирк олоһона ла, кесеһенә лә оҡшаны. Тағы ла уҡыусылар класс етәкселәре менән урманға, «Металлург» кинотеатрына, мәҙәниәт йортонда урынлашҡан музейға сәйәхәт яһаған....
МӨСӘ һәм МӘҺӘР 1-04-2014, 15:22 / Яҙыусылар ижады

МӨСӘ һәм МӘҺӘР

Үҙҙәренең бер бөртөк улына кәләш әйттерергә тип, Ғәли ағай менән Ғәлиә еңгәләргә ҡыҙҙарын һоратып, ҡоҙалар килеп төштө. Ҡаланан үҙҙәре, башҡорт булһалар ҙа, ни үҙ телдәрендә, ни урыҫса, ни татарса түгел, һупалайҙар өс телде бергә бутап. Алдан, әлбиттә, ҡасан, ҡайһы көнгә килеүҙәре килешеп ҡуйылғас, һый ҙа әҙер, ризыҡ менән һығылып торған өҫтәл дә ҡунаҡтарҙы көтә ине. Ултырышҡас (бер – береһе менән тышта, ҡаршы алғанда уҡ танышҡайнылар), ғәҙәттәгесә, күпмелер ваҡыт һүҙ – һүҙгә берекмәй торҙо. Танышыу хөрмәтенә берәрҙе күтәреп алғас, буласаҡ ҡоҙа урынынан ҡалҡынды:...
Матур донъяны йәмһеҙләмәйек 1-04-2014, 15:21 / Ауыл тормошо

Матур донъяны йәмһеҙләмәйек

Донъя матур, ләкин ауыр. Ошо ауырлыҡҡа бирешмәйсә, донъяның матурлығын, тѳҙѳклѳгѳн күрер ѳсѳн дә күп тир түгергә, үҙ кѳсѳңә таянырға тура килә. Киләсәк тормошобоҙҙо күҙ алдына килтереп, балаларыбыҙҙың киләсәгенә йоғонто яһарға, дѳрѳҫ йүнәлеш бирергә, тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашырға кәрәк беҙгә. Әлеге ваҡытта күптәр, телевизор, Интернет, компьютер, телефон ярҙамында бер ниндәй яңылыҡты ла күҙ уңынан ысҡындымайбыҙ, тигән булып, гәзит-журналға ла яҙылмай....
Мәсьәләләрҙе уртаҡ хәл итеп 1-04-2014, 15:19 / Ауыл тормошо

Мәсьәләләрҙе уртаҡ хәл итеп

Үткән аҙнала Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы Русим Рәмил улы Баймѳхәмәтов халыҡ алдында үҙ биләмәһендә башҡарылған эштәр тураһында отчет бирҙе, кѳнүҙәк проблемалар, киләсәккә пландар менән таныштырҙы. Йыйылышта муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И. С. Теләүбаев, районының милек менән идара итеү комитеты рәйесе А.М. Фәхретдинов, район депутаты А.В. Левичев, райондың мәғлүмәт һәм консультация үҙәге белгесе, агроном В. Ә. Яҡупов ҡатнашты....
Улар – милләттең күркәм биҙәге 1-04-2014, 15:16 / Мәҙәниәт

Улар – милләттең күркәм биҙәге

Районыбыҙ күккә ашҡан ҡаялы тауҙары, йырып сыҡҡыһыҙ ҡара урмандары, зәм-зәм һыуына тиңләрлек сылтырап аҡҡан шишмәләре менән Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә дан алған. Ошо илаһи ерҙең тәбиғәте үҙ ҡосағында тыуып, тупрағынан ҡот алып үҫкән әҙәм балаларын да ниндәйҙер дәрәжәлә һәләт, талант менән бүләкләгән. Бының тап шулай булыуын Сермән ауылының социаль-мәҙәниәт үҙәгендә уҙғарылған «Һаҡлайыҡ халҡым хазинаһын» сараһы тағы бер ҡабат иҫбатланы. Унда халҡыбыҙҙың мираҫын, рухын һаҡлаусы, милли хазинабыҙҙы йәш быуынға еткереүсе, районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған фольклор ансамблдәре - “Хәтирә”,...