Нимә ул донорлыҡ ? 8-04-2014, 16:19 / Һаулығың-байлығың

Нимә ул донорлыҡ ?

Башҡортостан дауаханаларына йыл һайын уртаса 42 тонна ҡан талап ителә, шул иҫәптән Республика балалар клиник дауаханаһына - 420 литр. Донорлыҡ буйынса яңы ҡануниәт үҙ көсөнә инһә лә, ҡан тапшырырға теләүселәр һис тә кәмемәй. Республикала йылына - 35-37 мең, көнөнә - 200 донор ҡабул ителә. Рәсәйҙә иһә йөҙләгән ҡан тикшереү лабораторияһы эшләй һәм йылына 3 млн. ярым донор ҡаны тикшерелә. Ҡандан эшләнгән плазма ярты йылға карантинға һалына. Ошо ваҡыт үткәс, бѳтә тикшереүҙәр ҙә яҡшы икән, донорҙы яңынан табып, уның ҡанын ҡуллана башлайҙар. Берәй сир табылһа, ул кеше дауаханаға ебәрелә. Шуға...
Мал салдырырға - Уҡшуҡҡамы? 8-04-2014, 16:13 / Яңылыҡтар

Мал салдырырға - Уҡшуҡҡамы?

Отчет йыйылыштарында ауыл халҡы мал салыуға бәйле үҙгәрештәргә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Мәҫәлән, Мәхмүттән Уҡшуҡҡа тиклем нисек мал ташымаҡ кәрәк, тип сығыш яһаны халыҡ. - 1 майҙан ике тѳрлѳ рег-ламент кѳсѳнә инә. Ит һәм һѳт етештереүҙә ҡайһы бер талаптар үҙгәрә. Бѳгѳн беҙҙең тѳп маҡсат - Бѳтә донъя сауҙа ойошмаһы талаптарына яуап биргән һѳт һәм ит ризыҡтары етештереү. Таможня сик буйы хеҙмәте менән бергә ҡаты талаптар ҡуя. Һѳт һәм ит етештереүселәр быға тиклем сифатҡа декларация яҙһалар, 1 майҙан ул бѳтѳрѳлә һәм ветеринар сертификат булдырыла. Етештереүселәр дәүләт теркәүе үтеп, үҙҙәренең...
Яҙғы саҡырыу башланды 8-04-2014, 11:21 / Яңылыҡтар

Яҙғы саҡырыу башланды

Улар, 2013 йылдың яҙғы һәм көҙгө саҡырыу һөҙөмтәләренән сығып, Ҡораллы Көстәр сафына баҫыуҙан баш тартҡандар исемлеген асыҡланы. Унда 100 егет индерелгән. Ҡасып йѳрѳгәндәргә Ватан алдындағы бу-рысын ваҡытында үтәргә саҡырыу менән мөрәжәғәт ителгән. 15 июлгә тиклем Рәсәйҙән 154 мең, республиканан 6 меңгә яҡын кеше армияға алынасаҡ. Был көндәрҙә Башҡортостандың барлыҡ комиссариаттарында махсус комиссиялар эшләй. Улар буласаҡ һалдаттарҙың сәләмәтлеген тикшерә, юғары уҡыу йорттары һәм урта махсус белем биреү учреждениелары студенттарының иһә кисектереү ҡағыҙы алыу мөмкинлеге бар....
“Ҡурташ”та саңғы ярышы 8-04-2014, 08:59 / Спорт һәм туризм

“Ҡурташ”та саңғы ярышы

Үткән ял Урал тауындағы “Ҡурташ” спорт комплексында саңғы буйынса ярыш үтте. Уны ҡаланың 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, муниципаль район хакимиәтенең йәштәр, физкультура һәм спорт бүлеге, Белорет ҡалаһының “Саңғы уҙышы федерацияһы” йәмәғәт ойошмаһы ойошторҙо. 5 апрелдә үткән бәйгелә 3, 5, 7,5 һәм 10, 15 саҡрымға йүгереүҙә бѳтәһе 134 бала кѳс һынашты. Белорет, Межгорье, Ѳфѳ, Учалы, Магнитогорск ҡалаларынан йәш спортсылар килгәйне....