Ҡорос атына дѳлдѳл ҡанаты ҡуйып... 10-07-2014, 10:10 / Замандаш

Ҡорос атына дѳлдѳл ҡанаты ҡуйып...

Районыбыҙҙың алдынғы хужа-лығының береһе “Игенсе” йәмғиәтенең тәжрибәле водителе, тракторсыһы Ғарифулла Фәхрислам улы Канафин 40 йылдан ашыу инде шулай һәр иртәләрен, эш кѳнѳн тәғәйен техникаһын ҡарап, тикшереп, изге теләктәрен теләп, күңелле уйҙарға бирелеп ҡаршылай. Уйлана тѳшһәң, ғүмеренең күп ѳлѳшѳ тау-урманлы юлдарҙа, ошо ҡорос аттарҙа елдереп үткән дәһә. Хеҙмәт юлын элекке данлыҡлы “Заря” колхозында башлай. Тәж-рибәле, маҡтаулы етәкселәр йәш шоферҙы тиҙ арала баһалап, ауырыраҡ, яуаплыраҡ эшкә ҡуша. Ғарифулла Канафин һәр ерҙә лә һынатмай, үҙ эшен урын-еренә еткереп башҡара. Ниндәй генә...