«... Минән һуң да донъя йәшәһен» 21-07-2014, 11:35 / Яңылыҡтар

«... Минән һуң да донъя йәшәһен»

6 июлдә билдәле шағир Сафуан Әлибаевтың йѳрәге тибеүҙән туҡтаны. Сафуан Әфтәх улының тормош юлы Белорет ере менән дә бәйле. Ошо хаҡта гәзиттең Сермән ауылынан актив хәбәрсеһе, Сафуан Әлибаев менән яҡшы таныш Солтан Мосауир улы Сиражетдинов иҫтәлектәре менән уртаҡлашты....
Ҡыуандырҙы ла, уйландырҙы ла... 21-07-2014, 11:24 / Мәҙәниәт

Ҡыуандырҙы ла, уйландырҙы ла...

Ҡала Мәҙәниәт һарайының «Ирәмәл» башҡорт халыҡ театры коллективы йыл һайын спектаклдәре менән тамашасыны һѳйѳндѳрѳп тора. Быйыл да улар режиссеры Гѳлнара Ғилманова етәкселегендә драматург, Татарстандың халыҡ яҙыусыһы Туфан Миңнуллиндың “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” спектаклен сәхнәләштерҙе....
Баҙарға сыҡтым әле... 21-07-2014, 11:18 / Социаль ѳлкә

Баҙарға сыҡтым әле...

Баҙар - иҡтисадты йәшәтеүсе. Һәр кем, ябай етештереүсенән алып ҙур предприятиеларға тиклем, тик уның ҡанундары менән йәшәй. Әгәр ҙә ихтыяж булһа, тауар етештерелә, булмаһа - тауар әйләнеше туҡтай. Баҙарға сыҡҡан һайын һатыусының әйберҙәрен тәҡдим итеүен, ә алыусының мѳмкин тиклем осһоҙораҡҡа алырға тырышыуын күҙәтеп, ниндәй генә заманда йәшәһәк тә, баҙарҙың үҙ ҡануны һаҡланыуына тағы ла бер инанаһың....
Оло кешенең социаль портреты 21-07-2014, 11:14 / Социаль ѳлкә

Оло кешенең социаль портреты

Пенсия фондының Белорет район-ҡала идаралығы, муни-ципаль район хакимиәте, “Урал”, “Белорецкий рабочий”, “Металлург” гәзиттәре, район-ҡала ветерандар советы, БМК ветерандары советы инде бишенсе тапҡыр “Оло кешенең социаль портреты” конкурсын ойоштора. Алдағы дүрт йылда белореттар оло быуын кешеләре тормошон яҡтыртҡан 450 фото тәҡдим итте, 150 мәҡәлә яҙҙы. Яҡшы йолаға әйләнгән конкурс быйыл да 1 августан башлана һәм 1 декабргә тиклем дауам итә....
Металлургтар  хѳрмәткә лайыҡ 21-07-2014, 11:03 / Яңылыҡтар

Металлургтар хѳрмәткә лайыҡ

Ҡала Мәҙәниәт һарайында Белорет металлургия комбинатын үҫтереүгә индергән шәхси ѳлѳшѳ һәм уңыштары ѳсѳн “БМК” йәмғиәте эшселәрен тәбрикләү тантанаһы үтте. - Быйыл Металлургтар кѳнѳн бил-дәләү, Белоретта ҡорос сым-канат етештерә башлауға 100 йыл тулыуы айҡанлы, тағы ла сағыуыраҡ тѳҫ алды. Бѳгѳн дә илдә иң алдынғы предприятиеларҙың береһе булып ҡалыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ун йыл элек “Мечел” компанияһы менән берләшеү беҙҙә яңы ҡорамалдар һатып алыу, технологиялар индереү мѳмкинлеге тыуҙырҙы. Предприятие тауар етештереүҙе ике тапҡырға арттырҙы. Беҙҙең тауарҙы яҡшы беләләр һәм юғары баһалайҙар,...
Һалым түләмәһәң, милкеңдән ҡолаҡ ҡағырһың! 17-07-2014, 10:22 / Яңылыҡтар

Һалым түләмәһәң, милкеңдән ҡолаҡ ҡағырһың!

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 20-се район-ара инспекцияһы суд приставы-башҡарыусылар менән һалым буйынса бурыстарҙы йыйыу ѳсѳн сираттағы рейдҡа сыҡты....
Депутат медицина хеҙмәткәрҙәре менән осрашты 16-07-2014, 16:02 / Яңылыҡтар

Депутат медицина хеҙмәткәрҙәре менән осрашты

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты, медицина фәндәре докторы  Сәлиә Мырҙабаева эш сәфәре менән Белоретта булып китте. Ул перинаталь үҙәктең, балалар поликлиникаһының һәм үҙәк район клиник дауаханаһында травматолия бүлегенең эшмәкәрлеге менән танышты....
Дәғүәләр раҫланманы 16-07-2014, 15:59 / Яңылыҡтар

Дәғүәләр раҫланманы

Сермән ауылы халҡы райондың ветеринария станцияһына ҡарата дәғүә белдереп яҙғайны. Хатта ветеринар станцияһы хеҙмәткәрҙәренең малдан ҡан алыуға түләгән ѳсѳн чек бирмәүенә, күрһәтелгән хеҙмәттәр ѳсѳн билдәле хаҡ булмауына, ҡан алырға килеүселәрҙең эш ваҡытында спиртлы эсемлек менән мауығыуына ризаһыҙлыҡ белдереп, күрһәткән хеҙмәте ѳсѳн ветеринария станцияһы ни ѳсѳн түләүҙәрҙе банк аша алмай, тигән һорау ҡуя....
Үткәне данлы, бѳгѳнгѳһѳ лайыҡлы 16-07-2014, 15:48 / Яңылыҡтар

Үткәне данлы, бѳгѳнгѳһѳ лайыҡлы

“Мечел” компанияһына ҡараған Белорет металлургия комбинатының ҡорос сым-канат производствоһы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошоға һәм Металлургтар кѳнѳнә арналған байрам саралары июлдең башында уҡ башланғайы. Юбилей сараһына ярашлы, “БМК” йәмғиәтенең генераль директоры Виктор Камелин һәм профсоюз комитеты рәйесе Георгий Хлесткин хеҙмәт коллективтары менән осрашты. Бындай осрашыуҙар цехтарҙа, комбинат подразделениеларында үтте һәм иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыу менән тамамланды. Быйыл бындай наградаға 288 хеҙмәткәр лайыҡ булды....
Кәләштәрҙән күҙҙәр ҡамашты 14-07-2014, 15:30 / Мәҙәниәт

Кәләштәрҙән күҙҙәр ҡамашты

Үткән аҙнала «Металлург» майҙанында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған «Кәләштәр парады» үтте. Икенсе тапҡыр ойошторолған сарала быйыл 50-нән ашыу кәләш ҡатнашты....