Ҡурҡҡанға ҡуш күренә 21-07-2014, 11:39 / Яҙыусылар ижады

Ҡурҡҡанға ҡуш күренә

Бер ауылда үтә лә ҡурҡаҡ, үҙе маҡтансыҡ бер әҙәм йәшәгән, ти. Исеме Барый булған. Ул олоғайған әсәһе менән ғүмер иткән. Кеше унан: “Ниңә һаман ѳйләнмәйһең?” - тип һораһа, Барый мыҫҡыллы йылмайып, күкрәген кирә биреп: “Миңә тигән ҡыҙ тыумаған әле, минең кеүек үҙе батыр, үҙе һылыу егеткә матур, егәрле кәләш кәрәк, беҙҙең ауылда ғына түгел, районда ла миңә тиң булырлыҡ ҡыҙ юҡ!” - тип кенә ебәрә. Утыҙ йәшкә еткән егет, әсәһенең пенсияһына ҡарап, ялҡауланып йәшәүен дауам итә. Елкәһе йоҡа булғанлыҡтан, йүнле эш тә таба алмай. Ярай әле атаһынан ҡалған аты, һыйыры менән быҙауы бар. Ошоғаса...
«... Минән һуң да донъя йәшәһен» 21-07-2014, 11:35 / Яңылыҡтар

«... Минән һуң да донъя йәшәһен»

6 июлдә билдәле шағир Сафуан Әлибаевтың йѳрәге тибеүҙән туҡтаны. Сафуан Әфтәх улының тормош юлы Белорет ере менән дә бәйле. Ошо хаҡта гәзиттең Сермән ауылынан актив хәбәрсеһе, Сафуан Әлибаев менән яҡшы таныш Солтан Мосауир улы Сиражетдинов иҫтәлектәре менән уртаҡлашты....
Ҡыуандырҙы ла, уйландырҙы ла... 21-07-2014, 11:24 / Мәҙәниәт

Ҡыуандырҙы ла, уйландырҙы ла...

Ҡала Мәҙәниәт һарайының «Ирәмәл» башҡорт халыҡ театры коллективы йыл һайын спектаклдәре менән тамашасыны һѳйѳндѳрѳп тора. Быйыл да улар режиссеры Гѳлнара Ғилманова етәкселегендә драматург, Татарстандың халыҡ яҙыусыһы Туфан Миңнуллиндың “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” спектаклен сәхнәләштерҙе....
Баҙарға сыҡтым әле... 21-07-2014, 11:18 / Социаль ѳлкә

Баҙарға сыҡтым әле...

Баҙар - иҡтисадты йәшәтеүсе. Һәр кем, ябай етештереүсенән алып ҙур предприятиеларға тиклем, тик уның ҡанундары менән йәшәй. Әгәр ҙә ихтыяж булһа, тауар етештерелә, булмаһа - тауар әйләнеше туҡтай. Баҙарға сыҡҡан һайын һатыусының әйберҙәрен тәҡдим итеүен, ә алыусының мѳмкин тиклем осһоҙораҡҡа алырға тырышыуын күҙәтеп, ниндәй генә заманда йәшәһәк тә, баҙарҙың үҙ ҡануны һаҡланыуына тағы ла бер инанаһың....
Оло кешенең социаль портреты 21-07-2014, 11:14 / Социаль ѳлкә

Оло кешенең социаль портреты

Пенсия фондының Белорет район-ҡала идаралығы, муни-ципаль район хакимиәте, “Урал”, “Белорецкий рабочий”, “Металлург” гәзиттәре, район-ҡала ветерандар советы, БМК ветерандары советы инде бишенсе тапҡыр “Оло кешенең социаль портреты” конкурсын ойоштора. Алдағы дүрт йылда белореттар оло быуын кешеләре тормошон яҡтыртҡан 450 фото тәҡдим итте, 150 мәҡәлә яҙҙы. Яҡшы йолаға әйләнгән конкурс быйыл да 1 августан башлана һәм 1 декабргә тиклем дауам итә....
Металлургтар  хѳрмәткә лайыҡ 21-07-2014, 11:03 / Яңылыҡтар

Металлургтар хѳрмәткә лайыҡ

Ҡала Мәҙәниәт һарайында Белорет металлургия комбинатын үҫтереүгә индергән шәхси ѳлѳшѳ һәм уңыштары ѳсѳн “БМК” йәмғиәте эшселәрен тәбрикләү тантанаһы үтте. - Быйыл Металлургтар кѳнѳн бил-дәләү, Белоретта ҡорос сым-канат етештерә башлауға 100 йыл тулыуы айҡанлы, тағы ла сағыуыраҡ тѳҫ алды. Бѳгѳн дә илдә иң алдынғы предприятиеларҙың береһе булып ҡалыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ун йыл элек “Мечел” компанияһы менән берләшеү беҙҙә яңы ҡорамалдар һатып алыу, технологиялар индереү мѳмкинлеге тыуҙырҙы. Предприятие тауар етештереүҙе ике тапҡырға арттырҙы. Беҙҙең тауарҙы яҡшы беләләр һәм юғары баһалайҙар,...