Үҙ юлының аныҡ йүнәлешен, маҡсатын белгән етәксе 21-04-2014, 10:57 / Замандаш

Үҙ юлының аныҡ йүнәлешен, маҡсатын белгән етәксе

Муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Сафый улы Теләүбаевтың бер эш көнө Илебеҙ үҫешендә, граждандарҙың именлеген булдырыуҙа, уларҙың мәнфәғәтен яҡлауҙа, ғөмүмән, бөтә йәмғиәт тормошонда дәүләт идаралығының социаль ѳлкәһе мөһим урындарҙың береһен биләй. Был өлкәгә мәғариф, мәҙәниәт, социаль тәьмин итеү, транспорт, спорт, йәмәғәт туҡланыуы, коммуналь хеҙмәтләндереүҙән башҡа, халыҡтың ялын ойоштороу, уңайлы йәшәү һәм эш шарттары булдырыу, милли мөнәсәбәттәрҙе көйләү кеүек мәсьәләләр ҙә инә. Ғөмүмән, социаль өлкә - кешенең йәшәү кимәлен һәм рәүешен билдәләгән, уның...
Гѳрләп йәшәй   Асы мәктәбе 16-04-2014, 16:55 / Мәғариф

Гѳрләп йәшәй Асы мәктәбе

Ауыл мәктәбе - үҙенсәлекле дәрестәре, бәләкәй һәм ҙур проблемалары, күңелле байрамдары менән башҡа бер айырым донъя ул. Матди базаһы, ниндәйҙер мѳмкинлектәре менән, бәлки, ул ҡала мәктәптәренән саҡ ҡына ҡалышалыр ҙа. Тик ундағы күңел йылыһына, изгелек һәм эскерһеҙлеккә барыбер бер нәмә лә етмәй. Ауыл мәктәптәрендә тыуған тѳйәккә, Тыуған ергә, илгә һѳйѳү ҙә нығыраҡ тәрбиәләнә кеүек. Белемле, талантлы милләттәштәребеҙҙе тәрбиәләп сығарыуҙа ла уның роле ҙур. Уҡытыусылары иһә белем биреүсе һәм тѳрлѳ саралар ойоштороусы ғына түгел, ә баланы һәр яҡлап күрә, ишетә белгән, уны ысын шәхес...
Уңған умартасылар - беҙҙә 16-04-2014, 16:53 / Яңылыҡтар

Уңған умартасылар - беҙҙә

Ҡортсолоҡ продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү эшмәкәрлеген координациялау тѳбәк-ара ассоциацияһы, Башҡорт сауҙа ассоциацияһы былтыр республикала "Бал" конкурсы иғлан иткәйне....
Сәхнәлә – һәүәҫкәр композиторҙар ижады 16-04-2014, 16:51 / ---

Сәхнәлә – һәүәҫкәр композиторҙар ижады

Шығай ауылында республиканың көнсығыш райондарында йәшәгән үҙешмәкәр композиторҙарҙың йырҙарын башҡарыу буйынса төбәк конкурсы уҙҙы. Конкурста Белорет, Учалы, Баймаҡ, Әбйәлил райондарынан тыш, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан да ҡатнашыусылар булды. Уны Шығай ауылында тыуып үҫкән мәшһүр үҙешмәкәр композитор Абдулғәфи Хәлфетдинов призына Урал аръяғы ижади кѳстәренең «Ҡуңыр буға» йәмәғәт ойошмаһы үткәрҙе. Ойошма бындай сараны тәүгә генә үткәрмәй. Мәҫәлән, апрель башында Әбйәлил районында, танылған йырсы Бибикамал Мәһәҙиеваның 100 йыллығына арнап, халыҡ йырҙарын башҡарыу конкурсы ...
Торлаҡ-коммуналь хужалығындағы үҙгәрештәр 16-04-2014, 16:49 / Сәйәсәт

Торлаҡ-коммуналь хужалығындағы үҙгәрештәр

Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Геннадьевич Миронов торлаҡ-коммуналь комплексының эшмәкәрлеге буйынса идара итеүсе компанияларҙың директорҙары менән кәңәшмә уҙғарҙы. Ул торлаҡ-коммуналь хужалығындағы үҙгәрештәр, яңылыҡтар, ошо ѳлкәлә киләсәккә пландар менән таныштырҙы....
Әҙерлек бара 14-04-2014, 16:47 / Яңылыҡтар

Әҙерлек бара

Кѳньяк Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы территорияһында янғындарҙы иҫкәртеү миҙгеленә әҙерләнеү йәһәтенән масштаблы күнегеүҙәр үткәрелде. Был сарала беҙҙең егеттәрҙән башҡа, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Межгорье ҡалаһы хеҙмәткәрҙәре әү-ҙем ҡатнашты. Шулай уҡ Белореттан һәм Инйәр урмансылығынан ҡунаҡтар килде....
Алтын   ғүмер юлы 14-04-2014, 16:43 / Замандаш

Алтын ғүмер юлы

Ғаилә - ул оло таянысыбыҙ, иң ышаныслы һыйыныр усағыбыҙ. Унда бер-береһен яратҡан, хәстәрлек күргән кешеләр йәшәй. Нисек кенә булмаһын, кеше шул ғаилә ҡосағында ял итә, рухи көс, дәрт-дарман йыя, күңелен бушатып, йән йәрәхәттәрен дауалай. Ғаилә ни тиклем ныҡ булһа, унан килгән йылылыҡ та шул тиклем көслө....
Фестиваль күңелдәрҙе ҡанатландырҙы 14-04-2014, 16:40 / Мәҙәниәт

Фестиваль күңелдәрҙе ҡанатландырҙы

Беҙҙең тѳбәктә йәшәгән халыҡтың милли йолаларын, ғѳрѳф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, уны быуындан-быуынға еткереү маҡсатында мәктәп балалары ѳсѳн инде ѳсѳнсѳ йыл фольклор-этнографик фестиваль ойошторола. Быйыл ул ҡаланың 3-сѳ мәктәбендә үтте. Ике кѳн буйы барған сарала бѳтәһе 13 команда ҡатнашты....
Ауылдың затлы ҡыҙы ҡалала ла һынатмай 14-04-2014, 16:36 / Замандаш

Ауылдың затлы ҡыҙы ҡалала ла һынатмай

Йәшәү дәүерендә бик күп ауырлыҡтар күрергә тура килһә лә, ҡатын-ҡыҙ башына тѳшкән бурысын үтәгән: матур һѳйѳүҙәр менән янған, кейәүгә сығып, матур донъя ҡороп, ике ул, бер ҡыҙ табып, улдарын башлы-күҙле итеп, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәр һѳйгән затлы ҡатындарҙың береһе ул бѳгѳнгѳ геройыбыҙ - Гәүһәр Хәйрулла ҡыҙы Аллаярова....
Баш табип тәғәйенләнде 14-04-2014, 16:33 / ---

Баш табип тәғәйенләнде

9 апрелдә ҡала поликлиникаһының тамаша залында медицина хеҙмәткәрҙәре менән муниципаль район Советы һәм хакимиәте етәкселәре осрашты. Йыйылыуҙың тѳп сәбәбе - Белорет үҙәк район клиник дауаханаһына яңы тәғәйенләнгән баш табип Евгений Владимирович Кустов менән таныштырыу булды....