Сәйер тост 20-06-2014, 09:46 / Яҙыусылар ижады

Сәйер тост

Йәй уртаһы. Күптән ямғыр яуғаны булмағас, йәм-йәшел булып ултырған үләндәр ҙә һарғайып кибә башлаған, ҡояш офоҡҡа ауышһа ла, һаман ҡыҙҙырыуын белә. Илһам, ғәҙәтенсә, баҡса рәшәткәһенә терәлеп урамды күҙәтеп тора бирҙе лә ҡасандыр үҙ ҡулдары менән эшләп ҡуйған эскәмйәһенә барып ултырҙы һәм уйға талды. Донъяһы бѳтѳн һәм ныҡ уның. Заманында эшкә шәп булды, нимәгә тотонһа ла, ҡулынан килә ине: ағас эшенә тотонһа, бысҡы, балта, йышҡыһы ҡулдарында уйнап тора, ә инде тимергә тотонһа, ҡулдарынан осҡон сәсрәп торор ине. Шәп саҡтары ла булған уның, тик үҙе шул ваҡыттарҙың ҡәҙерен генә белмәгән шул....