Тормош  һабаҡтары 11-08-2014, 15:50 / Яҙмыштар

Тормош һабаҡтары

Заман башҡа - заң башҡа Хәҙер компьютер мѳмкин-лектәре әсә ҡарынындағы балаға ла тәьҫир итәлер, ахыры. Шулай булмаһа, тыуырға ла ѳлгѳрмәгән баланың бѳтә нәмәне тойоуын, белеп тороуын нисек аңлатырға һуң? Был бѳтә балалар ҙа шулай тигәнде аңлатмай, әлбиттә. Әле аяғына ла баҫмаған сабыйҙы әсәһе ѳйгә алып инде лә ѳҫтәлгә ултыртты. Тегенең ѳҫкѳ кейемен сисеүҙәре булды, йәһәт кенә эргәһендә торған телефонды алды ла тѳймәләренә баҫа башланы....
АТАЙ 11-08-2014, 15:42 / Яҙыусылар ижады

АТАЙ

Эш ваҡыты бөтөп, инде ҡайтырға йыйына башлағайным, һаҡ ҡына ишек шаҡынылар. Туҡылдау шундай сәйер, һағайып, башымды күтәреп ишеккә төбәлдем. Ҡыҫып асылған ишек артынан яртылаш баш күренде. - Мөмкинме? - Яңаҡтары ҡурҡыныс булып эскә батҡан, илле биш йәштәр самаһындағы ир бесәй һымаҡ йомшаҡ баҫып, эйелә-бөгөлә килеп инде. Алан-йолан ҡаранып алғас, ҡояштай балҡып, ҡуш ҡуллап күрешергә ҡулын һуҙҙы. Мин уларҙы күрмәгәндәй, аптырап ҡатып ҡалдым. Ҡулдар һауала эленеп торҙо ла һәленеп төштө....
Кемдәргә күктән “алтын ямғыр” яуа? 11-08-2014, 15:39 / Иҡтисад

Кемдәргә күктән “алтын ямғыр” яуа?

Импорт тауарһыҙ йәшәй алабыҙмы? Бѳгѳн магазин кәштәләредә йәнең нимә теләй, бѳтәһен дә табырға була. Араларында ер аяғы ер башынан килтерелгән, беҙҙең милләткә бөтөнләй ят булғандары ла байтаҡ. Ысынлап та, иғтибарлыраҡ ҡараһаң, нимә генә юҡ һатыуҙа: Ташкент помидорҙары, Польша, Голландия алмаһы, Аргентина ите, Норвегия балығы, хатта Израил укробы менән Ҡытай һарымһағына тиклем бар. Ә инде элегерәк төшкә лә инмәгән емеш-еләктең иҫәбе-хисабы юҡ....
“Ингосстрах” компанияһынан бүләк 11-08-2014, 15:35 / Яңылыҡтар

“Ингосстрах” компанияһынан бүләк

Республикалағы тәүге уникаль спорт майҙансығы - беҙҙә! Ҡаланың Реабилитация үҙәге территорияһында сәләмәтлеге буйынса мѳмкинлектәре сикләнгән балалар ѳсѳн заманса спорт майҙансығы асылды. Майҙансыҡты ҡала халҡына “Ингосстрах” компанияһы бүләк итте. Был спорт комплексы компанияның инвалидтар ѳсѳн уңайлы мѳхит булдырыу социаль проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы һәм Рәсәйҙә паралимпия, адаптив спортты үҫтереү маҡсатында асылды....