Эскесегә иман да, оят та юҡ 9-07-2014, 09:56 / Ауыл тормошо

Эскесегә иман да, оят та юҡ

Һуңғы йылдарҙа халыҡтың сәләмәт йәшәү рәүешенә, айыҡ тормошҡа нығыраҡ ылыға барыуы, был йәһәттән ҙур эштәр башҡарыуы ҡыуандыра. Изге эшкә етәкселек, ауыл хакимиәттәре генә түгел, матур тормошҡа битараф булмағандарҙың барыһы ла тиерлек үҙ ѳлѳшѳн индерергә тырыша. Ошо урында республикала “Айыҡ ауыл” акцияһын башлап ебәргән йәмәғәт хәрәкәтенең тырышлығын баһалап китмәйенсә булмай. Йәштәр инициативаһы менән башланып киткән был акцияла беҙҙең райондың Абҙаҡ, Рысыҡай ауылдары ҡатнашты һәм матур һѳҙѳмтәләргә иреште....