Улар – милләттең күркәм биҙәге 1-04-2014, 15:16 / Мәҙәниәт

Улар – милләттең күркәм биҙәге

Районыбыҙ күккә ашҡан ҡаялы тауҙары, йырып сыҡҡыһыҙ ҡара урмандары, зәм-зәм һыуына тиңләрлек сылтырап аҡҡан шишмәләре менән Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә дан алған. Ошо илаһи ерҙең тәбиғәте үҙ ҡосағында тыуып, тупрағынан ҡот алып үҫкән әҙәм балаларын да ниндәйҙер дәрәжәлә һәләт, талант менән бүләкләгән. Бының тап шулай булыуын Сермән ауылының социаль-мәҙәниәт үҙәгендә уҙғарылған «Һаҡлайыҡ халҡым хазинаһын» сараһы тағы бер ҡабат иҫбатланы. Унда халҡыбыҙҙың мираҫын, рухын һаҡлаусы, милли хазинабыҙҙы йәш быуынға еткереүсе, районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған фольклор ансамблдәре - “Хәтирә”,...