Текә таш сүп-сарҙан арынды 28-05-2014, 11:22 / Социаль ѳлкә

Текә таш сүп-сарҙан арынды

Был айҙа “Йылға-күлдәребеҙгә – таҙа яр!” Бѳтә Рәсәй экологик акцияһы башланды. Уға беҙҙең муниципаль районда ҡушылды. Акция ике аҙна буйы, йәғни 6 июнгә тиклем дауам итә. Үткән йомала муниципаль район-ҡала хакимиәттәре инициативаһы менән Ағиҙел буйының ҡала пляжы, Текә таш, Ағиҙел күпере майҙандары таҙартылды....
Донъя күрке йәр менән 26-05-2014, 11:18 / Замандаш

Донъя күрке йәр менән

Тормошта тѳрлѳ хәлдәр була, әсеһен дә, сѳсѳһѳн дә башынан үткәрә әҙәм балаһы. Барыһына ла түҙә, күнә, ә бына яңғыҙлыҡты ғына ауыр кисерә, уға ѳйрәнә алмай ҡаңғыра. Бушҡа ғына, тормош юлын үткәндә йәрең булһын яныңда, тип әйтмәйҙәрҙер. Бѳгѳнгѳ ығы-зығылы, ҡат-марлы тормошта яңғыҙлыҡ бигерәк ауыр. Ғәҙәттә, яң-ғыҙлыҡ тѳшѳнсәһе хаҡында һүҙ йѳрѳткәндә, күҙ алдына оло йәштәгеләрҙе килтерәбеҙ....
Шәғәле Шаҡманды иҫкә алдылар 26-05-2014, 11:15 / Әсәм теле - сәсән теле

Шәғәле Шаҡманды иҫкә алдылар

Үткән ял кѳнѳ Ҡаһарман ауылы халҡы Тамъян ырыуының бейе Шәғәле Шаҡман рухына ҡорбан салдырҙы. Сараны Рима Кәлим ҡыҙы Мусина тәҡдиме менән ойошторорға ҡарар иттеләр. Ойоштороу эшенә Сәүиә һәм Вәсилә Ирғәлиналар, Мәүлит Нәжметдинов, Рәшит Ирғәлин ҡушылды. Ауыл халҡынан аҡса йыйҙылар. Мәсетте ипләү, аш-һыу әҙерләү эшенә дин юлында йѳрѳгән Әлфиә Хәлитова, Йәнбикә Ирғәлина, Нажия Байымова, Гѳлйыһан Ҡасимова ҙур ѳлѳш индерҙе. Ауыл килене Лариса Ҡужәхмәтова ихлас ярҙам итте. Сараға ҡунаҡтар - Әбйәлил районы Күсем ауылы имам - хатибы Йәмил хәҙрәт менән Ибраһим хәҙрәт, Белорет ҡалаһынан Шәғәле Шаҡман...
Һәйкәлдәргә тиң яҙмыш 26-05-2014, 11:12 / Яҙмыштар

Һәйкәлдәргә тиң яҙмыш

Һуғыш осоронда ҡатындарҙың аяныслы яҙмышын иҫкә тѳшѳрһәң, уларҙың батырлығына, сыҙамлығына хайран ҡалаһың. Бѳйѳк Ватан һуғышы килтергән бәлә-ҡазалар, йәшәү менән үлем араһындағы ауыр заманалар әсәләр ѳсѳн оло бер һынау булды. Тик уның ауырлығын шул йылдарҙы башынан кисергән кешеләр генә беләлер....
Тормошта ла, хеҙмәттә лә бергә 26-05-2014, 11:08 / Үрнәк

Тормошта ла, хеҙмәттә лә бергә

Ғаиләлә яҡшы мөнәсәбәттәр ҡороуға хоҡуҡ һаҡлау менән бәйле хеҙмәт бер нисек тә ҡамасауламай, тип иҫәпләй Әхмәтшиндар. - Динараны мин тәүге тапҡыр енәйәт ҡылынған урынға барғанда күрҙем. Ул көндө беҙ еңел автомобилде ҡыуып алып киткән ирҙе ҡулға алдыҡ. Полиция наряды составында килгән йәш тәфтишсе тап шул ваҡытта минең иғтибарымды йәлеп итте, - тип үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлаша полицияның өлкән лейтенанты Вадим Әхмәтшин. Был осрашыуға хәҙер һигеҙ йыл үтеп киткән. 8 Март байрамы уңайынан үткәрелгән сарала уртаҡ таныштары уларҙың дуҫлығын нығытыуға булышлыҡ иткән. Дуҫлыҡ оҙаҡламай...
Пионерҙар һәр ваҡыт әҙер! 26-05-2014, 11:00 / Мәғариф

Пионерҙар һәр ваҡыт әҙер!

Тәүге пионерҙар ойошмаһы бынан 92 йыл элек барлыҡҡа килә. Ошо кѳндән алып беҙҙең илдә 19 май Пионерҙар кѳнѳ булараҡ билдәле. Ил тарихындағы үҙгәртеп ҡороуҙарға, сәйәси боролоштарға бәйле комсомол, пионер ойошмаларының тарҡалыуына ҡарамаҫтан, пионерия яңынан тергеҙелде. Бѳгѳнгѳ кѳндә республикала “Башҡортостан пионерҙары” балалар йәмәғәт ойошмалары эшләй һәм үҙенең тәрбиәүи-патриотик эшен әүҙем алып бара....
Ҡасып ҡотола алмаҫһың! 26-05-2014, 10:55 / Тәртип һағында

Ҡасып ҡотола алмаҫһың!

Штрафың булһа, күңелһеҙ хәлгә ҡалмаҫ ѳсѳн, бурысыңды ваҡытында түләү хәйерлерәк ”Белорет” муниципаль-ара бүлектең административ ҡануниәтте үтәү буйынса тѳркѳмѳ инспекторы А.Г. Науширбанова һәм Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Белореттағы бүлеге приставы-башҡарыусыһы И.З. Әхтәмова «Урал» гәзите ҡатнашлығында рейдҡа сыҡты....
Етди мәсьәләләр күтәрелде 26-05-2014, 10:41 / Сәйәсәт

Етди мәсьәләләр күтәрелде

Муниципаль район хакимиәтендә 35-се бер мандатлы Металлургтар һайлау округы буйынса Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров халыҡты ҡабул итте....
Район-ҡала мәктәптәрендә - Һуңғы ҡыңғырау 26-05-2014, 10:30 / Мәғариф

Район-ҡала мәктәптәрендә - Һуңғы ҡыңғырау

Район-ҡалабыҙҙа быйыл 616 уҡыусы XI класты, 1144 уҡыусы IX класты тамамлай....
Музей – рухиәт усағы 18-05-2014, 10:40 / Мәҙәниәт

Музей – рухиәт усағы

Быйыл ҡала музейының эшләп килеүенә 45 йыл Һәр милләт үҙенең үткәненә ҙур иғтибар бирә, уны өйрәнә, тарихи дәлилдәргә таянып, киләсәген күҙаллай. Йәш быуындың киләсәген ҡайғыртҡан халыҡ музейҙар төҙөй. Ул иһә халыҡтарҙың үткәнен бөгөнгө тормошо менән тоташтырыу үҙәге булып тора. Бына шундай рухиәт усағы беҙҙең ҡалала ла бар. Ул быуаттарҙы быуаттарға бәйләүсе крайҙы тарихи ѳйрәнеү музейы. Быйыл уның эшләп килеүенә 45 йыл тулды. Форсаттан файҙаланып, беҙ музейҙың директоры Миләүшә Мансур ҡыҙы Фәхретдинова менән әңгәмә ҡорҙоҡ....