Әҙерлек бара 14-04-2014, 16:47 / Яңылыҡтар

Әҙерлек бара

Кѳньяк Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы территорияһында янғындарҙы иҫкәртеү миҙгеленә әҙерләнеү йәһәтенән масштаблы күнегеүҙәр үткәрелде. Был сарала беҙҙең егеттәрҙән башҡа, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Межгорье ҡалаһы хеҙмәткәрҙәре әү-ҙем ҡатнашты. Шулай уҡ Белореттан һәм Инйәр урмансылығынан ҡунаҡтар килде....
Алтын   ғүмер юлы 14-04-2014, 16:43 / Замандаш

Алтын ғүмер юлы

Ғаилә - ул оло таянысыбыҙ, иң ышаныслы һыйыныр усағыбыҙ. Унда бер-береһен яратҡан, хәстәрлек күргән кешеләр йәшәй. Нисек кенә булмаһын, кеше шул ғаилә ҡосағында ял итә, рухи көс, дәрт-дарман йыя, күңелен бушатып, йән йәрәхәттәрен дауалай. Ғаилә ни тиклем ныҡ булһа, унан килгән йылылыҡ та шул тиклем көслө....
Фестиваль күңелдәрҙе ҡанатландырҙы 14-04-2014, 16:40 / Мәҙәниәт

Фестиваль күңелдәрҙе ҡанатландырҙы

Беҙҙең тѳбәктә йәшәгән халыҡтың милли йолаларын, ғѳрѳф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, уны быуындан-быуынға еткереү маҡсатында мәктәп балалары ѳсѳн инде ѳсѳнсѳ йыл фольклор-этнографик фестиваль ойошторола. Быйыл ул ҡаланың 3-сѳ мәктәбендә үтте. Ике кѳн буйы барған сарала бѳтәһе 13 команда ҡатнашты....
Ауылдың затлы ҡыҙы ҡалала ла һынатмай 14-04-2014, 16:36 / Замандаш

Ауылдың затлы ҡыҙы ҡалала ла һынатмай

Йәшәү дәүерендә бик күп ауырлыҡтар күрергә тура килһә лә, ҡатын-ҡыҙ башына тѳшкән бурысын үтәгән: матур һѳйѳүҙәр менән янған, кейәүгә сығып, матур донъя ҡороп, ике ул, бер ҡыҙ табып, улдарын башлы-күҙле итеп, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәр һѳйгән затлы ҡатындарҙың береһе ул бѳгѳнгѳ геройыбыҙ - Гәүһәр Хәйрулла ҡыҙы Аллаярова....
Баш табип тәғәйенләнде 14-04-2014, 16:33 / ---

Баш табип тәғәйенләнде

9 апрелдә ҡала поликлиникаһының тамаша залында медицина хеҙмәткәрҙәре менән муниципаль район Советы һәм хакимиәте етәкселәре осрашты. Йыйылыуҙың тѳп сәбәбе - Белорет үҙәк район клиник дауаханаһына яңы тәғәйенләнгән баш табип Евгений Владимирович Кустов менән таныштырыу булды....
Һыҙан һаҡ бул! 14-04-2014, 16:30 / Яңылыҡтар

Һыҙан һаҡ бул!

Яҙҙар етеү менән бәләкәй генә шишмә лә, оло йылғалай, ярҙарына һыймай ташып китә. Әлеге мәлдә кѳндәр һалҡынайтып торһа ла, тәбиғәт үҙенекен итә, боҙ йомшара, йылға ѳҫтѳндә беленер-беленмәҫ шәре ҡалҡа. Шуға күрә яҙын боҙ ѳҫтѳнән йѳрѳү кеше ғүмере ѳсѳн бик хәүефле....