Алыштырғыһыҙ   тракторсы 30-07-2014, 09:06 / Ауыл тормошо

Алыштырғыһыҙ тракторсы

Фәрит Фәйзулла улын гаражда осратыуы ауыр, сѳнки уның эштәге күп ваҡыты командировкаларҙа үтә. Был юлы барғанда ла ул тракторын йыуып, кѳйләп, Бѳрйән районына оҙайлы командировкаға йыйына ине... Белоретта ситтән килеп, ерегеп йәшәгәндәр байтаҡ. Фәрит Фәйзулла улы Усмановты ла яҙмыш еле 1975 йылда Иҙел башына алып килә. Ул бында күңеленә яратҡан эшен дә, икенсе яртыһын да осрата....
Мең айҙан да изгерәк Рамазан 28-07-2014, 14:07 / Иман

Мең айҙан да изгерәк Рамазан

Мосолмандар ѳсѳн иң ҡәҙерле һәм етди һаналған Рамазан айы тамамлана Етди һәм мѳһим ай ул Рамазан. Динебеҙгә битараф булмағандар үҙ ҡолдарына ҙур шәфҡәтлек, рәхимлек, йомартлыҡ күрһәткән Раббыбыҙға рәхмәтен белдереп, ай буйына намаҙ, аяттар уҡыны, ураҙа тотто....
Һау бул, лицей! 28-07-2014, 09:06 / Мәҙәниәт

Һау бул, лицей!

Эй, ваҡыт тигәнең... Оҙон булып тойолған тағы бер уҡыу йылы тамамланды, дәүләт имтихандары ла үтеп китте. Ә күңелдә “Хушлашыу кисәһе” әле генә булған кеүек. Эйе, йыл һайын үткәрелеп килгән был кисәләр күптән инде традицияға әйләнһә лә, уларҙың һәр береһе нимәһе менәндер үҙенсәлекле һәм әһәмиәтле. Ҡала лицей-интернатын тамамлаусылар ѳсѳн ул юбилей сығарылыш кисәһе булыуы менән үҙенсәлекле ине. Матур тантана мәктәп тарихында 50-се тапҡыр уҙғарылды....
Эштән биҙмәгәнгә уңыш үҙе килер 28-07-2014, 09:03 / Ауыл тормошо

Эштән биҙмәгәнгә уңыш үҙе килер

Үткәл ауылында йәшәгән Хажиндар ғаиләһе эшһөйәрлеге, татыулығы менән билдәле Ҙур йорттоң ихатаһында ауыл хужалығы техникаһына ла урын етерлек, 40 сутыйлап ерҙә йәшелсә-емеште, картуфты мул итеп сәсәләр, яҡында ғына һауын һыйыр фермалары урынлашҡан. «Хажин» крәҫтиән-фермер хужалығына был ғаиләнең йәш быуын ағзаһы - Байрас Байгилде улы Хажин етәкселек итә....
Ҡарағат һутындағы ҡыяр 22-07-2014, 11:55 / Ял минуттарында

Ҡарағат һутындағы ҡыяр

Ҡыярҙы алдағыса әҙерләп, банкаларға тултырып, тәмләткестәр ѳҫтәйбеҙ. Тоҙлоҡ ҡойоп, ҡапҡас менән ябабыҙ. Тәмләткестәргә 2-3 бѳр-тѳк ҡара борос, шунса ҡәнәфер бѳртѳгѳ, 1-2 теш һарымһаҡ, укроп, бѳтнѳк үләне алына. Тоҙлоҡ 1 л һыуға 50 г тоҙ, 20 г шәкәр ҡомо, 250 мл ҡарағат һуты һалып ҡайнатыла....
Тиҙ тоҙланған ҡыяр 22-07-2014, 11:53 / Ял минуттарында

Тиҙ тоҙланған ҡыяр

Был ысул менән тоҙлау бик ҡулайлы. 8-10 см ҙурлыҡтағы ҡыярҙарҙы һалҡын һыу менән йыуып, баштарын аҙ ғына киҫәләр. Эмаль кәстрүл йәки ҙур быяла банканы эҫе һыуҙа яҡшылап йыуғас, тѳбѳнә ҡара ҡарағат япрағы, укроп һәм мейестә ҡыҙҙырып алынған арыш икмәге телемдәре һалына. Ѳҫтѳнә 2-3 рәт ҡыяр теҙгәс, йәнә ҡыяр, лавр, керән япраҡтары (керәндең тамырын да таҙартып, турап һалырға була), һарымһаҡ һалалар ҙа тағы ҡыяр теҙәләр. Һауыт тулғансы шулай эшләнә....
Унда һуғыш 22-07-2014, 11:51 / Сәйәсәт

Унда һуғыш

Рәсәй Украинанан ҡасаҡтарҙы ҡабул итеүен дауам итә. Тѳп күршебеҙҙә барған ваҡиғаларҙы һәр кем ҙур борсолоу менән күҙәтә. Хәҙер инде ул һуғыш уртаҡ ҡайғыбыҙға әйләнде, тип әйтһәк тә хата булмаҫ....
Байрам  ярыштары 22-07-2014, 11:48 / Спорт һәм туризм

Байрам ярыштары

Йәйҙең иң йәмле мәлендә ҡалабыҙҙа саңғыроллер, велоспорт ярышы үткәреү йолаға әүерелгән инде. Быйыл да ярыштар Ҡала кѳнѳнә арналды. Металлург майҙанында саңғыроллерҙа ярыш буйынса муниципаль райондың асыҡ чемпионаты һәм беренселеге, велоспорт буйынса Белорет ҡалаһының асыҡ беренселеге старт алды....
Белореттарҙы республика етәксеһе ҡотланы 22-07-2014, 11:41 / Сәйәсәт

Белореттарҙы республика етәксеһе ҡотланы

«Ҡала тураһында минең фекерем яҡшы», - тине Рѳстәм Хәмитов Үткән шәмбе белореттар ҡалаға нигеҙ һалыныуына 252 йыл тулыуҙы һәм металлургтарҙың һѳнәри байрамын билдәләне. Ҡала халҡын ҡотларға республика Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рѳстәм Хәмитов та килде. Рѳстәм Зәки улы ҡаланың Метал-лургтар майҙанында ойошторолған байрамда ҡатнашты һәм ҡала халҡына ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, металлургия комбинатын үҫтереүгә ҙур ѳлѳш индергән алдынғы металлургтарға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Быйыл республиканың Маҡтау ҡағыҙына ике металлург эйә булһа, “Башҡортостан...
Ҡурҡҡанға ҡуш күренә 21-07-2014, 11:39 / Яҙыусылар ижады

Ҡурҡҡанға ҡуш күренә

Бер ауылда үтә лә ҡурҡаҡ, үҙе маҡтансыҡ бер әҙәм йәшәгән, ти. Исеме Барый булған. Ул олоғайған әсәһе менән ғүмер иткән. Кеше унан: “Ниңә һаман ѳйләнмәйһең?” - тип һораһа, Барый мыҫҡыллы йылмайып, күкрәген кирә биреп: “Миңә тигән ҡыҙ тыумаған әле, минең кеүек үҙе батыр, үҙе һылыу егеткә матур, егәрле кәләш кәрәк, беҙҙең ауылда ғына түгел, районда ла миңә тиң булырлыҡ ҡыҙ юҡ!” - тип кенә ебәрә. Утыҙ йәшкә еткән егет, әсәһенең пенсияһына ҡарап, ялҡауланып йәшәүен дауам итә. Елкәһе йоҡа булғанлыҡтан, йүнле эш тә таба алмай. Ярай әле атаһынан ҡалған аты, һыйыры менән быҙауы бар. Ошоғаса...