Гѳрләп йәшәй   Асы мәктәбе 16-04-2014, 16:55 / Мәғариф

Гѳрләп йәшәй Асы мәктәбе

Ауыл мәктәбе - үҙенсәлекле дәрестәре, бәләкәй һәм ҙур проблемалары, күңелле байрамдары менән башҡа бер айырым донъя ул. Матди базаһы, ниндәйҙер мѳмкинлектәре менән, бәлки, ул ҡала мәктәптәренән саҡ ҡына ҡалышалыр ҙа. Тик ундағы күңел йылыһына, изгелек һәм эскерһеҙлеккә барыбер бер нәмә лә етмәй. Ауыл мәктәптәрендә тыуған тѳйәккә, Тыуған ергә, илгә һѳйѳү ҙә нығыраҡ тәрбиәләнә кеүек. Белемле, талантлы милләттәштәребеҙҙе тәрбиәләп сығарыуҙа ла уның роле ҙур. Уҡытыусылары иһә белем биреүсе һәм тѳрлѳ саралар ойоштороусы ғына түгел, ә баланы һәр яҡлап күрә, ишетә белгән, уны ысын шәхес...
Уңған умартасылар - беҙҙә 16-04-2014, 16:53 / Яңылыҡтар

Уңған умартасылар - беҙҙә

Ҡортсолоҡ продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү эшмәкәрлеген координациялау тѳбәк-ара ассоциацияһы, Башҡорт сауҙа ассоциацияһы былтыр республикала "Бал" конкурсы иғлан иткәйне....
Сәхнәлә – һәүәҫкәр композиторҙар ижады 16-04-2014, 16:51 / ---

Сәхнәлә – һәүәҫкәр композиторҙар ижады

Шығай ауылында республиканың көнсығыш райондарында йәшәгән үҙешмәкәр композиторҙарҙың йырҙарын башҡарыу буйынса төбәк конкурсы уҙҙы. Конкурста Белорет, Учалы, Баймаҡ, Әбйәлил райондарынан тыш, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан да ҡатнашыусылар булды. Уны Шығай ауылында тыуып үҫкән мәшһүр үҙешмәкәр композитор Абдулғәфи Хәлфетдинов призына Урал аръяғы ижади кѳстәренең «Ҡуңыр буға» йәмәғәт ойошмаһы үткәрҙе. Ойошма бындай сараны тәүгә генә үткәрмәй. Мәҫәлән, апрель башында Әбйәлил районында, танылған йырсы Бибикамал Мәһәҙиеваның 100 йыллығына арнап, халыҡ йырҙарын башҡарыу конкурсы ...
Торлаҡ-коммуналь хужалығындағы үҙгәрештәр 16-04-2014, 16:49 / Сәйәсәт

Торлаҡ-коммуналь хужалығындағы үҙгәрештәр

Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Геннадьевич Миронов торлаҡ-коммуналь комплексының эшмәкәрлеге буйынса идара итеүсе компанияларҙың директорҙары менән кәңәшмә уҙғарҙы. Ул торлаҡ-коммуналь хужалығындағы үҙгәрештәр, яңылыҡтар, ошо ѳлкәлә киләсәккә пландар менән таныштырҙы....