Социаль пенсия артты 22-04-2014, 14:34 / Социаль ѳлкә

Социаль пенсия артты

Рәсәй Федерацияһы Хѳкүмәтенең 2014 йылдың 22 мартындағы “2014 йылдың 1 апреленән индексациялау коэффицентын раҫлау тураһында”ғы ҡарары менән социаль пенсияларҙы индексациялау коэффиценты 1,171 дәүмәлендә ҡаралды....
Эскән һыуға тѳкѳрмәйек! 22-04-2014, 14:32 / Экология

Эскән һыуға тѳкѳрмәйек!

Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының яҙғы ташҡын ваҡытында экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү тураһындағы бойороғона ярашлы, йылға, күл, һыу ятҡылыҡтарының яр буйҙары тикшерелә. Эскән һыуыңа тѳкѳрмә, тигән халыҡ әйтеме бар. Кешелек был һүҙҙәргә әллә ни әһәмиәт бирмәй. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән рейдҡа сыҡҡанда быға беҙ тағы ла шаһит булдыҡ....
Экологик ѳмәләр башланды 22-04-2014, 14:27 / Экология

Экологик ѳмәләр башланды

18 апрелдә район-ҡала предприятиелары, учреждениелары, ойошмалары һәм территориаль үҙидаралыҡтар экологик ѳмәгә сыҡты. Елена Николаевна Кузьмина, «Белорет электр селтәрҙәре» йәмғиәтенең административ-хужалыҡ бүлек начальнигы: - Үҙебеҙгә беркетелгән территторияны кѳҙҙән үк һәйбәт итеп таҙартып ҡуйғас, яҙғыһын сүп-сар күп булманы. Ѳмәгә сығыу ѳсѳн бѳтә предприятие, учреждениелар ҙа кеше бүлде. Үҙебеҙҙә техника булғас, еңелерәк. 25 кеше тимер юлды аша сығыу урынына тиклем территорияны таҙартып, сүп-сарҙы самосвалға тейәп, сығарып та ҡуйҙы. Киләһе ѳмәлә, әгәр ямғырҙар яумаһа, буяу, аҡлау...
Предприятие ярҙамға мохтаж 22-04-2014, 14:25 / Иҡтисад

Предприятие ярҙамға мохтаж

Һуҡырҙар йәмғиәтендә уҙған отчет йыйылышында муниципаль район Советы һәм хакимиәте, предприятие һәм ойошма, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ етәкселәре ҡатнашты. Бындағы тѳп һорау - Һуҡырҙар йәмғиәтенең производство-кѳнкүреш инфраструктураһындағы етешһеҙлектәрҙе бѳтѳрѳү. Күҙҙәре күрмәгән инвалидтарға йәшәү һәм эшләү шарттарын булдырыуҙа ҡайһы бер етешһеҙлектәр асыҡланған....
Иҙел башында халыҡ кәсептәре тергеҙелә 22-04-2014, 14:23 / ---

Иҙел башында халыҡ кәсептәре тергеҙелә

Мәҙәниәт йылына арнап, Белорет муниципаль районы “Иҙел башы оҫталары” фестиваль-конкурсы иғлан итте. Сара район биләмәһендә йәшәгән халыҡтың традицияларын һаҡлау, уның милли-мәҙәни мираҫына һаҡсыл ҡараш, хѳрмәт тәрбиәләү, элекке халыҡ кәсептәрен һәм һѳнәрҙәрен популярлаштырыу йәһәтенән уҙғарыла. Уны райондың телекомпанияһы һәм мәҙәниәт идаралығы ойоштора. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың иҫәбе һәм йәш айырмаһы сикләнмәгән. Конкурс талаптарына ярашлы, улар йола формаһында ниндәйҙер бер халыҡ кәсебен, милли аш-һыу әҙерләүҙе һәм йыр-бейеү йә иһә сәхнә күренеше күрһәтергә тейеш. Сығыштарҙың...
“Йондоҙ”ҙоң йондоҙло сәғәте 22-04-2014, 14:20 / Мәҙәниәт

“Йондоҙ”ҙоң йондоҙло сәғәте

Учалы ҡалаһында Урал аръяғы райондары һәм ҡалаларының хореография буйынса тѳбәк-ара конкурсы уҙғарылды. Унда Учалы районы һәм ҡалаһы, Әбйәлил, Белорет, Бѳрйән райондары, Межгорье ҡалаһының музыка мәктәптәре ҡатнашты....